Солта́н (ғәр. سلطانsulṭān, арам. שולטנא šulṭānā — хакимиәт) — Ислам дәүләттәрендә хаким дәрәжәһе. Уның бер нисә тарихи мәғәнәһе бар. Әгәр дәүләткә солтан идара итһә, дәүләт солтанлыҡ тип атала.

Солтан
Рәсем
Идара ителеүсе ойошма солтанлыҡ[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1924
 Солтан Викимилектә
Солтан Сөләймән I

Этимологияһы үҙгәртергә

Ҡөрьәндә «солтан» һүҙе менән хакимиәт төшөнсәһе билдәләнә; Исламдың тәүге быуаттарында шул мәғәнәлә ҡулланыла. Һуңғараҡ ул донъяуи дәүләт хакимиәтенең берҙән-бер башлығы мәғәнәһендә ҡулланыла башлай, ә дини өлкәлә абруйлы башлыҡ — имам етәкселек итә. Тәүге тапҡыр ошо сифатта, моғайын, Мөхәммәт әт-Тәбәри тарафынан һижрәнең 262 йылы (875—876 миләди йыл) ваҡиғалары тураһындағы мәғлүмәттәрендә ҡулланылғандыр.

Тарихи солтанлыҡтар үҙгәртергә

 
1942 йылғы почта маркаһы. Солтан Сәлих ибн Ғәлиб һәм Әш-Шәһр

Сәлжүк солтанлыҡтары үҙгәртергә

1037—1194 йылдарҙа Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш илдәре территорияһында оғуҙ-төркмәндәрҙең яулап алыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дәүләт йәшәй. Уның башында сәлжүктәр династияһы тора. 1038—1055 йылдарҙа сәлжүктәр Хөрәсән, Хәрәзм, Әзербайжан һәм Ираҡты яулай. Ғәббәсиҙәр хәлифе әл-Ҡәим Тоғрулбәкте (1038—1063) «Көнсығыш һәм Көнбайыш батшаһы» һәм сотаны тип танырға мәжбүр була. Сәлжүк солтаны хәлифтең ҡалғайы тип һанала, ә хәлифтең үҙенең үҙ аллылығы һәм абруйы бик әҙ була. Торғулбәк дәүләтенең баш ҡалаһы Рей ҡалаһы була.

11-се быуат һуңынан Сәлжүктәр империяһы тарҡала башлай. Бының төп сәбәбе булып беренсе тәре походы тора. Империя Грузияны, Ширванды, Кесе Азияның яр буйы өлөштәрен, Сүриәнең бер өлөшөн һәм Фәләстанды юғалта; феодал бүленеш һәм вассалдарҙың сепаратистик ынтылыштары үҫә. Торҡулбәк осоронда Сәлжүк ырыуына ҙур ерҙәр бирелә, уларҙың ҡайһы берҙәре ваҡыт үткәс үҙ аллы солтанлыҡтарға әүерелә: Керман (1041—1187; Сүриә (1074—1117); Конья йәки Рум (1077—1307).

Мәлик шаһ вафат булғас, Сәлжүк империяһы үҙ ара талашыусылар ҡулына эләгә; солтан тәхете Мәлик шаһтың бер улынан икенсеһенә күсә. Мәхмүдкә (1092—1094), Баркиярукка (1094—1104), Мәлик шаһ II (1104—1105) һәм Мөхәммәткә (1105—1118) аҡһөйәктәр менән генә түгел, исмаилиттар хәрәкәтенә ҡаршы ла көрәшергә тура килә. 1118 йылда солтанат Мөхәммәттең улы Мәхмүт һәм ағаһы Санджар араһында бүленә. Беренсеһенә баш ҡалаһы Хамадан ҡалаһында булған Ираҡ солтанаты тура килһә (Көнбайыш Иран, Ираҡ һәм Әзербайжан), икенсеһенә баш ҡалаһы Мерв булған Хөрәсән, Хәрәзм һәм Мавераннахр эләгә[1].

