Сорочинск һыуһаҡлағысы

Сорочинск һыу һаҡлағысы (рус. Сорочинское водохранилище - Ырымбур өлкәһендә Сорочинск ҡалаһы янында урынлашҡан ҙур һыуһаҡлағыс. Һыу менән ике йылға - Һамар һәм Оло Соран йырҙалары буйлап һуҙылған. Һыуһаҡлағыс Һамар тамағынан 402 км алыҫлыҡта урынлашҡан Һамар йылғаһы буйлап ятҡылыҡтың оҙонлоғо 28 км самаһы, ә Оло Соран йылғаһы буйлап 18 км тәшкил итә. Максималь тәрәнлек - 13 м самаһы. Һыу йыйғыс майҙаны — 5640 км². Һыу көҙгөһө майҙаны — 35,56 км²[2]

Сорочинск һыуһаҡлағысы
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Һамар (Волга ҡушылдығы) һәм Осьмая[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Һамар (Волга ҡушылдығы)
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Карта
 Сорочинск һыуһаҡлағысы Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Сорочинский һыуһаҡлағысының төп маҡсаты - Һамар йылғаһының һыуҙарын арттырыу, яҙғы ташыуҙы яйға һалыу. Яҙғы осорҙа ятҡылыҡтан һыу ағып сығыуын контролдә тотоу арҡаһында яҙғы осорҙа һыу ташыуҙан килгән зыян кәмей. Бынан тыш, һыуһаҡлағыста балыҡтар төрлө балыҡтар - карп, һаҙан, Һөмбаш, шамбы, алабуға, суртан һәм йәйен үрсетәләр.

Төҙөлөү тарихы үҙгәртергә

Һыуһаҡлағысты проектлау Ырымбур өлкәһендәге Быҙаулыҡ районын һыу менән тәьмин итеү маҡсатында 1968 йылда уҡ башланған. Гидропроекттың Куйбышев филиалы Һамар йылғаһын һәм уның ҡушылдыҡтарын файҙаланыу проекттарын 1969 йылда тамамлай. Бер нисә йыл дауамында проект документацияһын эшләү талап ителә һәм төҙөлөшкә 70-се йылдар уртаһында ғына тотона алалар. Киң ҡоласлы төҙөлөш эштәре 1994 йылда ғына башланған. Ҡыҙыу темп менән эшләп, 1997 йылда һыуһаҡлағыс файҙаланыуға тапшырылған.

2009 йылда дәүләт комиссияһы объектты ҡабул итә.

Рекреацион файҙаланыу һәм экология проблемалары үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта тиҙ үрсей торған ылымыҡтар һәм ҡыуаҡтар Сорочинск һыуһаҡлағысы өсөн етди проблема булып тора. Бынан тыш, һыуһаҡлағысты тултырылған һыу Һамар йылғаһынан килә, ә уға таҙартҡыстары булмаған ауылдарҙан ҡалдыҡтар ағыҙыла. Бындай торлаҡ пункттарҙа үҙ таҙартыуҡоролмаларының булмауы һыуһаҡлағыстың экологияһына зыян килтерә[3].

Сорочинск һыу һыуһаҡлағысын туристар һәм урындағы халыҡ һыу инеү һәм балыҡ тотоу[4] өсөн әүҙем ҡуллана. Әммә ял итеү өсөн майҙансыҡтар аҙ, һыу инеү ятҡылыҡтың байтаҡ өлөшөндә тыйылған[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә