Стәрлетамаҡ ҡалаһы флагы

Стәрлетамаҡ ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы символы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы флагы
Стәрлетамаҡ
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй

Раҫланған

1 ноябрь 2006[1]

Пропорция

2:3

ДГР номеры

3242

Флагтың авторы

Салауат Ғиләжетдинов

Предыдущие флаги


18 июль 2006[2]1 ноябрь 2006

Автор флага

В. А. Курбатов


24 апрель 2001[3]18 сентябрь 2007[4]

Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 1 ноябрендә 2/16з номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 068 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 3242 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Автор — Салауат Ғиләжетдинов[5].

Алдағы флагтар үҙгәртергә

Стәрлетамаҡ ҡала Советының 2001 йылдың 24 апрелендәге ҡарарына ярашлы беренсе ҡала флагы раҫлана:

Ҡала флагы тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт, ике киңлеге буйынса тиң булған күк (өҫтө) һәм көмөш (аҫта) төҫтәге горизонталь һыҙаттан тора.

Оҙонлоғо киңлегенә ҡарата 1:2 нисбәтендә.

Флаг уртаһында — ҡала гербы, уның бейеклеге флаг киңлегенән — 5/9, ә нигеҙе — 4/9.

Күк төҫ — асыҡлыҡ һәм уйҙарҙың сафлығы, көмөш төҫ — юғары выжданлылыҡ, эскерһаҙлек һәм дөрөҫлөк символдары.

2006 йылдың 25 апрелендә геральдика өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, илдә берҙәм геральдик системаһын булдырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының территориаль символикаһы буйынса комиссияһы тәҡдименә ярашлы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡала округы Советы элек ҡабул ителгән флаг тураһында Положениены хуплай. Флаг тасуирламаһы үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла.

2006 йылдың 18 июлендә 2006 йылдың 25 апрелендәге Положение ғәмәлдән сығарыла һәм Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының флагы тураһында Положениеһына ярашлы яңы ҡала флагы ҡабул ителә:

Аҫҡы зәңгәрһыу (күк, зәңгәр) ерлектә йөҙөп барған өс аҡ ҡаҙ, улар һары төҫ менән ҡаймаланған. Өҫкө аҡ ерлектә — йүгереп барған тәбиғи төҫтәге һыуһар. Ике ерлекте өс зәңгәрһыу тулҡын һыҙаттары тоташтыра.

Флаг туҡымаһының формаһы — турамөйөш. Яҡтарының нисбәте — 2:3.

Зәңгәрһыу (күк, зәңгәр) төҫ — крайҙың матурлығын һәм бөйөклөгөн, көмөш (аҡ) төҫ — иман, ихласлыҡ, уның халҡының юғары намыҫлылыҡ билдәләре.

Стәрлетамаҡ — өс йылға (Ашҡаҙар, Ағиҙел, Стәрле) ҡалаһы, был хаҡта ике флаг ерлеген тоташтырған өс тулҡын кәүҙәләндерә.

Алтын (һары) төҫтәге биҙәлештә өс алтын ҡаҙ һәм тәбиғи төҫтәге һыуһар — ғәҙеллек, байлыҡ, һәм экологик яҡтан таҙа тәбиғәтте һаҡлауға ынтылыш символдары.

Хәҙерге флаг үҙгәртергә

Рәсәй президенты янындағы Геральдик совет тәҡдиме буйынса, 2006 йылдың 18 июлендә раҫланған флаг юҡҡа сығарыла[6]

Шул уҡ көндө яңы герб һәм уның нигеҙендә булдырылған флаг ҡабул ителә.

2006 йылдың 18 июлендәге ҡарары[7] менән ғәмәлдән сығарған положениелар 2006 йылдың 25 апрелендәге Положение ғына ғәмәлдән сығарылған булыуға күрә[8], шул уҡ 2001 йылдың 24 апрелендәге ҡарары үҙ көсөндә ҡалған була. 2007 йылдың 18 сентябрендә тәүге ҡала флагы де-юре ғәмәләдән сығарыла.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәте булған тура мөйөшлө туҡыма, ул ике горизонталь һыҙаттан тора: туҡыманың 7/10 киңлегендә күк төҫтәге өҫкө өлөштән, туҡыманың 1/10 киңлегендә аҡ төҫтәге — урта һәм күк төҫтәге — аҫҡы өлөштән; өҫкө күк һыҙаттың уртаһында — флаг һабына ҡарай йөҙгән ҡыҙыл суҡышлы өс аҡ ҡаҙ[5].

Символиканы дәлилләү үҙгәртергә

Стәрлетамаҡ ҡалаһының бөтә флагтары ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының боронғо гербына нигеҙләнеп эшләнгән.

Стәрлетамаҡ бай тарихлы ҡала, 1766 йылда Стәрле йылғаһы тамағында тоҙ пристанен төҙөү ҡала тарихында — бик мөһим этап. 15 йыл үтеүгә әүҙем үҫешкән ултыраҡ императрица Екатерина II указына ярашлы ҡала статусын ала һәм 1782 йылдың 8 (19) июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы гербы раҫлана. Хәҙерге гербта өҫкө ерлек юҡҡа сығарылған, сөнки Стәрлетамаҡ Өфө наместниклығына ҡарамай һәм Өфө гербының хәҙерге Стәрлетамаҡ гербында һаҡлап ҡалдырыу хата булыр ине.

Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ — Башҡортостан Республикаһында халыҡ һаны, социаль-мәҙәни һәм сәнәғәт потенциалы буйынса икенсе урынды биләгән ҡала. Ҡала Көньяҡ Уралдың көнбайыш итәгендә Ағиҙел йылғаһының һул ярында, Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары үҙ һыуҙарын ҡойған ерҙә урынлашҡан. Шулай уҡ бында Ольховка һәм Һәләүек йылғалары аға. Стәрлетатамаҡ бөтә донъяға билдәле дүрт шиханы (Йөрәктау, Ҡуштау, Шахтау һәм Торатау) арҡаһында ла билдәле. Рәсәй империяның Закондарҙың тулы йыйылмаһында Стәрлетамаҡ гербының ентекле тасуирламаһы бар: «…зәңгәр ерлектә йөҙөп йөрөгән өс көмөш ҡаҙ ошо ҡоштарҙың күплеге билдәһе». 240 йыл дауамында Стәрлетамаҡ гербы — ҡала халҡының ғорурлыҡ аҙығы һәм уңышлы үҫешкән ҡаланың хөрмәтле символы. Гебтың төп фигуралары — өс көмөш ҡаҙ. Уларҙың төҫө Стәрлетамаҡ халҡына хас булған иман, рухлылыҡ, юғары намыҫлылыҡ, сафлыҡ һәм ихласлыҡ төшөнсәләрен кәүҙәләндерә. Зәңгәрһыу төҫ ҡаланың гүзәллеген һәм бөйөклөгөн, шулай кешеләрҙең тәбиғәт именлеген һаҡлауға ынтылышын сағылдыра. Алтын төҫө — ҡаһарманлыҡ, саялыҡ, миһырбанлыҡ символдары. Һыуҙың муллығы киң тулҡынланып торған көмөш билбау менән күрһәтелә[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Решение Совета городского округа город Стерлитамак от 01.11.2006 № 2/16з «О флаге городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан»[1] Архивная копия от 9 ғинуар 2015 на Wayback Machine
  2. Решение Совета городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан от 18.07.2006 № 3/13з «О флаге городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан».[2](недоступная ссылка)
  3. Решение Стерлитамакского городского Совета Республики Башкортостан от 24.04.2001 № 5/17с «О флаге города Стерлитамака».[3](недоступная ссылка)
  4. Решение Совета городского округа города Стерлитамак Республики Башкортостан от 18.09.2007 № 13/25з «О признании недействующим и не подлежащим применению решение Стерлитамакского городского совета № 5/17с от 24.04.2001 „О флаге города“».[4](недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 5,2 [5] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Стерлитамак, стр. 87-88
  6. Решение Совета городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан от 01.11.2006 № 3/16з «О признании утратившими силу решений Совета городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан № 2/13з от 18.07.2006 „О гербе городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан“ и № 3/13з от 18.07.2006 „О флаге городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан“»(недоступная ссылка)
  7. Решение Совета городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан от 18.07.2006 № 1/13з «О признании утратившим силу решения Совета городского округа город Стерлитамак № 10/9з от 25.04.2006 „О гербе и флаге города Стерлитамака Республики Башкортостан“».(недоступная ссылка)
  8. Решение Совета городского округа города Стерлитамак Республики Башкортостан от 25.04.2006 № 10/9з «О гербе и флаге городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан».(недоступная ссылка)