Солтанморат (рус. Султанмуратово) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 706 кеше[2]. ОКАТО коды — 80205840001.

Ауыл
Солтанморат
рус. Султанмуратово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Солтанморат

Координаталар

54°06′02″ с. ш. 55°43′49″ в. д.HGЯO

Халҡы

706[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453498

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 840 001

ОКТМО коды

80 605 440 101

ГКГН номеры

0519067

Солтанморат (Рәсәй)
Солтанморат
Солтанморат
Солтанморат (Башҡортостан Республикаһы)
Солтанморат

Географик урыны үҙгәртергә

Түрһәгәҙе йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 45 км[3]

Тарихы үҙгәртергә

Солтанморат ауылы — күренекле совет татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың (1887—1937) тыуған төйәге. Ауыл Нуғай һәм Себер даруғаларының мишәр старшинаһы Солтанморат Янышевтың исемен йөрөтә. Ул батшалыҡ яҡлы булған. Михаил Михельсондың язалау корпусы составында Пугачевсыларҙы эҙәрлекләп, Өфөнән Ҡазанға тиклем бара. Каратель Михельсон үҙенең 1774 йылдың 25 апрелендәге рапортында халыҡ массалары мәнфәғәттәренең хыянатсылары Солтанморат Янышев менән Миндәй Тулеевтың «ҙур ярҙам»ын һыҙыҡ өҫтөнә алып, хөкүмәттән был «ышаныслы ҡолдарҙы» наградлауҙарын һорай. Ысынлап та, Солтанморат 1773-1775 йылдарҙа баш күтәреүселәргә ҡаршы яза биреү акциялары өсөн ике алтын миҙал, күлдәк, 2 мең һум аҡса менән бүләкләнә һәм мишәрҙәрҙән беренсе булып капитан исеменә лайыҡ була. Уның ҡустыһы Бәхтейәр ҙә алтын миҙал ала. Уларҙың атаһы Яныш Абдуллин батша хөкүмәтенең әүҙем яҡлыһы булған төп мишәр старшинаһы була. Яныш XVIII быуаттың 30-сы йылдарында башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн ҡылыс менән бүләкләнә. Һуңынан, 1755 йылда башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡаны өсөн икенсе ҡылыс, күлдәк, сүмес һәм 100 һум аҡса ала. Яныш Абдуллин «тере тауар» — баш күтәреүселәрҙең ҡатындарын һәм балаларын ала, уларҙы аҙаҡ йорт хеҙмәтселәренә әйләндерә. Уның улы Солтанморат крепостнойҙар һәм хеҙмәтселәр һанын арттырырға маташа. 1777 йылда, мәҫәлән, старшина мырҙа Солтанморат Янышев менән прапорщик Ибраһим Чанышев үҙҙәренең командаһынан 63 кешене крепостной кеше булараҡ һата. Әммә Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәтле кешеләр һанын кәметеү яҡлы булмаған хөкүмәт был һатыуға рөхсәт бирмәй. Ауыл 1761 йылда, мишәрҙәр Меркет-Мең башҡорттарынан ер һатып алғас барлыҡҡа килә.

Ауыл күп халыҡлы. 1795 йылда 60 йортта — 408, 1859 йылда 130 йортта 879 мишәр иҫәпләнә. XVIII быуат аҙағында бында яһаҡлы татарҙар ҙа була, улар аҙаҡ Баҡай Түрһәғәҙе ауылына күсерелә[4].

1865 йылда Солтанморат ике ауыл булараҡ иҫәпкә алынған: беренсеһендә 100 йортта 934 кеше йәшәгән (игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 223 йортта — 1378 кеше (мәсет, училище, һыу тирмәне булған). Һуңынан был ауылдар бергә иҫәпкә алына. 1906 йылда 2 мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[5].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 706 331 375 46,9 53,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (79 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары үҙгәртергә

  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Фрунзе урамы (рус. улица Фрунзе)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[7]

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Видеояҙмаларҙа үҙгәртергә

Музей Султанмуратово [9].

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

  • Тишеклетау тауы[10]

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

Солтанморат ауылында Ғәлимйән Ибраһимов музейы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Солтанморат // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Госсправка сайтында урамдар исеме
  8. Рәхмәтулла С.
  9. YouTube сайтында Видео
  10. Памятники природы республики Башкортостан

Һылтанмалар үҙгәртергә