Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры

Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы драма театры.

Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры
Элекке исеме

Белорет драма театры

Эшләй башлаған

1946

Урынлашҡан

Стәрлетамаҡ

Етәкселәре
Баш режиссёр

Исмайлова Людмила Олеговна

Ссылки

rusdramteatr.ru

 Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры Викимилектә

XX быуат башында Стәрлетамаҡта бер нисә рус театры, опера ансамбле, башҡорт драма театры эшләй.

1946 йылдың 5 февралендә Белорет драма театры базаһында рус дәүләт драма театры ойошторола[1][2].

Труппаны БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Константин Христофорович Шахбазиди етәкләй. Театр У. Шекспир, Ф. Шиллер, Л. Н. Толстой, А. Н. Островский, А. П. Чехов, Т. Уильямс, Д. Камю, У. Фолкнер әҫәрҙәрен сәхнәләштерә, барлығы 400 пьеса ҡуйыла.

Театр эшмәкәрлегендә заманса алымдар менән ҡуллана. Театр репертуарында хәҙерге заман жанрҙарының бөтә спектры — трагифарс, фарс-раунд, рок-притча, трагикомик фантазия һәм башҡалар бар. Театр төрлө фестиваль — конкурстарҙа ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә