Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)

Өфө ҡалаһындағы ғилми-тикшеренеү учреждениеһы

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты — ғилми-тикшеренеү учреждениеһы (Өфө).

Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты

Институт тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре араһында түбәндәгеләр бар:

  • стационар булмаған динамикалы макроиҡтисади процестарҙы анализлау;
  • Рәсәй Федерацияһының потенциалы һәм милли байлыҡтарын ишәйтеү мәсьәләләре; тотороҡло һәм экологик хәүефһеҙ иҡтисади үҫеште тәьмин итеү мәсьәләләре;
  • Рәсәйҙең социаль-иҡтисади киңлеген трансформациялау; территориаль үҫеш стратегияһы.

Институттың төп структур подразделениелары (секторҙары): төбәк иҡтисады мәсьәләләре; төбәк финанстары һәм бюджет-һалым сәйәсәте; иҡтисадты математик моделләү; иҡтисади хәүефһеҙлек; территориаль үҫеште прогнозлау; социаль-хоҡуҡи тикшеренеүҙәр.

Директорҙары үҙгәртергә

19972004 иҡтисад фәндәре докторы, профессор Фәттәхов Рафаэль Вәлиәхмәт улы

20042006 иҡтисад фәндәре докторы, профессор Климова Нина Ивановна

2006 — әлеге ваҡытҡа тиклем, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Ғайнанов Дамир Әхнәф улы.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Институты сайты 2010 йыл 21 ғинуар архивланған.