Мысыр солтанлыҡтары үҙгәртергә

Әйүбиҙәр

Яҡын Көнсығышта 1171—1250 йылдарҙа идара иткән Әйүбиҙәр династияһы курд сығышлы була. Уға нигеҙ һалыусы Сәләхетдин әл-Әйүби, Мысырҙағы төрки сәлжүктәр ғәскәрҙәренә таянып, шиғыйҙарҙың Фатимиҙар династияһын тәхеттән төшөрә. Әйүбиҙәр Киренаикта, Триполитанияла, Йәмәндә, Сүриәлә, үрге Месопотамияла хакимлыҡ итә. Улар тәре йөрөтөүселәрҙе бер ни тиклем еңә, сөнниҙәрҙең хакимлығын нығыта һәм шиғыйҙарҙы эҙәрлекләй. Барлыҡ әйүбиҙәрҙең үҙ аллы идара иткән айырым провинциялары була. 1250 йылда мәмлүктәр әйүбиҙәрҙең һуңғы солтанын үтерә һәм Мәмлүк солтанаты ойоштора[2].

Мәмлүктәр
 
Солтан Хөсәйен Камил
 
Солтан Әхмәд Фуад I

XI—XII быуаттарҙа Мысырҙа идара иткән Әйүбиҙәр династияһы мәмлүктәрҙе хәрби хеҙмәткә ылыҡтыра. 1250 йылда төрөк мәмлүктәрҙең лидерҙары Мысырҙы үҙ ҡулдарына алып, Әйүбиҙәрҙе властан ситләштерә. 10 йылдан һуң мәмлүктәр солтан Бейбарыҫ етәкселегендә Айн Джалута эргәһендә монгол-таптарҙарҙы тар-мар итә. 1268 йылда улар тарафынан тәре йөрөтөүселәр тар-мар ителә, тағы ла 5 йылдан һуң — исмалит-низариттар. Мәмлүк солтанаты биләмәләре Сүриәне һәм Фәләстанды, Төньяҡ Африка территорияһының бер өлөшөн үҙ эсенә ала. Улар Кесе Азияның көньяғында Рубенидтар әрмән батшалығын бөтөрә. Мәмлүктәр сөнниҙәр була һәм монгол-татарҙар Бағдад хәлифәлеген тар-мар иткәндән һуң, ҡабаттан Ғәббәсиҙәр хәлифәлеген тергеҙә. Әммә ғәмәлдәге донъяуи власть Ғәббәсиҙәр хәлифәлегендә түгел, ә мәмлүк солтандарында була. Мосолмандарҙың изге ҡалалары Мәккә һәм Мәҙинә лә мәмлүктәр һағы аҫтында була. был осорҙа солтанатта мәҙәни тормош үҫеш ала.

1516 йылдарҙа Сәлим I етәкселегендә төрөк-ғосмандар Алеппо эргәһендә Марж Дабикелағы алышта мәмлүктәрҙе еңә һәм уларҙың биләмәләрен Ғосман империяһына ҡуша. Мәмлүктәр Мысырҙа үҙ йоғонтоһон 1811 йылға, мысыр солтаны уларҙы ҡырып бөтөрөргә бойорғанға тиклем тиклем һаҡлап ҡала. Мәмлүктәр идараһы ике династия — Бахриттар (1250—1390) һәм Бурджиттар тарафынан алып барыла (1390—1516)[3].

Мысыр солтанаты

1914 йылдың декабрендә Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығы Мысырҙың инглиз буйһоноуына күсеүе тураһында белдерә. 19 декабрҙә инглиздәр был ваҡытта Истанбулда булған хедив Ғәббәс II тәхетенән ҡолата. Власть солтан титулын ҡабул иткән уның ағаһы Хөсәйен Камилға күсә. Ул вафат булғас, власть уның кесе ҡустыһы Әхмәд Фуад I ҡала. Солтан булып алғас, Фуад бойондороҡһоҙ Мысыр дәүләте төҙөү өсөн ҡеүәтле хәрәкәт ойошторған мысыр милләтселәре араһында яҡлау таба. 1919 йылда тоҡанған ихтилал ҡанһыҙ рәүештә баҫтырыла, әммә азатлыҡ өсөн көрәш туҡтамай. 1921 йылда илде яъы ихтилал солғап ала, ул Бөйөк Британия хөкүмәтен Мысырҙың бойондороҡһоҙлоғон танырға мәжбүр итә[4].

