Сиппар

Боронғо Месопотамиялағы ҡала һәм дәүләт

Сиппар (шумер.Ҡалып:Lang-sum) — Боронғо Месопотамиялағы ҡала һәм дәүләт  (хәҙерге Ираҡ). Түбәнге  Месопотамияның төньяғында, Евфрат йылғаһының көнсығыш ярында урынлашҡан булған.   Шумер легендалары һөйләүенсә,  Бөйөк Туфанға тиклем Сиппар ул заманда был ерҙәрҙә булған мәшһүр биш ҡаланың  Ларактан һуң дүртенсеһе итеп төҙөлгән. Әҙәби яҙмаларҙан күренеүенсә, иң иртә Шумерҙың башҡа мөһим ҡалалары Эреду, Бад-тибира, Ларак һәм Шуруппак булған.  Ниппур батшалары исемлегенә  ярашлы, Сиппарҙа 1 мифик батша —  Эн-Мендуранна хакимлыҡ иткән, батшалыҡ итеүенең оҙайлығы  5 шар[1] һәм 5 нер[2] (21,000 йыл) тәшкил иткән, шунан һуң ҡала ҡалдырып кителә, тәхете  Шуруппакҡа күсерелә[3]. Әлеге ваҡытта Сиппар харабалары  Телль-Әбү-Хаббах ҡаласығы тип йөрөтөлә. Ҡаланы  1880-81 йылдарҙа ғосман һәм ираҡ ассириологы һәм сәйәхәтсеһе Ормуз Рассам тапҡан[4][5][6].

Сиппар
Рәсем
Культура Шумер
Дәүләт  Ираҡ
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Карта
 Сиппар Викимилектә

Боронғо Ике йылға араһы

Тәүҙә Сиппар, моғайын,  сауҙа үҙәге булғандыр. Сауҙагәр шумерҙарҙан башҡа, унда күсмә һәм ярымкүсмә ҡәбиләләр вәкилдәре лә килеп төпләнгән. Ҡала бер ҡасан да гегемонлыҡҡа дәғүә итмәгән[7] . Хаммурапи ырыуы тәхеткә килгәс,   Сиппар Бабилияның өлөшөнә әүерелә. Яңы Бабил   (халдей) осоронда Сиппар күп һанлы  административ һәм юридик текстарҙа телгә алына.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1 шар в шумерской шестедесятиричной системе счисления составляет 3600 лет
  2. 1 нер в шумерской шестедесятиричной системе счисления составляет 600 лет
  3. Ниппурский царский список
  4. «Transactions» Лонд. общ. библ. археол., т. VIII
  5. 1 англ. миля = 8 фурлонгов = 1760 ярдов = 5280 футов = 1,609344 км.
  6. по шумерски
  7. главенство

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә