Сипылдаҡ төйөт
Сипылдаҡ төйөт
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Һылыуҡастар
Ырыу: Төйөттәр
Төр: Сипылдаҡ төйөт
Латинса исеме
Phylloscopus sibilatrix
(Bechstein, 1793)
ITIS 179847
NCBI 48153

Сипылдаҡ төйөт (урыҫ пеночка-трещотка) (лат. Phylloscopus sibilatrix) — Һылыуҡастар (Sylviidae) ғаиләһенән булған һайраусы ҡош .

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөүсе етеҙ ҡош. Һырты яғы көрәнһуы йәшел.Ҡашы, башыныү ике яғы, тамағы һәм түше тоноҡ һары, ҡорһағы аҡ.Ҡанаттарының ҡауырһындары һары ситле ҡара- көрән. Башҡа төйөтәрҙән төҫө менән әллә ни айырылмай, ләкин һайрауы үҙенсәлекле. Ҡыҫҡа ғына: «төйөт» йәки «төйт», ә һайрауы яңғырауыҡлы «зи-зи-зи зирррр».

Йәшәгән урыны үҙгәртергә

Урман һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында йәшәй. Күсмә ҡош, киң таралған. Ерҙә, һирәкләп ағас баштарында оялай.

Үрсеүе үҙгәртергә

Ерәнһыу таптар менән сыбарланған 5-8 бөртөк йомортҡа һала.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Төрлө ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.

Диалекттарҙа үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. —— 91-се бит.

 
Ҡош балалары
 
Phylloscopus sibilatrix