Сталактиттар (греч. Σταλακτίτης — «тамсынан хасил булған») — карст мәмерйәләрендәге түшәмдәренән һәленеп торған һемоген ултырма «имсәктәр» (боҙ һөңгөләре, һаламсыҡтар, кикректәр, суҡтар һ.б.).

Сталактит
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы Сталагмит
 Сталактит Викимилектә

Этимологияһы үҙгәртергә

«Сталактит» терминын 17-се быуатта дания врачы Оле Ворм уйлап сығарған[1], был латин һүҙен ул грекса σταλακτός (stalaktos, «тамыусы») һәм грек -ίτης (эйә тигәнгә бәйле -ites) суффиксын ҡушып яһаған[2]

Төрҙәре үҙгәртергә

Тар мәғәнәлә, эсе ҡыуыш («көпшәле сталактиттар») йәки ҡыуышлыҡһыҙ, кальцит тамсыларҙан хасил булған һарҡындылар сталактит тип атала. Киң мәғәнәлә, түшәмдә бөтөнләй башҡа юл менән төрлө һынға инеп барлыҡҡа килгән барлыҡ төр һарҡындылар (боҙ, балсыҡ, гипс, тоҙ, лава сталактиттар).

Башҡортостанда үҙгәртергә

Башҡортостандағы мәмерйәләрҙә лә сталагмиттар һәм сталактиттар бар. Шуларҙың береһе Күлйорттамаҡ мәмерйәһе (Космонавтар мәмерйәһе) — Башҡортостандың Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылынан көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Шүлгәнташ мәмерйәһенән 2 км түбәндәрәк урынлашҡан[3]. 1965 йылдар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлап ителгән. Мәмерйә түшәме кальцит һарҡымдары, сталактиттар менән ҡапланған.

Сталактиттар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Olao Worm. Museum Wormianum, Amsterdam. — 1655. — С. 50-52.
  2. Caves With The Longest Stalactite. — 2008-06-11.
  3. Наш Урал

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Занимательная спелеология. В. Н. Дублянский.
  • Мальцев В. «Пещера судьбы, пещера мечты», 1997