Столыпин Пётр Аркадьевич

Петр Аркадьевич Столыпин - (2 [14] апрель, 1862, Дрезден, Саксония — 5 [18] сентябрь, 1911, Киев) - Рәсәй империяһы дәүләт эшмәкәре. Гродно һәм Һарытау губернаһы губернаторы, Эске эштәр министры, Рәсәй премьер министры (хөкүмәт рәйесе) булып эшләгән.

Столыпин Пётр Аркадьевич
рус. Пётр Аркадьевич Столыпин
Тыуған көнө

14 апрель 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Вафат булған көнө

5 сентябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (49 йәш)

Ил

 Рәсәй империяһы

 Столыпин Пётр Аркадьевич Викимилектә
Столыпин, Илья Репин рәсеме

Беренсе Рәсәй инҡилабын баҫтырыусы, аграр реформа үткәреүсе, хәрби-ялан хөкөмө ҡанунын булдырыусы. Рәхимһеҙ сәйәсәте өсөн Столыпинды тәнҡитләү күп булған.

Көнбайыш губерналарҙа урындағы хакимиәтен индергән.

Бөйөк Финляндия кенәзлеге үҙидараһын сикләгән.

Һайлау хоҡуҡтарын кәметкән. Икенсе Думаны таратҡан.

Столыпинды 11 тапҡыр үлтермәксе булғандар.

1911 йылдың 1 (14) сентябрендә Киев ҡала театрында анархист Дмитрий Богров (һаҡсы бүлегенең белдереп тороусыһы) тарафынан атып яраланған, ике көндән Столыпин үлгән. Киев-Печора лавраһына күмелгән.

Аграр реформа үҙгәртергә

Аграр реформа проектын Витте тәҡдим иткән, ләкин үткәрергә өлгөрмәгән.

Столыпин ошо реформаны үткәрә башлаған.

Реформа буйынса крәҫтиәндәргә ергә хосуси милекселек индерелгән, утарҙар булдырылған, коммуна (уртаҡ крәҫтиән хужалығы) бөтөрөлгән.

Аграр реформа үткәргәндә крәҫтиәндәр көсләп күсерелгән булған, шулай уҡ Башҡортостанға күсереп (һөрөп ) ебәрелгәндәр булған.

Столыпин эшсәнлегенә төрлө баһалар үҙгәртергә

Совет заманында Столыпин эшсәнлеге тәнҡитләнә һәм насар баһа бирелә, Столыпин галстугы (аҫып үлтереүсе) ҡушаматы иҫкә төшөрөлә.

Шулай уҡ либераль эшмәкәр Дмитрий Шипов 1908 йылда Столыпинды иректәрҙе ҡыҫҡаны өсөн тәнҡитләй.

Ҡайһы бер тарихсылар фекере буйынса Столыпин башлаған аграр реформа күбеһенсә алпауыттар, эре ер биләмәләре милекселәре файҙаһына үткәрелгәнгә күрә крәҫтиәндәрҙең ер мәсьәләһе сиселмәй ҡалған һәм шул Рәсәй инҡилабына килтергән. Һул ҡарашлы көстәр (эсерҙар, бигерәк тә большевиктар) ер мәсьәләһен тиҙ арала альтернатив сисеүҙе - алпауыттарҙың ер биләмәләрен крәҫтиән араһында бүлеүҙе тәҡдим итәләр, һәм крәҫтиәндәр тарафынан яҡланып, хакимиәткә киләләр.

Яҡшы баһалар үҙгәртергә

Монархистар һәм ҡайһы бер либералдар Столыпин эшсәнлегенә яҡшы баһа бирә. Хатта Горячкин Харбин ҡалаһында 1928 йылда "Беренсе рус фашисы" китабын сығара, китапта Столыпин менән Муссолини һәм Гитлер сағыштырыла. Урыҫ фашистары Харбинда Столыпинды үҙ юлбашсыһы итеп һанаған. Күбеһе урыҫ милләтселәре, уң ойошмалар, шул иҫәптән яҙыусы Солженицын Столыпинды бик хөрмәтләй. Батшалыҡты яратыусылар Столыпинды һуңғы монархияның яҡлаусыһы тип йөрөтә.

Столыпин әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Столыпин П. А. Нам нужна Великая Россия...: Полное собрание ресей в Государственной думы и Государственном совете. 1906-1911 / Предисл. Т. Ф. Шацилло; Сост., коммент. Ю. Г. Фельштинского. — М.: Молодая гвардия, 1991. — 416 б. — (Звонница; Антология русской публицистики). — 100 000 экз. — ISBN 5-235-01576-2 (в пер.)
 
Столыпин һәйкәле, 1917 йылда бөтөрөлгән, Киев
  • Һарытауҙа, Славгородта, Краснодарҙа һәм Мәскәүҙә һәйкәлдәр. (Киевта 1911 йылда ҡуйылған, 1917 йылда бөтөрөлгән; Семберҙә 1913 йылда ҡуйылған, 1917 йылда бөтөрөлгән)
  • Столыпин исемен Волга буйы идара итеү институты (Һарытау), Омск дәүләт аграр университеты һәм Ульяновск дәүләт ауыл хужалығы академияһы йөрөтәләр

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Stolypin, Peter Arcadevich (ингл.) // The Enciclopædia Britannica — 12 — London, NYC: 1922. — Vol. XXXII Pacific Ocean Islands to Zuloaga. — P. 578.