Суарес Клементина

Гондурас шағирәһе

Клементина Суарес (исп. Clementina Suárez; 12 май 1902 йыл, Хутикальпа, Гондурас1991 йыл, Тегусигальпа, Гондурас) — Гондурас шағирәһе, Гондураста шиғри йыйынтыҡ нәшер иткән беренсе ҡатын-ҡыҙ. Шағирәнең бойондороҡһоҙ йәшәү рәүеше һәм тәрән интим шиғриәте уға замандаш булған Гондурас йәмғиәте стереотиптарын емерә.

Суарес Клементина
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Гондурас
Тыуған көнө 12 май 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1]
Тыуған урыны Хутикальпа[d], Гондурас
Вафат булған көнө 1991
Вафат булған урыны Тегусигальпа[d], Гондурас
Яҙма әҫәрҙәр теле Испан теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Клементина Суарес 1902 йылдың 12 майында Хутикальпала Луис Суарес һәм тыумыштан Селайя-Бутильо Амелия ғаиләһендә тыуған[2]. Бишенсе класҡа тиклем дәүләт мәктәбендә уҡый. 1923 йылда атаһы вафат булғандан һуң, Суаресҡа йортон ташлап китергә һәм эш эҙләп ауылдан ҡалаға күсергә тура килә. Ул Трухильо, Ла Сейба, Сан-Педро, Тела һәм, ниһайәт, Тегусигулпа ҡалаларында йәшәй һәм эшләй һәм һәр ваҡыт шиғырҙар яҙа. Ниһайәт, Суарес яҙыусы Антонио Росаға эшкә инә. Ике йыл бергә йәшәү осоронда уларҙың ике ҡыҙы тыуа. Тиҙҙән һуңғыбалаһы тыуғандан һуң, 1929 йылда Клементина Росаны ҡалдыра һәм Гильермо Бустильо-Рейнеға кейәүгә сыға, уның менән дә кәмендә бер йылдан һуң айырылыша[3].

Үҙен һәм балаларын туйындырыу өсөн официант булып эшләй һәм әҙәби эшмәкәрлеген дауам итә. Шағирә, үҙенең кәүҙәһе менән тормошта ғына түгел, шиғриәттә лә һоҡланып, шорты һәм бикини кейә. Уны ирекле, бойондороҡһоҙ һәм асыҡ ҡатын-ҡыҙ итеп ҡабул итәләр. Баш ҡала йәмғиәте уның үҙен тотошо менән хайран ҡала. Ул «ҡатын-ҡыҙ» тәртибе менән бәйле стереотиптарға ҡаршы сыға. Суарес Гондураста шиғри йыйынтыҡ баҫтырып сығарған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. 1970 йылда ул Рамон Роса исемендәге Милли әҙәби премия ала. 1991 йылдың декабрендә Тегусилагьпала вафат була.

Һайланма әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • «Кровоточащее сердце» (исп. Corazón sangrante, 1930)
  • «Храмы Огня» (исп. Los Templos De Fuego, 1931)
  • «Из моих последних суббот» (исп. De mis sábados el último, 1931)
  • «Инициалы» (исп. Iniciales, 1931)
  • «Шестерни, стихи в прозе и стихах» (исп. Engranajes, poemitas en prosa y en verso, 1935)
  • «Парусники» (исп. Veleros, 1937)
  • «От разочарования до надежды» (исп. De la desilusión a la esperanza, 1944)
  • «Выросший с травой» (исп. Creciendo con la hierba, 1957)
  • «Пою об отвоеванном отечестве и его герое» (исп. Canto a la encontrada patria y su héroe, 1958)
  • «Знаки поэта» (исп. El Poeta y sus señales, 1969)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Bibliothèque nationale de France Clementina Suárez // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Janet N. Gold. Culture and Customs of Honduras. — ABC-CLIO. — P. 95–98. — ISBN 978-0-313-34180-9.
  3. Clementina Suárez (12 May 1902-9 December 1991). — Gale. — P. 316–320.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Clementina Suarez: la mujer que revolucionó la poesía hondureña (неопр.). www.hondurastips.hn. Дата обращения 23 ноября 2017.  (исп.)