Суковатов Николай Иванович

Суковатов Николай Иванович (20 июнь 1921 йыл — 24 май 1992 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). 1961 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Суковатов Николай Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 июнь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Осиновка[d], Томский уезд[d], Томск губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 22 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө офицер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Иванович Суковатов 1921 йылдың 20 июнендә Томск өлкәһенең Кожевников районы Осиновка ауылында тыуған. Томск туҡланыу техникумын тамамлаған, Пермь өлкәһенең Менделеево станцияһында эшләгән.

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 1941 йылдың ноябрендә фронтта була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1942 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алынып, 1943 йылдың мартында фронтта була[1]).Гвардия сержанты Суковатов 1943 йылдың көҙөндә Киевтан төньяҡтараҡ Днепрҙы һуғышып аша сыҡҡанда Глебовка һәм Ясногородҡа ауылдары районында плацдармды баҫып алыуҙа һәм уны тотоуҙа батырлыҡ күрһәтә. 241-се гвардия уҡсылар полкының командиры подполковник Н. П. Бударин бүләкләүгә тәҡдим иткәндә былай тип яҙа[1]:

Киев йүнәлешендәге һуғыштарҙа үҙен батыр һәм ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. 1943 йылдың 24 сентябрендә взвод составында беренсе булып Днепрҙы һуғышып аша сыға, Иҫке Днепр кисеүен аша сыға һәм кейенеп тә өлгөрмәй һан яғынан өҫтөн булған дошман менән алышҡа инә. Беренсе һуғышта уҡ взвод командиры яралана, һәм Суковатов взвод менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Днепрҙың көнбайыш ярындағы һуғыштар ваҡытында взвод тарафынан һан яғынан өҫтөнлөклө 19 дошман һөжүме кире ҡағыла, шул уҡ ваҡытта 57 немец һалдаты һәм офицеры, дошмандың ете пулемёт нөктәһе юҡ ителә. Ҡул һуғышында шәхсән ете гитлерсыны дөмөктөрә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрендәге Указы менән Киевтан төньяҡтараҡ Днепр йылғаһын уңышлы һуғышып аша сыҡҡаны, көнбайыш ярҙа плацдармды ныҡлы тотоп торғаны һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия сержанты Суковатов Николай Ивановичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2].

Һуғыштан һуң Н. И. Суковатов Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1956 йылда Боровичи хәрби училищеһын тамамлай. 1961 йылда ойоштороу-штат саралары («Хрущев ҡыҫҡартыуы») менән бәйле гвардия подполковнигы дәрәжәһендә Ҡораллы Көстәрҙән отставкаға сыға.

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында йәшәй. Магазин директоры, ДОСААФ техник мәктәбенең начальник урынбаҫары була, электр лампаһы заводында эшләй.

Ветеран 1992 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 46, запись 150031259, стр. 165.
  2. ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, запись 12057300.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Днепр — река героев. — 2-е изд., доп. — Киев: Изд. полит. лит Украины, 1988. — ISBN 5-319-00085-5.
  • Энциклопедия Томской области. — Т. 2. — Томск: Томский государственный университет, 2010.

Һылтанмалар үҙгәртергә