Ғәзнәүиҙәр солтанлығы үҙгәртергә

X быуаттың икенсе яртыһында Көньяҡ Азия һәм Үҙәк Азияның бер өлөшөндә баш ҡалаһы Ғәзнә ҡалаһында булған (хәҙер Көньяҡ Афғанстан) Ғәзнәүиҙәр солтанлығы ойошторола. 1186 йылға тиклем идара иткән Ғәзнә солтандары династияһы төркмәндәрҙең ҡайы ҡәбиләһенән була. Дәүләт Хөрәсән, Афғанстан, Хәрәзм, Бохара, Гурган, Һиндостандың һәм Ирандың бер өлөшөн биләй. Иң билдәле идарасы — Мәхмүд Ғәзнәүи. Масуд I (1030—41) идара иткәндә дәүләт тарҡала башлай, ә 1186 йылда, Хосрәү-Малик (1160—86) хакимлығында дәүләт тә, Ғәзнәүиҙәр династияһы ла йәшәүҙән туҡтай[5].

Һиндостан солтанлыҡтары үҙгәртергә

Дели солтанлығы

Хәҙерге Һиндостан территорияһында беренсе ҙур ислам дәүләте 1206 йылда төркиҙәр тарафынан булдырыла һәм Дели солтанаты тип атала. Уның башында гуридтар — Афғанстандың Гор провинцияһынан сығыусылар тора. XII быуат һуңында Мөхәммәт Гури Лахор ҡалаһын баш ҡала итеп, Һиндостандың төньяҡ-көнбайышына даими барымта ойоштороп тора. Уның полководецы Ҡотоб-уд-Дин Айбәк, Тараори (1192) һәм Чанадаварҙа (1194) еңеүҙән һуң Һиндостанға эйә булып, үҙенең таянған башлығы вафат булғас, Лахорҙан айрылып, үҙен Дели солтаны тип иғлан итә.

Беренсе солтандар, төрки булараҡ, мәҙәни һәм сәйсәи йәһәттән иран телле донъяға тартыла, әммә өсөнсө солтан Илтотмыш үҙенә Төньяҡ Һиндостан тигеҙлегенең стратегик пункттарын алып, Делиҙа нигеҙләнә. Ул 1236 йылда вафат булғас, 30 йыл дауам иткән үҙ-ара низағтарҙан һуң тәъеткә Гийас уд-Дин Балбан ултыра. Уға солтанлыҡты хәрби раджпуттарҙан һәм монголдарҙың баҫҡынсылығынан һаҡларға тура килә.

14-се быуатта солтанлыҡ Көнсығыш Европа менән сауҙа бәйләнешендә тора. Рәсәй һәм Украина территорияларында (нигеҙҙә Ҡырымда, Волга буйынса һәм Төньяҡ Кавказда) Делиҙа һуғылған бер нисә алтын һәм еҙ тәңкә табыла[6].

Бенгал солтанлығы

XIV—XVI быуаттарҙа Бенгалия территорияһында Бенгал солтанлығы була. Дели солтанлығы ваҡытында Бенгалияның ислам хакимдары Делиҙан бойондороҡлолоҡто бик аҙ күләмдә генә танып, үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып күрше территорияларға барымта ойоштора һәм солтанға ваҡыт ваҡыты менән генә яһаҡ түләй. Тарихсы Бараниға ярашлы, Лакхнаутиҙың барлыҡ хакимдары, баш ҡаланың алыҫ урынлашҡанынан файҙаланып, баш күтәрә; был өлкә халҡы ла буйһонмай. Шуға күрә Лакхнаутиҙы «Булгакпур» (Болҡағпур — «Мятежный город») тип атайҙар.

1265 йылда Делиҙа власҡа солтан Гийас әд-дин Балбан килгәс, ул Бенгалияның баш бирмәҫ наместнигы Туграл Туған ханды бәреп төшөрөп, уның урынына үҙенең улы Бугра ханды ултырта, әммә ул да буйһонмаҫ хаким булып китә. 1287 йылда Балбан вафат булғас, Бугра хандың улы Муизз әд-дин Кай-Кубадты солтан итеп күтәрәләр.1288 йылда Бугра хан улына ҡаршы ғәскәр менән сыға, әммә хәрби берелеш булмай: Айодхьяға еткәс, Бугра хан үҙен Бенгалияның батшаһы сифатында таныуҙарына өлгәшә һәм улының биләмәләрен ҡалдырып китә.

1342 йылда Шамс әд-дин Ильяс шаһ үҙен Лакхнаутиҙың солтаны тип иғлан итә һәм тирә-яҡты баҫып ала башлай. 1352 йылда ул үҙен Бенгалия солтаны тип белдерә. 1353 йылда Дели солтаны Фируз шаһ III Туглак уға ҡаршы каратель походы менән килә. Ильяс шаһ һуғышһыҙ ғына Экдала ҡәлғәһенә сигенә. Фируз шаһ ҡәлғәне урап ала, әммә уны баҫып ала алмай. хатта ике ай ҡамауҙа тотҡандан һуң да кире Делиға китергә мәжбүр булы, ә Ильяс шаһ ҡабаттан тотош Бенгалияға эйә була. Уның тоҡомдары ил менән 1415 йылға, идуистар династияһына нигеҙ һалған Раджа Ганеша бәреп төшөргәнгә тиклем идара итә. 1437 йылда Ильяс шаһтың вариҫтары власты кире ҡайтара.

1554 йылда Делиҙа Ислам шаһ вафат булғас, Бенгалия наместнигы Мөхәммәт хан Суридта бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм Шамс әд-дин Мөхәммәт шаһ тип атала башлай. Әммә 10 йылдан һуң Бенгалияла власты Афғанстандың Бөйөк Моғулдар Империяһының вассал буйһоноуындағы Каррани династияһы ҡулына ала. 1576 йылда Дауд хан Каррани язаланғас, Бенгалия Бөйөк Моғулдарҙың туранан-тура идараһына күсә.

Бахмани солтанлығы

Көньяҡ Һиндостанда беренсе ислам дәүләте (Бахмани солтанлығы) 1347 йылда Деккандың көнбайышында Дели солтанлығына ҡаршы сыҡҡан раджалар тарафынан булдырыла. 1518—1527 йылдарҙа Бахмани дәүләте тарҡалғандан һуң, уның урынына Биджапур, Берар, Ахмаднагар, Бидар, голконда солтанлыҡтары (Декан солтанлыҡтары) барлыҡҡа килә.

Дәүләт башында Гулбарга ҡалаһынан тороп идара иткән Бахманиҙар династияһы солтандары тора. 1429 йылда баш ҡала Бидарға күсерелә. Кришна йылғаһынан көньяҡҡа Виджаянагар империяһы һуҙыла, уның менән солтанат үҙ тарихы дауамында ҡаты һуғыш алып бара. 1470 йылдар башында Бахманиҙар дәүләтен һәм уның төп үҙәктәрен (Бидар һәм Голконда ҡәлғәләре) сауҙа ниәте менән Тверь сауҙагәре Афанасий Никитин урап сыға. Уның сәйәхәте тураһында «Хожении за три моря» әҫәрендә бәйән ителә.

Ғосман империяһы үҙгәртергә

 
Селим I Яуыз — солтан һәм хәлиф

Ғосман солтандары Урта Азияның Балх өлкәһендә йәшәгән ҡаңлы уғыҙ ҡәбиләһенән була. Монголдарҙың баҫҡынсылығынан ҡасып, уларҙың бер өлөшө юлбашсылары Джалал уд-дин хоерзмшаһында хеҙмәттә булған көнбайышҡа күсенә. Һуңынан ҙур булмаған ҡайы подразделениеһы Эртогрул етәкселегендә рум солтаны Ала-әд-дин Кей-Кубад I биләмәһенә күсенә. Ул уға Византия биләмәләре менән сиктәш булған Анатолиялағы Сегют уджын бирә. 1402 йылда Урта Азияны баҫып алыусы Аҡһаҡ Тимер ғосмандарҙы Анкара эргәһендә тар-мар итә. Солтан Баязид I әсирлеккә эләгә һәм шунда вафат була. Тимер ғосмандар дәүләтен өс өлөшкә бүлә Морад II генә уны бер дәүләткә берләштереүгә өлгәшә. Төрөктәрҙе экспансиялау XIV быуатта башлана.

1517 йылда Селим I Мысырҙа мәмлүктәр дәүләтен юҡҡа сығара һәм уны үҙенең биләмәләренә ҡуша. Шулай уҡ ул хаҡ динлеләрҙең яңы хәлиф титулын ала. Ғосман солтандары хәлиф титулын 1924 йылға тиклем йөрөтә. Яйлап көс йыйып, төрөк-ғосмандар Балҡан ярымутрауы, Кесе Азия, Мароккоға тиклем Төньяҡ Африка, Сүриә, Фәләстан, Ғәрәп ярымутрауы, Месопотамия, Кавказ аръяғы, Ҡырым территорияларын үҙ ҡулына ала.

