Смут-Хоули тариф акты

Смут-Хоули тариф акты (ингл. The Smoot-Hawley Tariff Act, 1930) - 1930 йылдың 17 июнендә Америка Ҡушма Штаттарында ғәмәлгә керетелгән акт. Был акт буйынса 20 000 - дән ашыу импорт тауарҙарына һалымдар ҡырҡа күтәрелә.

Актты ғәмәлгә керетеү сәбәптәре үҙгәртергә

Беренсе донъя һуғышынан һуңғы йылдарҙа Ҡушма Штаттарҙа етештереү кимәле үҫә, әммә килем һәм һатып алыу кимәле үҙгәрешһеҙ ҡала. Юта штаты сенаторы Рид Смут һәм и Орегон штатынан Вәкилдәр палатаһы Америкала етештерелгән тауарҙарҙың үтемлеген арттырыу өсөн сит ил тауарҙарына һалымды күтәреүсе акт тәҡдим итә. 1928 йылғы президентлыҡ кампанияһында Герберт Гувер ауыл хужалығы тауарҙарына һалымды күтәреп, фермерҙарға ярҙам итергә вәғәҙә иткән була. Гувер еңә һәм Конгрессҡа ауыл хужалығы тауарҙарына һалымды күтәреп, сәнәғәт тауарҙарына һалымдә кәметергә тәҡдим итә, әммә Конгрестағы күпселектең баҫымы аҫтында актҡа ҡул ҡуя.

Актҡа ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр үҙгәртергә

1930 йылдың майында Пол Дуглас, Ирвинг Фишер, Фрэнк Тауссинг һәм Клэр Уилкокс етәкселеге аҫтында 1028 экономист президенттың был акттҡа вето һалыуын үтенеп яҙған хатҡа ҡул ҡуя. Автомобиль етештереүсе компания хужаһы Генри Форд Аҡ йортта был актты ахмаҡлыҡ тип атап, Гуверҙы актҡа вето һалырға күндерергә тырыша. 1932 йылғы президентлыҡ кампанияһында Франклин Рузвельт был актты АҠШ иҡтисадын ҡаҡшатыуында ғәйепләй.

Актты ғәмәлгә керетеү эҙемтәләре үҙгәртергә

Смут-Хоули акты 3200-ҙән артыҡ тауарға һалымды 60 процентҡа күтәрә. Ҡушма Штаттарҙың импорты 66 процентҡа, 1929 йылдағы 4, 4 миллиард долларҙан 1933 йылда 1,5 миллиард долларға кәмей, экспорты иһә 61 процентҡа, 5,4 миллиард долларҙан 2,1 миллиард долларға кәмей. Ҡайһы бер белгестәр иҫбатлауынса, Смут-Хоули актын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә Бөйөк депрессия артабан тәрәнәйә.

1930 йылда был актҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем үк башҡа илдәр уға яуап итеп Америка менән сауҙа мөнәсәбәттәренә үҙгәрештәр индерә. 1929 йылдың сентябренә тиклем Гуверт хакимиәте 23 сит ил партнерынан протест хаты ала, әммә был хаттарға күҙ йомола. 1929 йылда, Вәкилдәр палатаһы актты ҡабул иткәс, Америка тауарҙарына бойкот башлана, төрлө илдәрҙә Американан индерелгән тауарҙарға шулай уҡ һалымдар күтәрелә. Канада - Американың иң төп партнеры - 1930 йылда уҡ 16 тауарға яңы һалымдар керетә. Франция һәм Бөйөк Британия бүтән илдәр менән һатыу итеүҙе үҫештерә башлай. Германия башҡа Көнбайыш илдәр менән бәйләнеште бөтөнләй өҙә. Шулай итеп, Смут-Хоули акты донъя баҙарының ҡаҡшауына килтерә.

Һалымдарҙы кәметеү үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында илдәр араһында сауҙа мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү, күп яҡлы сауҙа килешеүҙәре төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Һөҙөмтәлә, 1944 йылғы Бреттон-Вуд конференцияһында 1945 йылдың декабренә сит ил тауарҙарына һалымдарҙы төшөрөү тураһында килешеүҙәр төҙөлә, артабан - Генераль сауҙа һәм тарифтар тураһында килешеү булдырыла.