Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы

педагог, үҙешмәкәр композитор

Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (10 апрель 1938 йыл) — педагог, мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр композитор. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013),Рәсәйҙең (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Ишембай районының почётлы гражданы (2008)[1].

Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы
Исеме

Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Рахманова (Ҡарамышева)

Тыуған көнө

10 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Маҡар ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог, мәҙәниәт эшмәкәре, композитор

Наградалары һәм премиялары

Салауат Юлаев ордены(2013),Рәсәйҙең (1998), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» билдәһе (2008)

Биографияһы үҙгәртергә

Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова (ҡыҙ фамилияһы Рахманова, дөрөҫөрәге- Ҡарамышева) 1938 йылдың 10 апрелендә Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған, уның атаһы Ғәзизрахман Ҡарамышев (Рахманов)- башҡорт дворяндары Ҡарамышевтар нәҫеленән, фамилияһын власть тарафынан эҙәрлекләүҙәр арҡаһында революциянан һуң үҙгәртергә мәжбүр булған. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан.

1958 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт — ағартыу мәктәбенең хор-дирижерлыҡ бүлеген,

1963 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (М. П. Фоменков класын),

1972 йылда — Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтын (Е. А. Калганов класын) тамамлаған. Иосиф Кобзон менән бер курста уҡыған, уның менән дуҫтарса мөнәсәбәт бөйөк йырсының һуңғы көндәренсә дауам итә.

1958—1959 йылдар -

1959—1962 йылдар — Маҡар районының район мәҙәниәт йорто етәксеһе (Петровский ауылы).

1962—1972 йылдар — Дыуан районындағы Мәсәғүт педагогия училищеһында музыка уҡытыусыһы .

1973 йыл — Ишембай ҡалаһы музыка мәктәбенең балалар хоры етәксеһе.

1975—1993 йылдар — нефтселәрҙең С. М. Киров исемендәге мәҙәниәт һарайы хоры етәксеһе (Ишембай ҡалаһы).

Ишембай музыка мәктәбенең Кинйәбулат һәм Маҡар урта мәктәптәрендәге филиалдарын ойоштороусы.

1992—1999 йылдар — Ишембай ҡалаһы 2-се һанлы интернат — мәктәбендә (1994 йылдан- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, 201 йылдан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) музыка уҡытыусыһы һәм балалар хоры етәксеһе.

1999 йылдан тыуған ауылы Маҡарҙа йәшәй һәм эшләй. Маҡар урта мәктәбендә Ишембай районы музыка мәктәбе филиалын астырыуға өлгәшә (башта был уҡыу йорто өсөн бина Солтановтар иҫәбенә ремонтлана, улар иҫәбенә инструменттар һатып алына, хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡы түләнә) , «Селтербей» исемле балалар йыр ансамбле булдыра. Маҡар ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро"ноң әүҙем ағзаһы. Ауылда бик күп мәҙәни саралар ойшотороусыларҙың береһе.

Ул етәкләгән коллективтар бик күп фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты. Үҙешмәкәр композитор. М.Солтанова яҙған йырҙар район үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары репертурында оҙаҡ йылдар һаҡлана.

Мәрйәм Солтанова башҡорт шағирҙарының күп шиғырҙарына йырҙар ижад итеп, уларҙан ике йыйынтыҡ туплап, баҫтырып сығарған.

2021 йылдың мартында Мәрйәм Солтанова «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» V республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалы менән бүләкләнде[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Салауат Юлаев ордены(2013)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)
  • Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн билдәһе (2008)
  • Ишембай районының почётлы гражданы (2008)
  • Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалы (2021)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Султанова, Марьям Газизрахмановна. Күңелем моңдары (Песни души моей) : [для пения (соло, анс., хор) с букв.-цифр. обозначением аккордов] / Мәрйәм Солтанова. — Уфа : Китап, 2008. — 61 с. : портр.; 30 см; ISBN 978-5-295-04417-5.В пер. Описание сост. по вып. дан.
  • Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы. Ҡояшлы ер, ҡояшлы йыр,Өфө: Китап, 2013

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Ишимбайская энциклопедия, Уфа: "Башкирская энциклопедия", 2015, страница 534

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [www.ishimbai-kultura.ru/.../238-sultanova-rakhmanova-maryam-gazizrakhmanovna Султанова-Рахманова Марьям Газизрахмановна]
  • [kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2602 - «Киске Өфө» гәзитенең сайты - МАҠАР АҒИНӘЙҘӘРЕ ТАРИХИ ...]
  • Султанова Марьям Газизрахмановна(недоступная ссылка)
  • [idshi.bash.muzkult.ru/struktura_6/?font-serif=Детская школа искусств Ишимбайского района]