1909 йылда солтан Абдул-Хамид II тәхеттән төшөрәләр һәм Ғосман империяһында абсолют монархия йәшәүҙән туҡтай. Тәхеткә Абдул-Хәмид II быға тиклем хоҡуҡһыҙ булған туғаны Мехмед V ултыра, уның идаралығы осоронда империяла хәл-торош ҙур тиҙлек менән ҡатмарлаша башлай. 1922 йылда солтан Мехмед VI илдән китә. Шул ваҡыттан алып Ғосман империяһында монархия йәшәүҙән туҡтай. Документаль рәүештә был 1923 йылдың 29 октябрендә — Төркиә Республикаһы иғлан ителгәс теркәлә. Башҡаса Төркиәлә монархия тергеҙелмәй.

Занзибар үҙгәртергә

Занзибар Оман солтанлығының (Маскат солтанлығы) Бу Сәиди династияһы хакимдарының кесе ағзалары биләмәһе булараҡ бүленә. Занзибар власы элек көнсығыш Африка яр буйына, Ози йылғаһының Дальгадо һәм Кипини морондары, Унгуджа (Занзибар утрауы), Пемба һәм башҡа утрауҙар араһында һуҙыла. Балыҡ, шулай уҡ тәмләткестәр, фил һөйәге һ.б. нәмәләр менән сауҙа әүҙем бара. Төҙөлөш киң йәйелдерелә.

Әммә протекторат оҙаҡ тормай. 1896 йылдың 27 авгусында, тарихта иң ҡыҫҡа һуғыш булараҡ (Гиннестың рекордтар китабы буйынса) билдәле булған Англия-Занзибар һуғышы һөҙөмтәһендә солтан Хәлид ибн Баргаш ҡыуыла, ә тәхеткә британдарға ҡулай хаким ултыртыла.

XX быуаттың беренсе яртыһында Занзибарҙа тулыһынса Бөйөк Британия контроле аҫтында булған марионетка солтан режимы урынлаштырыла, әммә Занзибар формаль яҡтан ярым үҙ аллы дәүләт берләшмәһе булып ҡала. Британ һәм солтан хакимлығына ҡаршы көрәщ Икенсе донъя һуғышынан һуң әүҙемләшә һәм ниндәйҙер кимәлдә бында Таганьикиҙың ҡыҫылышы бар.

1963 йылдың 10 декабрендә Занзибарҙың дәүләт бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 16 декабрҙә инде яңы дәүләт БМО-ға ҡабул ителә. 1964 йылдың 12 ҡинуарында Занзибарҙа антифеодаль Занзибар инҡилабы ойошторола һәм солтан Сәид-Джамшид-ибн-Абдулла тәхетенән ҡолатылып илдән ҡыуыла. Был солтанлыҡтың бөтөрөлөүен (Занзибар һәм Пема Халыҡ республикаһы иғлан ителә) һәм Занзибарҙың яңы барлыҡҡа килгән Танзания дәүләтенә инеүен тиҙләтә.

Йемен үҙгәртергә

Кәсири солтанлығы

1488 йылда Бадр Абу Тувайрак етәкселегендәге Кәсири ҡәбиләһе таулы Йәмәндән Хадрамаут төбәгенә баҫып инеп, Тарим һәм Сайвун ҡалаларын яулай. Кәсири солтанлығы ғәскәре составын ялланған, нигеҙҙә Адендан төньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан өлкәләрҙән, яугирҙар тәшкил итә. Яулап алыуҙан һуң яҡынса 100 йыл үткәс, уларҙың вариҫтары көнбайыш Хадрамутты узурпациялай һәм баш ҡалаһы әл-Катнда булған үҙ аллы солтанлыҡ ойоштора[7]. Баҫып алғандан һуң Кәсириҙәр династияһы Хадрамаут төбәге менән тулыһынса тиерлек идара итә.

Хадрамауттағы Кәсири династияһы власын 19-сы йөҙ йыллыҡта уларҙың көнәркәштәре куайтиҙар бүлгеләй. Кәсириҙәр идараһы сикләнә. Куайтиҙар — Үмәр бин Авад әл-Куайти улдары — башта 1858 йылда Шибам ҡалаһын тартып ала, һуңынан 1866 йылда Эш-Шихрҙы, 1881 йылда Эл-Мукалланы кире ҡайтара.

