Стадион

спорт ҡоролмаһы

Стадио́н (грек. στάδιον, «ярыш майҙаны») — спорт ҡоролмаһы. Ғәҙәттә әйләнәһе буйлап йүгереү юлдары үткәрелгән һәм ситтәренә баҫҡыс-баҫҡыс итеп тамашасы эскәмйәләре теҙелгән ҙур түңәрәк майҙандан тора. Йыш ҡына күнекмәләр өсөн өҫтәмә майҙансыҡтары һәм кейенеп-сисенеү урындары ла була. Стадиондар асыҡ һауала үткәрелә торған спорт төрҙәре (мәҫәлән, еңел атлетика, футбол) өсөн генә түгел, шулай уҡ концерттар һәм башҡа саралар үткәреү өсөн дә файҙаланыла.

Стадион
Рәсем
 Стадион Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Беренсе стадиондар Боронғо Грецияла Олимпия уйындарын һәм башҡа спорт ярыштарын үткәреү өсөн барлыҡҡа килә. Иң боронғо билдәле стадион Олимпияла (Греция) була. Башта ул йүгереү буйынса ярыштар үткәреү өсөн файҙаланыла; майҙан үлсәмдәрен стандартлаштырыу шунан башлана — 180-200 метр (бер стадий, ҡоролма исеме лә ошо үлсәм исеменән алына).

Хәҙерге заман стадиондарынан тәүгеләрҙең береһе — 1877 йылда Англияла асылған Стэмфорд Бридж.

Футбол стадиондары үҙгәртергә

Универсаль (еңел атлетика өсөн, йүгереү юлдары менән йыһазландырылған) һәм футбол стадиондары бар (һуңғылары айырыуса Англияла күп).

Футбол буйынса тәүге Донъя чемпионатын (1930, Уругвай) Уругвайҙың баш ҡалаһы Монтевидеолағы «Поситос» стадионы (донъяла эллипс рәүешендәге беренсе стадиондар иҫәбендә) ҡабул итә. Турнир тарихындағы тәүге гол да шул стадионда индерелә.

Рекордлы стадиондар үҙгәртергә

Донъялағы иң ҙур стадиондар:

Донъялағы иң ҡиммәтле стадиондар:

Фотогалерея үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә