Степанов Константин Иванович

Степанов Константин Иванович (1 июнь 1922 йыл — 13 март 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк командиры, кесе лейтенант, Советтар Союзы Геройы (1945).

Степанов Константин Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ҡушйылға, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 13 март 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Бишбүләк, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Ульяновск танк училищеһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
 Степанов Константин Иванович Викимилектә
Бүләкләү ҡағыҙы

Һуғыш йылдарында К. И. Степанов һәм уның танк экипажы хәрби иҫәбендә — 10-дан артыҡ шартлатылған һәм юҡ ителгән дошман танкыһы[1].

Биографияһы үҙгәртергә

Константин Иванович Степанов 1922 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Ҡушйылға ауылында тыуған. Сыуаш. Урта махсус белемле. Похвистневский (Һамар өлкәһе) ауыл хужалығы техникумын тамамлай.

1943 йылда Ульяновск танк училищеһын тамамлай. 1943 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

233-сө танк бригадаһының танк командиры (5-се механизацияланған корпусы, 6-сы танк армияһы, 2-се Украина фронты) кесе лейтенант К. И. Степанов Яссы (Румыния) ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Войнешти һәм Каменешти ауылдары өсөн барған һуғышта батырлыҡ күрһәтә.

«1944 йылдың 21 авгусынан 30 авгусына тиклем барған хәрби хәрәкәттәр ваҡытында батырлыҡ, геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Войнешти ауылы өсөн барған алышта, ҡамауға эләгеп, дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ итеп, үҙен батырҙарса һәм бирешмәүсән тота. Уның танкы Т-4 тибындағы 2 танкты, 4 танкыға ҡаршы орудиены, 2 миномет батареяһын һәм ротанан артыҡ дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә. 1944 йылдың 24 авгусында, Каменешти ауылы районындағы артабанғы хәрби хәрәкәттәрҙә, дошмандың ҙур группировкаһы менән беренсе булып алышҡа инә; дошмандың өс танкка ҡаршы орудиеһын, пехота һәм һуғыш припастары менән 12 автомашинаһын, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 40 йөк арбаһын юҡ итә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән, «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн», кесе лейтенант Степанов Константин Ивановичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6396) тапшырыла.

1945 йылдан КПСС ағзаһы.

Константин Иванович 1946 йылдан алып — запастағы капитан. Бишбүләк ауылында йәшәй. Бишбүләк районы эске эштәр бүлегендә, малсылыҡ сеймалын йыйыусы әҙерләүҙәр контораһы директоры, Бишбүләк урта мәктәбе уҡытыусыһы, Бишбүләк районының граждандар оборонаһы штабы начальнигы булып эшләй.

1999 йылдың 13 мартында вафат була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Ҡатыны — Степанова Анна Осиповна — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
    • Өлкән улы — Степанов Вячеслав
    • Ҡыҙы — Людмила Степанова
    • Улы — Владимир Степанов
    • Улы — Сергей Степанов

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Быстров А. А. Танки. 1916—1945: Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Бонус, Олма-Пресс, 2002. — С. 219—220. — ISBN 5-7867-0072-0, 5-224-02469-2.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 45, л. 323, 324).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 951, л. 4, 71, 72).
  4. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Степанов Константин Иванович // Краткая чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2001. — С. 387.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
  • Степанов Константин Иванович // Подвиги их — бессмертны : Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. — Уфа. 2000. — С. 278.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
  • Васильев М. В огне войны : [ О К. И. Степанове ] // Колхозный труд. — 1961. — 24 февр. — С. 4.
  • Матвеева Л. Почётные граждане села в школе : [ Встреча с К. И. Степановым ] // Светлый путь. — 1982. — 8 мая. — С. 4.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Степанов Константин Иванович. «Герои страны» сайты.