Стоянов Александр Васильевич

Стоянов Александр Васильевич (12 февраль 1918 йыл — 19 июнь 1971 йыл) — тракторсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы «Беренсе Май» колхозы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Стоянов Александр Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 12 февраль 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Шестопаловка, Казангуловская волость[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 19 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Шестопаловка, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Васильевич Стоянов 1918 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Шестопаловка ауылында тыуа.

Белеме — башланғыс. 1934 йылда Асылыкүл МТС-ының механизаторҙар мәктәбен тамамлағандан һуң «Беренсе Май» колхозында тракторсы булып эшләй. 1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1946 йылда демобилизацияланғандан һуң тракторсы булып эшләй, «Беренсе Май» колхозында ялан бригадаһы бригадиры була.

Бригада 1947 йылда иң юғары уңышҡа өлгәшә — 360 гектарҙа гектарынан 16 һәм унан күберәк центнер уңыш алына, айырым майҙандарҙа уңыш гектарынан 30 центнерға етә. Юғары уңыш колхозға иген тапшырыу планын үтәү мөмкинлеге бирә. Юғары уңыш арҡаһында һәр колхозсы һәр эш көнөнә берәр килограмм арыш, 4,5 килограмм бойҙай, 300 грамм тары һәм 200 грамм көнбағыш ала. Барлығы бригада ағзалары эш көнө өсөн 6 килограмм иген, өҫтәмә түләү ала.

Ауыл хужалығы тармағында юғары производство күрһәткестәре, 28,1 гектарҙа һәр гектарҙан 31,86 центнер бойҙай уңышы алған өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге указы менән А. В. Стояновҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1970 йылда тиклем пенсияға сыҡҡанға тиклем Дәүләкән районы «Россия» колхозының ат ҡараусыһы булып эшләй.

Стоянов Александр Васильевич 1971 йылдың 19 июнендә вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6

Һылтанмалар үҙгәртергә