Слоним ратушаһы (бел. Слонімская ратуша) — барокко архитектура ҡомартҡыһы, Белоруссияның Гродно өлкәһе Слоним ҡалаһында урынлашҡан. Адресы: Совет урамы, 6-сы йорт. Бина ҡала үҙәгендә XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. Элекке ратуша бинаһы Беларусь Республикаһының республмка әһәмиәтендәге Дүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә индерелгән[1].

Слоним ратушаһы
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Слоним[d]
Дата производства 1740
Архитектура стиле Барокко
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/slonim/ind…
Карта

Тарих үҙгәртергә

Ратуша XVIII быуаттың икенсе яртыһында кирбестән төҙөлгән. Ғәҙәттәге бина Баҙар майҙаны менән бәйле, ул майҙанды көньяҡ-көнсығыштан ябып тора. Ратуша бинаһы архитектураһында барокко һыҙаттары һаҡланып ҡалған.

Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң был бинала ҡала башҡарма комитеты урынлашҡан. Әлеге ваҡытта Слоним үҙәк район китапханаһы урынлашҡан[2].

Архитектура үҙгәртергә

Слоним ратушаһы ике ҡатлы бинанан ғибәрәт, ул тура мөйөшлө, ике яҡлы ҡыйыҡлы. Ярҙамсы корпустары менән бергә ул йомоҡ каре формаһында төҙөлгән. Бинаның манаралары юҡ, ул ҡәтғи симметриялы (магистрат символы булған традицион манараһыҙ). Фасад һығылмалы: пилястрҙар, филенка, уйымдар менән биҙәлгән. Планлаштырыуы коридор-анфиладлы типта, уның ике ҡаты араһында баҫҡыс, баҫҡысы -үҙәк вестибюлдә урынлашҡан. Бинала магистрат ағзалары өсөн бүлмәләрҙән һәм ултырыштар залынан тыш суд бүлмәһе, гауптвахта, архив бүлмәләре бар.

Элек бинаның дүрт колонналы портигы булған, ундағы фронтонда скульптуралар торған. Хәҙерге ваҡытта ихата фасадында XVIII быуатҡа ҡараған пилястрлы декорация күренештәре һаҡланған[3].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Караткевіч в. б., а. м. Кулагін Слоніма Помнікі — Мінск: і Навука тэхніка, 1983.
  • Архітэктура Беларусі: даведнік Энцыклапедычный. — Мн.: БелЭн, 1993. — С. 620: іл. — ISBN 5-85700-078-5.
  • Збор помнікаў Беларусі гісторыі культура і. — Мн.: Беларуская энцыклапедыя савецкая, [1986-1988].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Дзяржаўны спіс гісторыка-культурных каштоўнасцей Рэспублікі Беларусь: [Даведнік] / склад. В. Я. Абламскi, І. М. Чарняўскі, Ю. А. Барысюк. — Мн.: БЕЛТА, 2009. — 684 с. — 1000 экз. — ISBN 978-985-6828-35-8.
  2. Достопримечательности
  3. Слонимская ратуша на сайте Глобус Беларуси

Һылтанмалар үҙгәртергә