Сосновка ауыл Советы

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы ауыл биләмәһе

Сосновка ауыл Советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1532 кеше[2], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1520 кеше[3]. Административ үҙәк — Сосновка.

Сосновский сельсовет
Сосновка ауыл Советы
Ил

Рәсәй

Статус

Ауыл биләмәһе

Урынлашҡан урыны

Белорет районы, Башҡортостан

Берләштерә

Сосновка, Арский Ташы, Рысыҡай, Түбәнге Биҡҡужа (Түбәнге Йәтвә (Сланцы))

Административ үҙәк

Сосновка

хакимиәт башлығы

Әбсәләмов Мансур Мәһәҙей улы

Рәсми телдәр

Башҡорт теле
Урыҫ теле

Халҡы (2009)

1520 [1]

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Почта индексы

453539

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Код ОКАТО

80 211 846 000

Ауыл биләмәһе башлығы — Әбсәләмов Мансур Мәһәҙей улы[2]

Эштәр идарасыһы — Нәҙершина Рәмзиә Лотфулла ҡыҙы.

Сосновка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең почта адресы:

453539, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Сосновка ауылы, Үҙәк урам, 6.

Состав үҙгәртергә

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Сосновка ауыл советы ауыл биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар исемлеге. Йәмғиһе — 1532[2].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 чел. %
1610 1520 -90 -5,59

Тарихи белешмә үҙгәртергә

XX быуаттын утыҙынсы йылдарында Сосновка ауылы урынында «ЗАК йорто» торған - тотҡондар йорто. Репрессияға әләккән ғаиләләр алты йортта йәшәй. Был «Нура» лагерының өҫтәмә хужалығы була.

Репрессия тотҡондары «Нура» лагеры өсөн сусҡалар ашата, емеш-еләк үҫтерә, һыйыр һәм ҡуяндар аҫрай. 1933 йылда игенселек хужалығы менән шөғөлләнә башлағас, Белорет металлургия комбинаты транспорты йәлеп ителә. Ферма тирәләй утарҙар барлыҡҡа килә: Иҫке Йәтвә утары, Рысыҡай ауылы. Һуңынан ферманан «Нура» ауыл хужалығы артеле ойошторола. 1933 йылдан 1945 йылға тиклем өс артель барлыҡҡа килә: Рысыҡай ауылында — «Урал», Новобельск ауылында — «Ҡыҙыл йондоҙ», Сосновка ауылында — «Нура». Өс артелдең халҡы Ломовка ауыл советына ҡарай. Ә Хөсәйен ауылының «Йондоҙ», Үткәл ауылының «Яңы юл», «Башҡортостанға 10 йыл» артелдәренең халҡы Шығай ауыл советына керә. Хужалыҡтарҙы эреләтеү процессы барышында 1950 йылда тәүге өс артель ҡушылып «Молотов» артеленә әйләнә(үҙәге — Сосновка ҡасабаһы). Һуңғы өс артелдең бергә ҡушылыу арҡаһында Шығай ауылында үҙәкләштерелгән «Маленков» артеле барлыҡҡа килә.

Маленков һәм Молотов артелдәрен бергәләштереү процессы һөҙөмтәһендә «Заря» колхозы барлыҡҡа килә. Бынан тыш 1960 йылда Николаевский артеле лә «Заря» колхозы составына керә. Ауыл хужылығы артелдәрен эреләтеү барышында 1960 йылда Сосновка ҡасабаһында Сосновка ауыл советы ойошторола һәм Шығай ауыл советы Сосновка ауыл советы составына керә.

1972 йылда Сосновка ауыл советының үҙгәреп ҡоролоу арҡаһында ике ауыл советына бүленә: Сосновка ауыл советы һәм Шығай ауыл советы. Сосновка ауыл советы составына киләһе ауылдар керә: Сосновка ҡасабаһы, Рысыҡай ауылы, Сланцы ауылы, Арский ташы туристик базаһы, Новобельск ауылы.

Ҡыҫҡа белешмә үҙгәртергә

1992 йылдың 17 марты — Сосновка халыҡ депуттарының ауыл Советы, ауыл советы президиумы һәм БАССР Белорет районының ауыл хакимиәте.

1995 йылдың 05 марты — Сосновка ауыл депутаттары советы һәм Башҡортостан Республикаһы Белорет районының ауыл хакимиәте.

2003 йылдың 21 марты — Сосновка ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сосновка ауыл советынын муниципаль берәмегенә әйләнә. 2004 йылда Новобельск ауылы Шығай ауыл советы составына керә.

2006 йылдың 01 ғинуары — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Сосновка ауыл советы ауыл биләмәһе.

География үҙгәртергә

Гидрография үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19045 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.