Солтанлыҡ XIX быуат һуңында Аден протекторатына инеү мәсьәләһе буйынса Бөйөк Британия менән килешеү төҙөй. 1888 йылда Бөйөк Британия Куати солтанлығының протектораты булыуға өлгәшә. 1902 йылда Куайти Аден протекторатында берҙәм солтанлыҡ булып китә. 1918 йылда Бөйөк Британия Кәсири солтанлығы протектораты була. 1930 йылдар аҙағында «Инграмас солохон» төҙөгәс, Хадрамаут Бөйөк Британияның Аден протектораты составына инә. Кәсири солтанлығы Көньяҡ Ғәрәбстан федерацияһына инеүҙән баш тарта, әммә Көньяҡ Ғәрәбстан протекторатына инеп, Бөйөк Британия протекторатында ҡала.

1949 йылдан Кәсири солтанлығы солтаны булған Әл-Хөсәйен ибн Али 1967 йылдың октябрендә тәхетенән ҡолатыла һәм ноябрҙә солтанлыҡ яңы Көньяҡ Йәмән бойондороҡһоҙ дәүләтенең бер өлөшө булып китә. 1990 йылда Көньяҡ Йәмән һәм Төньяҡ Йәмән берләшеп, Йәмән Республикаһы барлыҡҡа килә, әммә территорияның 65 проценты самаһы, Хадрамаут төбәген дә индереп, хөкүмәт тарафынан контролләнмәй һәм урындағы шәйехтәр тарафынан идара ителә.

Ҡеүәйти солтанлығы
 
Солтан Сәлих ибн Галиб һәм Эш-Шихр ҡалаһы һүрәтләнгән 1942 йылғы марка.

Ҡеүәйти солтанлығына Үмәр әл-Ҡеүәйтиҙең улдары, Хәйҙәрәбад ҡораллы көстәренең кесе офицеры һәм низамы тарафынан нигеҙләнә. Тәүҙә улар 1858 йылда үҙҙәренең дошмандары — Кәсири солтандарынан Шибам ҡалаһын тартып ала.

Бойондороҡһоҙ солтанлыҡ 1866 йылда, Шихр ҡалаһы ғәрәп кланы шәйехе Куайти Авад I ҡулында булғанда ойошторола[8]. 1866 йылдың ноябренән 1867 йылдың майына тиклем Эш-Шихр Катири солтанлығы оккупацияһында була, һуңынан уны яулап алалар һәм ул Ҡүәйти солтанлығының (Qu’aiti Sultanate) бер өлөшөнә әйләнә. Шихр уның баш ҡалаһы була.[8] В последующие годы Авад I сумел значительно расширить свои владения и создал самое крупное государство в пределах Хадрамаута[8].

1881 йылда Ҡүәйти солтанлығына Мукалла инә һәм һуңыраҡ уның баш ҡалаһына әйләнә[8]. 1881 йылдың 10 ноябрендә al-Shihr һәм al-Mukalla дәүләттәре берләшә, яңы дәүләт Quaiti Sultanate of Shir and Mukalla тип атала башлай. Мукалла ҡалаһы 1967 йылға тиклем солтанлыҡтың төп ҡалаһы була. Шулай итеп әл-Ҡүәйти династияһы Кәсири династияһын Аден ҡултығындағы Хадрамаут яры буйынан тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығара. Әммә 1888 йылда Авад I инглиз протекторатын танырға мәжбүр була һәм үҙенең бойондороҡһоҙлоғон юғалта[8]

Ҡаҙаҡ ханлығы үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ ханлығында солтан — аҡһөйәктәрҙең мираҫ булып килмәгән дәрәжәһе. Яҡынса урыҫтарҙың дәрәжәһенә тура килә. Солтандар ҡәбиләләр, ҡәбилә бүләксәләренең түрәләре араһынан һайлана. Солтандар араһынан хан һайлана.

Дәште Ҡыпсаҡта ҡасан солтан титулы ҡасан ҡабул ителеүе билдәле түгел, әммә беренсе ҡаҙаҡ хакимдары Кирәй хан менән Жанибәк хан (1466 — 1480) Әбү-л-хәйерҙең үзбәк ханлығында солтан дәрәжәһендә йөрөй. Ҡаҙаҡ далаларында бары тик Сыңғыҙхандың оло улы Джучи яғынан вариҫтары ғына солтан була алған. Солтандар бик йыш айырым ырыуҙың йәки ҡәбиләнең хакимы булған. Уларҙың абруйы, байлығы һәм ырыулы булыуынан сығып олоҫ йәки аймаҡ ҙурлығы билдәләнгән.

