«Скопье-2014» — был Македония Республикаһының (ВМРО-ДПМНЕ) тарихи шәхестәргә һәйкәлдәр, фонтандар, скульптуралар, музейҙар һәм баш ҡала Скопье үҙәгендә административ биналар төҙөү буйынса хөкүмәт проекты. Был проект ҡаланың туристарҙы йәлеп итеү ҡеүәһен арттырырға тейеш була. «Скопье-2014» проектына ҡаршы бер нисә йәмәғәт ойошмалары һәм сәйәси партиялар сығыш яһай[1].

Скопье-2014
 Скопье-2014 Викимилектә

Проект 2010 йылдың 4 февралендә тәҡдим ителә. Эштәрҙе тамамлау 2014 йылға планлаштырыла[2]. Тәүҙә проект 80 миллион евроға баһалана[3]. Проектҡа ярашлы бөтәһе 40-тан ашыу һәйкәл һәм 20 бина төҙөү планлаштырыла. Һәйкәлдәрҙең күпселек өлөшөн Македония һәм Яугир майҙанында һәм Вардар йылғаһы яр буйы урамына яҡын төҙөргә уйланыла. Елена һәм Константин сиркәүҙәрен төҙөү эше ваҡытлыса туҡтатыла.

«Скопье-2014» проекты сиктәрендә төҙөлгән иң билдәле ҡоролмалар — Македония майҙанында арыҫландар һындары һәм мәрмәр фонтан менән уратып алынған Александр Македонскийҙың 25 метрлыҡ атлы һәйкәле, Яугир майҙанында арҡалаштары һындары һәм фонтандар менән уратып алынған Филипп II Македонскийҙың 28 метрлыҡ һәйкәле, «Македония» Триумфаль аркаһы, Вардар йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн, күп һанлы изгеләр (береһендә) һәм ғали заттар (икенсеһендә) һындары ҡуйылған, яңы Сәнғәт һәм Цивилизация күперҙәре, Вардар йылғаһы аша яңыртылған «алтын» Гоце Делчев күпере, Македония Милли театры, Македония операһы, Македония филармонияһы, бер нисә монументаль административ бина һәм музей бинаһы, Вардар йылғаһында корабль рәүешендә өс бина-ресторан, Вардар йылғаһында фонтандар[4]. Шулай уҡ проект сиктәрендә Методия Андонов-Ченто, Самуил батша, Юстиниан I, Гоце Делчев, Дамян Груев, «Гемиджии», изгеләр Кирилл һәм Мефодийҙың, изгеләр Климент һәм Наумдың һәйкәлдәре һәм күперҙәр янында, майҙандарҙа, парктарҙа, йорттарҙа башҡа бик күп һәйкәлдәр, һындар төҙөлә. Шулай уҡ проект сиктәрендә ҡалала Лондондағы кеүек ике ҡатлы маршрут автобустары йөрөтөлә башлай.

Тәнҡит үҙгәртергә

«Скопье-2014» проекты йыш ҡына тәнҡитләүҙәргә дусар була. Шулай, Александр Македонскийҙы мәңгеләштереү, уны үҙенең тарихының бер өлөшө тип һанаған Грецияның ризаһыҙлығын тыуҙыра. Бынан тыш, һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Македония Республикаһының үҙенең халҡының яртыһынан күберәге был проектты хупламай. Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡтың төп сәбәбе — Македония Республикаһы иҡтисады өсөн ҡатмарлы осорҙа ҙур финанс сығымдары була. Төрлө баһалар буйынса, проектҡа 200 миллиондан 500 миллионға тиклем евро киткән. Проект эстетик яҡтан да тәнҡитләүҙәргә дусар була. Мәҫәлән, Македония архитекторы Роберт Дандаров раҫлауынса «Скопье, дөрөҫөн әйткәндә, „китч“ энциклопедияһына әйләнеп китте» (Китч (кич) (нем. Kitsch — илке-һалҡы ғына башҡарылған эш, зауыҡһыҙлыҡ, «мәғәнәһеҙ»)).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Marusic, Sinisa. Skopje 2014 Forges Ahead Despite Macedonian Crisis, Balkan Story. 30 июль 2012 тикшерелгән.
  2. www.idividi.com.mk, Презентиран проектот «Скопје 2014», посетили на 20.09.2011 года.
  3. 80 млн евро променят центъра на Скопие, Vesti.bg, 03.05.2010 г.
  4. Реконструкция или китч? «Скопье-2014» вызывает споры // azattyq.org