Симонян Метаксия Миграновна

Симонян Метаксия Миграновна (әрм. Սիմոնյան Մետաքսյա Միհրանի, 21 февраль 1926 йыл — 11 август 1987 йыл) — театр һәм кино актёры, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1981). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).

Симонян Метаксия Миграновна
әрм. Սիմոնյան Մետաքսյա Միհրանի
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 февраль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) или 21 ғинуар 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ашхабад, Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 11 август 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре, актёр
Эш урыны Армянский театр имени Сундукяна[d]
Ереванский художественно-театральный институт[d]
Уҡыу йорто Ереванский художественно-театральный институт[d]
Жанр фильм-драма[d], комедийный фильм[d] һәм приключенческий фильм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
2-се дәрәжә Сталин премияһы СССР-ҙың халыҡ артисы народный артист Армянской ССР Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Изображение памятной доски

Биографияһы үҙгәртергә

Метаксия Миграновна Симонян 1926 йылдың 21 февралендә Ашхабадта (хәҙерге Төркмәнстан) тыуа.

1933 йылда ғаиләһе менән Ереванға күсә.

1948 йылда Ереван художество-театр институтының актёрлыҡ факультетын тамамлай (В. М. Аджемян курсы). Ошо уҡ йылдан Г. М. Сундукян исемендәге Әрмән театры актрисаһы. Г. М. Сундукяндың «Тағы бер ҡорбан» тигән комедияһындағы Анани уның беренсе роле була.

Бер йылдан М. Лермонтовтың «Маскарад» драмаһында Нинаны башҡара. Сәхнәләштәр Ваграм Папазян, Вагарш Вагаршян, Рачия Нерсесян менән бергә уйналған спектаклдәге был роль актрисаға дан һәм билдәлелек килтерә. Ҡатын-ҡыҙ дәрәжәһен һаҡлау актриса ижадының төп темаһына әүерелә.

М. Симоняндың репертуары киң һәм төрлө була, ул ватан, рус, Көнбайыш Европа авторҙарының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған пьесаларҙа берҙәй уңышлы уйнай. Иң яҡшы ролдәре араһында: Дездемона («Отелло», Шекспир), Настасия Филипповна («Идиот», Ф. М. Достоевский), Марта («Кто боится Вирджинии Вулф?», Э. Олби).

Оҙаҡ йылдар Сундукян исемендәге Әрмән театрының төп актрисаһы була.

Мәскәүҙә, Баҡыла, Тбилисиҙа, Бәйрүттә, Дамаскта һәм башҡа ҡалаларҙа гастролдә була.

Кинола 1947 йылдан башлап төшә.

1968 йылдан Ереван художество-театр институтында (хәҙер — Ереван дәүләт театр һәм кино институты) уҡыта (1983 йылдан — профессор).

1987 йылдың 11 авгусында вафат була. Ереванда Тохмах зыяратында ерләнгән.

Ижады үҙгәртергә

Спектаклдәрҙәге ролдәре үҙгәртергә

  • 1948 — «Еще одна жертва», Г. Сундукян — Анани
  • 1949 — «Маскарад», М. Лермонтов — Нина
  • 1949— «Эти звёзды наши», Г. Тер-Григорян һәм Л. Карагезян — Армануш
  • 1952 — «Егор Булычов и другие», М. Горький — Шура
  • 1953 — «Король Лир», У. Шекспир — Корделия
  • 1955 — «Намус», А. Ширванзаде — Сусан
  • 1959 — «Хаос», А. Ширванзаде — Шушаник
  • 1960 — «Идиот», Ф. М. Достоевский — Настасия Филипповна
  • «Замок Броуди», А. Кронин — Ненси
  • «Мадам Сан-Жен», В. Сарду һәм Э. Моро — Катрин
  • «В 1905 году», Дж. Джаббарлы — Сона
  • «Отелло», У. Шекспир — Дездемона
  • «Ромео и Джульетта», У. Шекспир — Джульетта
  • «Ара Прекрасный», Н. Зарьян — Нвард
  • «Артавазд и Клеопатра», Н. Зарьян — Клеопатра
  • «Кто боится Вирджинии Вулф?», Эд. Олби — Марта
  • «Беда от нежного сердца», В. А. Соллогуб — Катерина
  • «Уриэль Акоста», К. Гуцков — Джудит
  • «Мадам Сен-Жан», В. Сарду һәм Э. Моро — Катрин Лефевр
  • «Негаснущая звезда» — Лусик Лисинян.

Фильмография үҙгәртергә

  • 1947 — «Анаит» — Анаит
  • 1949 — «Девушка Араратской долины» — Ануш
  • 1954 — «Мелочь» (короткометражный) — Вардуи
  • 1955 — «В поисках адресата» — Мануш
  • 1957 — «Кому улыбается жизнь?» — Заруи
  • 1959 — «Её фантазия» — медсестра
  • 1959 — «Прыжок через пропасть» — Гаяне
  • 1960 — «Саят—Нова» — Анна
  • 1962 — «Воды поднимаются» — Арев
  • 1971 — «Хатабала» — эпизод
  • 1973 — «Последний подвиг Камо» — Арша
  • 1978 — «Звезда надежды» — эпизод
  • 1979 — «Мир в зеркальце» в киноальманахе «Самый лучший человек» — эпизод
  • 1983 — «Хозяин» — эпизод.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

 
Мемориаль таҡтаташ (Абовян урамы, 20)
  • М. М. Симонян иҫтәлегенә Ереванда ул йәшәгән йортҡа (Абовян урамы, 20-се йорт) мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • Әрмәнстанда йыл һайын Метаксия Симонян исемендәге «Артист» театр премияһы тапшырыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.