Сува[3] (ингл. Suva) —  Фиджиның баш ҡалаһы. Үҙәк округтың административ үҙәге. 180 меңгә яҡын халҡы менән баш ҡала агломерацияһын булдыра. 

Сува
ингл. Suva
Рәсем
Рәсми атамаһы Suva
Этнохороним Suvienne[1] һәм Suvien[1]
Дәүләт  Фиджи[2]
Административ үҙәге Фиджи, Вити-Леву[d] һәм Доминион Фиджи[d]
Административ-территориаль берәмек Rewa[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Тымыҡ океан
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Вити-Леву[d]
Халыҡ һаны 88 271 кеше (2009)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Майҙан 2048 км²
Рәсми сайт suvacity.org
Урынлашыу картаһы
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Suva[d]
Карта
 Сува Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Сува — Фиджиның  сәйәси һәм иҡтисади үҙәге, Австралия һәм Яңы Зеландия сиктәрендә Океанияның  көньяҡ өлөшөнөң иң ҙур ҡалаһы. Илдең төп диңгеҙ порты .

Сува  ҡалаһы ҙур булмаған ярымутрауҙа Вита-Леву утрауының  көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Борон ҡаланың байтаҡ өлөшөн һаҙлыҡтар биләгән.

Йыл әйләнәһенә һәм көнөнә ҙур булмаған тирбәлештәр менән Сува климаты экваториаль.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 35 36 36 34 33 32 32 32 32 33 33 36 36
Уртаса максимум, °C 30 30 30 28 27 26 26 26 26 27 28 29 28
Уртаса температура, °C 26 26 26 25 24 23 23 23 23 24 24 25 24
Уртаса минимум, °C 23 23 23 22 21 20 20 20 20 21 21 22 21
Абсолют минимум, °C 19 19 18 16 16 14 12 13 13 13 12 16 12
Яуым-төшөм нормаһы, мм 280 270 360 300 250 170 120 210 190 210 240 310 2970
Сығанаҡ: Weatherbase

Тарихы үҙгәртергә

1868 йылда хәҙерге Сува ҡалаһының биләмә өлөшө  фиджи башлығы Серу Эпениса Какобау тарафынан бурыс иҫәбенә австралия компанияһына бирелә, компания был ерҙәрҙә мамыҡ плантацияһы ойошторорға ниәтләй. Әммә мамыҡ үҫтереү ынтылышы уңышһыҙлыҡҡа осрай, сөнки мамыҡ үрсетеү өсөн климат яраҡлы булмай. 1877 йылда Британия империяһы Фиджи утрауҙарын үҙенә ҡушҡандан һуң, Фиджиның баш ҡалаһын Сува ҡалаһына күсерергә ҡарар ителә. Элек утрауҙарҙың төп колониаль ултырағы булып Овалау утрауындағы Левука ҡалаһы була. Колонияның администрацияһы тулыһынса Левуканан Суваға 1882 йылда күсерелә.    

1910 йылда ултыраҡ  муниципалитет статусын ала. Башта Сува майҙаны 2,6 км² ашмай, әммә 1952 йылда уға Муаникау һәм Самабула ҡушыла. Һөҙөмтәлә территория 13 км² тиклем киңәйә. Һуңынан ултыраҡтың биләмәһе бер нисә тапҡыр ҙурая. 1952 йылдың октябрь айында Сува Фиджи территорияһында беренсе булып ҡала итеп иғлан ителә.  

2003 йылда ҡала Сува тарихында өсөнсө Көньяҡ Тымыҡ океан уйындарын ҡабул итә.

Халҡы үҙгәртергә

 
Сува халҡы

2007 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы  ҡала халҡы һаны 85 691 кеше тәшкил итә. Агломерацияның халыҡ һаны  (йәки Ҙур Суваның) 167 975 кеше тәшкил итә.

Сува — күп милләтле ҡала. Аҫаба халыҡтың күпселек өлөшөн Фиджиның  ике төп этник төркөмө — фиджи һәм фиджи-һиндтар тәшкил итә,  әммә Сувала шулай уҡ азиаттар, шул иҫәптән, ҡытайҙар йәшәй.

Иң таралған телдәр булып инглиз теле, шулай уҡ урындағы халыҡ  фиджи, хинди телендә һөйләшә.

Администрацияһы үҙгәртергә

Сува муниципаль статусҡа эйә. Ҡаланы  лорд-мэр етәкләй. 20 депутаттан торған ҡала советы эшләй.

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Сува   административ һәм порт  ҡалаһы,  пляждар юҡ. Ҡалала   хөкүмәт биналары, фиджи медицина мәктәбе һәм  Көньяҡ Тымыҡ океан университеты кампустарының береһе урынлашҡан. (ингл. University of the South Pacific) (элекке Яңы Зеландияның хәрби база территорияһын биләй).

Иҡтисады үҙгәртергә

 
Сауҙа үҙәге

Ҡалала аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары, төҙөлөш материалдары етештереү буйынса предприятиелар эшләй. Тирә яғында һабын етештерәләр, шәкәр заводтары, копра етештереү буйынса заводтар бар. Кокос майы, банан плантацияларында  банан йыйыла. Алтын сығарыуҙы айырым билдәләргә мөмкин (географик урыны билдәһеҙ). Туризм үҫешкән.

Транспорты үҙгәртергә

 
 20 маршрут автобусы

Баш ҡаланан алыҫ түгел Халыҡ-ара Наусори аэропорты урынлашҡан, унан эске авиаосоштар һәм Тувалу территорияһына  осоштар башҡарыла. Халыҡ-ара авиарейстарҙы Нанди аэропорты хеҙмәтләндерә. Сувала автобустар һәм таксиларҙан торған һәм баш ҡала районын, шулай уҡ Насину, Наусори һәм Лами ҡалаларын хеҙмәтләндергән  йәмәғәт транспорты системаһы бар. Суваны Вити-Леву утрауындағы башҡа ҡалалар менән берләштергән автобустар йөрөй. Суваға илткән юлдар королдәр, король ҡатындар һәм кенәздәр маршруты буйынса ята. Һуңғы юл Наусорилағы күпер эргәһендә Ревала тамамлана.  2012 йылдың ғинуарында «JRK and Associates» фирмаһы «Hatch Mott McDonald» канада  компанияһы менән хеҙмәттәшлектә транспорт тығындары проблемаларын еңеләйтеү маҡсатында Сува - Наусори монорельс тимер юлы төҙөлөшөнөң  техник-иҡтисади нигеҙләүен үткәрә . Монорельс төҙөү системаһын башлау  2013 йылдың беренсе кварталында күҙаллана.

Фиджиның тышҡы утрауҙарында, шулай уҡ Вануа-Левула Принцесса Уорфтан паром бәйләнеше булдырылған. Сува Kings Wharf портына халыҡ-ара караптар һәм сәйәхәт лайнерҙары инә. 

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

 
1950 йылдарҙа ҡала күренеше

Сувала Фиджиның иң бейек бинаһы   — Резерв банк бинаһы урынлашҡан. Иҫтәлекле урындарҙың береһе булып 1909 йылда төҙөлгән ҡала китапханаһы тора.

Сувала 1882 йылда төҙөлгән һәм 1928 йылда яңынан төҙөлгән Фиджи президентының  рәсми резиденцияһы урынлашҡан.  Шулай уҡ ҡалала Фиджи музейы эшләй, унда Тымыҡ океан утрауҙарынан археологик һәм этнографик экспонаттарҙың бай коллекциялары бар (1904 йылда нигеҙ һалына).

Парктар күп (бөтәһе 78).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран. — 3-е изд. перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 349. — 459 с.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Fiji, by Korina Miller, Robyn Jones, Leonardo Pinheiro — Travel — 2003, published by Lonely Planet, pages 139—141, details on Suva City.
  • The Suva City Library: A Brief History and Development, 1909—1980, by S Baksh — 1980
  • Pluralism and Social Change in Suva City, Fiji, by Alexander Mamak — 1974, Thesis/dissertation; Ethnology (Fiji, Suva City); Suva City, Fiji Islands (Social conditions)
  • A History of the Pacific Islands: Passages Through Tropical Time — Page 162, by Deryck Scarr 2001—323 pages.
  • Frommer’s South Pacific, by Bill Goodwin — Travel — 2004, pages 258—263

Һылтанмалар үҙгәртергә