Батша осоронда солтандар олоҫтар менән олоҫ башлығы хоҡуғында идара иткән һәм 12-се класлы чиновник тип һаналғандар. Вазифа атаһынан улына мираҫ итеп бирелгән. Вариҫ булмаған осраҡта, олоҫ һайлауҙарында ағаһы йәки яҡын туғаныүҙенең кандидатураһын күрһәтеп, һайланған һәм артабан өлкә Идараһында раҫланған.

Солтан штатында уның ярҙамсыһы (улы йәки яҡын туғаны); рус һәм ҡаҙаҡ телен белгән секретарь булған. Олоҫтар менән идара итакән солтандарҙан тыш, исемдәрен һаҡлап ҡалған, әммә идара итеүгә ҡыҫыла алмаған солтандар ҙа булған. Солтандар йыйылышы үҙ округының өлкән солтанын һайлаған, суд ҡарарҙарын тормошҡа ашырған.

Хәҙерге солтанлыҡтар үҙгәртергә

Бруней үҙгәртергә

Брунейҙың беренсе солтаны ислам ҡабул иткәнгә тиклем Алак-бер-Тата (1363—1402 йылдарҙа идара итә) исемен йөрөтәкн Мөхәммәд шаһ була. Яйлап дәүләттең йоғонтоһо киңәйә бара һәм XVI быуаттың беренсе яртыһында көсәйә генә. Бишенсе солтан Болкиях (14851521) идара иткән ваҡытта Бруней Калимантандың, Сулу утрауының һәм Калимантандың төньяҡ-көнбайыш тирә-яғын тулыһынса тигәндәй контролдә тота.

1906 йылда Брунейға инглиз резиденты билдәләнә һәм солтан уның фекере менән иҫәпләшергә тейеш була. 1929 йылда Брунейҙа нефть табыла башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Бруней Япония (19411945) оккупацияһында була, һуңынан ҡабат Бөйөк Британия йоғонтоһона күсә һәм 1959 йылға тиклем инглиз Саравака идаралығында була.

1950 йылда тәхеткә яңы солтан — либераль ҡарашлы, дипломатик юлдар менән инглиздәрҙән үҙ иленә ҙур ташламалар алырға тырышҡан Ғүмәр Әли Сәйфеддин III ултыра. Ул һуғыштан һуң солтанлыҡ бюджетына «Royal Dutch Shell» компанияһынна килгән иғәнәләрҙе прогрессив реформалар өсөн файҙалана.

1959 йылдың 29 сентябрендә Брунейҙың беренсе конституцияһы ҡабул ителә һәм ул бөгөнгәсә ғәмәлдә. Был документ илдә идара итеүҙең парламент системаһын индерә, әммә юғары власть элеккесә советтарҙың тотош системаһы ярҙамына таянған солтан ҡулында ҡала. Ҡануниәт советы (парламент) закондар әҙерләй, уларҙы ҡабул итә һәм бюджетты контролләй. Шул уҡ ваҡытта солтан парламент хупламаһа ла үҙ ҡарарын декрет формаһында үткәрә ала, шулай уҡ совет ҡабул иткән ҡарарҙы раҫламаҫҡа ла мөмкин. Был ҡануниәт органын формалаштырыу системаһы шулай ҡорола: солтан унда һәр саҡ күпселек тауыш ала, сәнки 33 ағзаның 16-һы ғына һайлана, ҡалғандарын солтан тәғәйенләй йәки улар вазифаһы буйынса инә.

1984 йылдың 1 ғинуары төнөндә, күп һанлы халыҡ алдында, Бандар-Сери-Бегавана үҙәк майҙанындағы һарайының балконынан солтан Хассанал Болкиах Брунейҙың мөстәҡиллеген, уның бойондороҡһоҙлоғон һәм территориаль бөтөнлөгөн иғлан итә. Бруней халҡының ярты быцат самаһы үҙ иле менән үҙ аллы идара итеү өсөн көрәше еңеү менән тамамлана.

Оман үҙгәртергә

Омандың яр буйы һыҙаты аша Африка гоминидтарының Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияға таралыу юлы үтә. Илдең ғәрәптәргә тиклемге халҡы прото-автралоидтар була һәм Хузестан эламиттары кеүек үк, Судан һәм Эфиопиянан килгән семит телле кушита халыҡтары менән ҡушылып, юғала. Быны гаплотөркөмдәр буйынса тикшереү ҙә раҫлай. Беҙҙең эраға тиклем 1-се мең йыллыҡта Оманға Йәмәндән урындағы ҡәбиләләрҙе баҫып алған кушиттарҙың ғәрәпләшкән ямани ҡәбиләһе килә. Беҙҙең эраның VI быуатында Оманды сәсәниҙәр ғәскәре тар-мар итә, шулай уҡ күрше бедуиндар ҡәбиләләренең баҫҡынсылығынан һуң бушап ҡала. VII быуатта Оман Ғәрәп хәлифәлеге составына индерелә, был феодаль мөнәсәбәттәрҙең үҫешен тиҙләштерә. Халҡы исламға индерелә. VIII быуат урталарында был өлкә урындағы хаким-имамдарҙың власы аҫтында бойондороҡһоҙ була, әммә быуат ярымдан һуң Оман ҡабаттан Ғәббәсиҙәр династияһы хәлифтәре тарафынан баҫып алына. Уларҙың хакимлығы XI власҡа набхан ҡәбиләләре шәйехтәре династияһы килгәнгә тиклем дауам итә. XVI—XVII быуаттарҙа Оман португалдар власында була һәм бары тик 1650 йылда ғына улар ҡыуыла. XVIII быуат башында илде фарсылдар яулай, әммә 1741 йылда уларҙы хаким Әхмәт Зафари ҡыуып сығара. Ул Омандан тыш, Фарсы ҡултығы утрауҙарына, хәҙерге Ирандың яр буйҙарының ҙур өлөшөнә һәм Көньяҡ Африканың Сомалиҙан алып Мозамбикка тиклем яр буйҙарына, шулай уҡ ошо территорияларға ҡараған утрауҙарға хужа булып, ҙур пират дәүләте төҙөй.

1832 йылда Оман солтанының резиденцияһы Занзибар утрауына күсерелә, ә 1856 йылда, ул ваҡыттағы солтан Сәйет ибн Солтандың вафатынан һуң, дәүләт уның ике улы араһында бүленеп, ике — үҙ аллы Африка һәм Азия өлөшө булып китә. XIX быуаттың икенсе яртыһында улар айырым-айырым Британия протекторатына инә.

1938 йылда власҡа яңы солтан — Сәйеи бин Таймур килә. Әммә ҡәбиләнең күпселек шәйехтәре инглиздәргә ҡараған Маскат солтанлығын түгел, ә власта Мөхәммәт әл-Хәлили булған Оман имаматын хуп күрә. Икенсе донъя һуғышынан һуң, 1945 йылғы конференцияла Маскатта күпселек шәйехтәр Сәйет бин-Теймур ҡулы аҫтына инеү өсөн тауыш бирә. 1970 йылдың 23 июлендәге түңкәрелеш ваҡытында Сәйетте улы Кабус тәхеттән ҡолата һәм шунда уҡ Омандың иҡтисадын заманлаштыра башлай һәм социаль сикләүҙәрҙе бөтөрә. 1987 йылда Оман туризм өсөн асыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ҡалып:Советская историческая энциклопедия
  2. Айюбиды // Исторический словарь. — 2000.
  3. Али-заде, А. А. [486 Мамлюки] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  4. Рыжов, К. В. Мухаммада Али династия // Все монархи мира. Мусульманский Восток. XV—XX вв. — М. : Вече, 2004. — ISBN 5-9533-0384-X.
  5. Газневиды // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  6. Пачкалов А. В. Связи Золотой Орды с Индией и Китаем в свете монетных находок // Евразия. Этнокультурное взаимодействие и исторические судьбы. М., 2004. С. 204—206.
  7. ПУТЕВОДИТЕЛЬ по ЙЕМЕНУ - "КАРАВАННОЕ ЦАРСТВО". ЧАСТЬ II. Глава ДОЛИНА ХАДРАМАУТ. АВТОР - ВЛАДИМИР АСМАКОВ.. 2013 йыл 22 сентябрь архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 ВЛАДИМИР АСМАКОВ. ГЕОГРАФИЯ. ПУТЕВОДИТЕЛЬ по ЙЕМЕНУ - "КАРАВАННОЕ ЦАРСТВО". ЧАСТЬ II., GEOGRAFIA. 2013 йыл 22 сентябрь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Бартольд В. В. Халиф и султан // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1966. — Т. VI: Работы по истории ислама и арабского халифата.