Студентҡа һәйкәл (Донецк)

«Студент һәйкәле» — скульптура композицияһы, Донецк һәйкәлдәренең береһе.

Студентҡа һәйкәл
Нигеҙләү датаһы 2007
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Донецк
Жанр паблик-арт[d]
Карта
 Студентҡа һәйкәл Викимилектә

Студент һәйкәле

Һәйкәлде төҙөү Донецк милли университетына нигеҙ һалыныуҙың 70-йыллығына һәм иҡтисади-хоҡуҡи факультет асылыуҙың 25 йыллығына тап килтерелә.

Һәйкәлдең авторҙары Горловканан скульпторҙар Николай Новиков һәм Дмитрий Илюхин. Проект етәксеһе Петр Антипин. Скульптура Донецксталь ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡойолған.

Скульптура композицияһының бер нисә варианты эшләнә, шулар араһынан студенттар тауыш биреү юлы менән ахырғы вариантты һайлап ала.

Һәйкәл 2007 йылдың 6 сентябрендә Донецк милли университеты иҡтисади-хоҡуҡи факультетының яңы бинаһының эске ихатаһында асыла. Һәйкәлде асыу тантанаһында уның авторы Николай Новиков, проект етәксеһе Петр Антипин, Донецк милли университеты ректоры Владимир Шевченко, иҡтисади-хоҡуҡи факультет деканы Вячеслав Волков ҡатнашалар.

Һәйкәл эскәмйә янында баҫып торған студенттың тулы һынынан ғибәрәт. Студент эскәмйәгә ҡулы һәм тубығы менән таянған. Эскәмйәнең икенсе яғында Украинаның универсаль һәм конституцион хоҡуҡтары буйынса дәреслек, мантия һәм конфедератка ята.

Студентҡа һәйкәл шулай уҡ Харьков ҡалаһында Харьков милли радиоэлектроника университетына үҙәк инеү урыны эргәһендә ҡуйылған. Был скульптура композицияһы рәсми рәүештә «Студент» тип атала, ләкин киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта уны йыш ҡына «Программист һәйкәле», йәки «Студент-программист һәйкәле» тип атайҙар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Донецк һәйкәлдәре
  • Студент-программист һәйкәле

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Һылтанмалар