Столбово солохо — рус. Столбовский мир — 27 февраль (9 март1617 йыл — Столбово (Тихвин янында) ҡул ҡуйылған солох килешеүе, ул 1610—1617 йылдарҙағы рәсәй-швед һуғышына нөктә ҡуя.

Столбово солохо
Рәсем
Урын Столбово[d]
Ваҡиға ваҡыты 7 март 1617
Подписавшийся Урыҫ дәүләте һәм Швед империяһы[d]

Тыныслыҡ солохо Рәсәй батшалығы (батша Михаил Федорович) һәм Швед короллеге (король Густав II Адольф) араһында, инглиз короле Яков I аралашсылығы ярҙамында, төҙөлә. Алдан һөйләшеүҙәрҙе урыҫ яғынан кенәз Данило Мец, швед яғынан Якоб Делагарди үткәрә.

1617 йылғы тыныслыҡ килешеүе үҙгәртергә

1616 йылдың ғинуарында, Рәсәй батшалығы һәм Швеция короллеге араһында хәрби хәрәкәттәр туҡтағандан һуң, Рәсәй һәм Швеция делегациялары Иҫке Руссала тыныслыҡ һөйләшеүҙәре үткәрергә йыйылалар. Аралашсы булып Англия кешеһе Джон Мерик һәм Голландия илселәре сығыш яһай. Әммә ике айҙан һуң, килеп тыуған ҡаршылыҡтар арҡаһында, һөйләшеүҙәр өҙөлә, һәм февраль айында делегация ағзалары үҙ илдәренә ҡайтып китә.Сама менән бер йыл үткәс, 1616 йылдың декабрендә швед яғы инициативаһы буйынса, улар Тихвин янындағы Столбово ауылында яңынан йыйылалар. Был юлы Джон Мерик берҙән-бер аралашсы була.

 
Рәсәй һәм Швеция сиктәре төрлө ваҡытта килешеү буйынса, шулай уҡ генераль штаб , Гермелин, Плоттер, Ап-Норин һәм башҡалар карталары буйынса күрһәтелгән Финляндия картаһы. Ордин, Кесарь Филиппович «Покорение Финляндии. Опыт описания по неизданным источникам». Том I. — СПб: Тип. И. Н. Скороходова, 1889

1617 йылдың ғинуарында ҡыҙыу бәхәстәр менән үткән ике айҙан һуң һөйләшеүҙәр тамамлана, ә шул йылдың 27 февралендә ҡул ҡуйылған документ Столбово трактаты (шартнамәһе) исемен ала.

 
1617 йылдың 1 майы. Швеция короле Густав Адольфтың Столбовола Рәсәй һәм Швеция араһындағы мәңгелек солох килешеүенә ратификацияһы. Пергамент. Швед теле, король исеме алтын буяу менән яҙылған, ебәк бау менән тегелгән. Королдең имза-автографы. РГАДА.

Шартнамә тексы нигеҙендә Новгород ерҙәре ике дәүләт араһында бүленгән: Смута йылдарында яулап алынған Бөйөк Новгород һәм бөтә Новгород вотчинаһы, шул иҫәптән Иҫке Русса, Ладога, Порхов, Гдов өйәҙҙәре менән, шулай уҡ Сумер улусы (хәҙерге Ленинград өлкәһенең Самро күле районы) һәм шведтар тарафынан был территорияла яулап алынған хөкүмәт һәм сиркәү милке кире ҡайтарыла; Швед короллегенә Ивангород, Ям, Копорье, Корела, тотош Нева һәм Орешек өйәҙҙәре китә[1]. Бынан тыш, Мәскәү шведтарға айына 20 000 көмөш тәңкә түләргә мәжбүр була (XVII быуат башында бер һум 49 грамм көмөш тотҡан, тимәк, 20 000 көмөш тәңкә 980 кг көмөшкә тиң булған). Мәскәү Ливония һәм Карелия ерҙәренә дәғүәләрҙән баш тарта.

Килешеүҙең әһәмәте үҙгәртергә

Столбово солохо Рәсәйҙе Балтик диңгеҙенән тулыһынса өҙә, был Густав Адольфҡа Швеция армияһы һәм дипломатияһы өсөн ҙур еңеү тип һанарға мөмкинлек бирә.

XVII быуат башының ҡатмарлы халыҡ-ара һәм ил эсендәгә шарттарында, әле яңы ғына илде милли һәләкәт сигенә ҡуйған Смута ваҡыттының драматик осоро тамамланғас, Столбово солохо яҡшы, әммә Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш сиктәрендә тотороҡланыуының ваҡытлы этабы була. Шведтар тарафынан яулап алынған урыҫ ерҙәренең яҙмышы хәл ителмәй ҡала әле. Мәгәр король Густав Адольф ваҡытынан алда шатланған. Рәсәйҙең Балтик диңгеҙе ярҙарына сығыу өсөн көрәше башлана ғына әле. Һәм Столбово шартнамәһе был юлда тәүге аҙым була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Жуков К. История Невского края (с древнейших времён до конца XVIII века). СПб., 2010, с.138. ISBN 978-5-210-01565-5

Әҙәбиәт үҙгәртергә