Сикх дәүләте (Сикх Хальса Радж йәки Саркар-и Хальса) — 1716—1849 йылдарҙа Пенджабта булған сикхтар дәүләте.

Сикх империяһы
Sarkar-e-Khalsa
Флаг Герб
Флаг Герб

Гимн: Deg Tegh Fateh

 
 
 
 
 
 
1733 — 1849
Баш ҡала

Лахор (1802-1849)
Гуджранвала (1799-1802)

Телдәр

Фарсы теле (рәсми)[1][2],
Пәнжәб теле,
Догри,
Кашмири,
Пушту теле

Дин

Сикхизм

Майҙаны

491,464 км²

Халҡы

1.5 миллион[3]

Идара итеү формаһы

Монархия

Дәүләт башлыҡтары
Набоб
 • 1733-1735

Капур Сикх

Махараджа
 • 1762-1783

Джасса Сингх Ахлувалия

 • 1801-1839

Ранджит Сингх

 • 1839

Кхарак Сингх

 • 1839-1840

Нау Нихал Сингх

 • 1840-1841

Чанд Каур

Тарихы
 • 1799

Генерала Банд Синх Бахадурҙың үлеме

 • 1849

Икенсе инглиз-сикх һуғышы

 Сикх дәүләте Викимилектә

XVII быуат аҙағында сикхтар Һиндостан менән идара итеүсе Бөйөк Моголға ҡаршы торған үҙ аллы этноконфессиональ төркөмгә ойоша. 1716—1799 йылдарҙа сикхтарҙың үҙ дәүләте — Амритсар һәм Лахорҙа үҙәктәре менән Сикх конфедерацияһы була. Дәүләт, мисалдарҙар етәкселегендә мисалдәргә бүленә, уларҙың дөйөм һаны 12-гә етә (70 мең самаһы кавалерия).

1801 йылдың 12 апрелендә Ранджит Сингхҡа махараджа булараҡ таж кейҙерелә, был көн Вайсакхи байрамы менән тап килә. Тантана менән гуру Нанак Дева нәҫеленән сагиб Синх Беди етәкселек итә. 1799 йылдан Гуджранвала баш ҡала була, 1802 йылда Амритсар һәм Лахорға күсерелә. Ранджит Сингх ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мисалдәрҙең береһенән Пенджаб махараджаһы булып власть башлығына күтәрелә. 1799 йылда уҡ Ранджит Сингх тарҡау мисалдәрҙе империяға берләштерә (Сикх империяһы), ул 1849 йылда икенсе инглиз-сикх һуғышы һөҙөмтәһендә британ колонизаторҙары тарафынан юҡ ителә.

Сикх дәүләтенең барлыҡҡа килеүе XVIII быуат башында билдәләнгән Бөйөк Моголдар империяһының бөлгөнлөккә төшөү арҡаһында мөмкин була. Пенджаб сикхтары Моголдар власына ҡаршы һөжүмдәр серияһын башлай һәм уңышҡа өлгәшә.

Сикхизмдың сәйәси структураһы өс этап үтә. Иртә сикхтарға ғәмәлдә сикләнмәгән гуру (рухи лидерҙар) власы хас. Иртә сикхизмға тиҙҙән һиндостанды мосолман баҫып алыуы (1556—1707) менән осрашырға тура килә, уның һөҙөмтәһе булып сикхтарҙың милитаризацияһы артыуы тора. Унынсы гуру Гобинд Сингхтан башлап, власть туранан-тура сикх общинаһына, хальсаға тапшырыла. һуңғы Сикх дәүләтенә көс үҙәген хальсанан сердарҙарға күсереү хас (хәрби етәкселәргә, һәм, де-факто, үҙ-ара дошманлашҡан эре феодалдарға).

Тарихы үҙгәртергә

Пенджаб Бөйөк Моголдар власы аҫтында үҙгәртергә

 
Акал Тахт — Амритсарҙа сикх изге урыны

Сикхизм, шаһ Бабур Төньяҡ Һиндостанды баҫып алған ваҡытта, сикхтарҙың ун гуру вәғәзенең беренсеһе булып барлыҡҡа килә. Һуңғыһының ейәне Әкбәр дингә тигеҙ ҡарашта була, һәм, гуру Амар Даса лангарына барғандан һуң, сикхизм тураһында ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра. Ул лангарға ерҙәрен иғәнә итеп бирә, һәм үҙенең вафатына тиклем 1605 сикх гурулары менән яҡшы мөнәсәбәттә була.

Әммә уның вариҫы, Йыһангир сикхта потенциаль хәүеф күрә. Ул гуру Арджуна Дэваны ҡулға ала, һәм, сикхтарҙың, Йыһангирҙың өлкән улы атаһына ҡаршы фетнәһен хуплағанлыҡтан, уны үлемгә дусар итергә бойора.

Гуру Арджун Дэваның ғазаптары, уның вариҫы, алтынсы гуру Хар Гобиндты Акал Тахтҡа нигеҙ һалып һәм Амритсарҙы һаҡлау өсөн форт төҙөп, сикхтарҙың бойонодороҡһоҙлоғон иғлан итергә мәжбүр итә. Ул саҡта Йыһангир гуруны Гвалиорҙағы төрмәгә ултырта, уны күп йылдар үткәс, ҡурҡыныс тоймағас ҡына ебәрә.

Йыһангир вафатынан һуң 1627 йылда уның вариҫы Шаһ-Йыһан Амритсарға һөжүмдәр серияһынан һуң сикхтарҙы убаларға сигенергә мәжбүр итә. Киләһе гуру Хар Рай, ерҙәрҙе баҫып алырға тырыша, һәм Тимуридтар династияһын контролдә тотоу өсөн Аурангзеб менән Дара Шикох араһында власть өсөн көрәштә нейтралитет тота.

Туғыҙынсы гуру, Тегх Бахадур, общинаны үҙе нигеҙ һалған Анандпур ҡалаһына күсерә һәм байтаҡ сәйәхәт итә. Кашмир индуистарына ҡаршы эҙәрләүҙәр барлығын белеп ҡалғас, ул урындағы браминдарға исламға ҡайтырға ҡамасаулай һәм сит дин тотоусыларға ҡарата түҙемһеҙлеге менән айырылып торған, боттарға табыныуҙы тулыһынса юҡ итеү өсөн көрәшкән Аурангзеб менән низағҡа инә.

Гобинд Сингх. Хальсаға нигеҙ һалыу үҙгәртергә

Киләһе, унынсы гуру, Гобинд Сингх, власты 1675 йылда ҡабул итә һәм сикхизм үҙәген Паунтаға күсерә. Ул ҡаланы һаҡлау өсөн ҙур форт төҙөй һәм унда гарнизон урынлаштыра. Сикх общинаһының үