Суздальцев Виктор Иванович

Суздальцев Виктор Иванович (20 ғинуар 1940 йыл) — рәссам. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы.

Суздальцев Виктор Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Хәлил, Гай районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Пензенское художественное училище[d]
Әүҙемлек урыны Пенза һәм Өфө
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d] һәм Рәсәй рәссамдәр союзы[d]
Жанр портрет[d] һәм пейзаж[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Виктор Иванович Суздальцев 1940 йылдың 20 ғинуарында РСФСР-ҙың Ырымбур өлкәһе Хәлил районының Хәлил ауылында тыуған.

1964 йылда К. А. Савицкий исемендәге Пенза художество училищеһын (педагогтары Ю. К. Бельдюсов, В. М. Валукин) тамамлай. 1964—1969 йылдарҙа 2‑се Өфө педагогия училищеһында рәсем сәнғәте һәм композиция буйынса уҡыта. Уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ рәссамы С. Б. Краснов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Р. Ә. Сәлимгәрәев бар. 1969—1990 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы.

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Суздальцев Виктор Ивановичтың эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Сыуаш художество музейында (Чебоксар), Төмән һынлы сәнғәт музейында, Ҡурған өлкәһе художество музейында, Ирбит һынлы сәнғәт музейында (Рәсәй Федерацияһының Свердловск өлкәһе), Ливан Милли музейында, С. Т. Аксаковтың мемориал йорт-музейында (Ѳфѳ), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләр үҙгәртергә

1958 йылдан алып — республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Күмертау (1957), Өфө (1965, 1985, 1992—93, 1998—2000, 2003—07, 2010, 2015), Бәләбәй (2000), Нефтекама (2001), Салауат (2002), Ҡурған (2004) һәм башҡа ҡалаларҙа үтә.

Персональ күргәҙмәһе Өфөлә 2015 йылда, рәссамдың 75 йәшлек юбилейына арнап үткәрелә[1].

Төп эштәре үҙгәртергә

«Ирәмәл», «Ҡыш. Урал», «Ҡыш», «Бәҫ», «Урал ҡаласығы», « Өҫән», «Сал Урал», «Йылы иртә», «Вероника», «Айыу ҡурайы», «Тау шишмәһе», «Калиновка ауылы болондары», «Башҡорт семәре», «Сал Урал», «Егерь усадьбаһы», «Мораҙымдың көҙгө биҙәктәре» картиналары һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2011)

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://uraloved.ru/foto-urala/suzdalcev 2013 йыл 6 декабрь архивланған.

http://artnow.ru/ru/gallery/3/4304/picture/0/0.html

http://www.shrb.ru/painting/suzdaltsev.htm

Суздальцев Виктор Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.}

Картины художника Суздаельцева Виктора Ивановича 2021 йыл 29 июль архивланған.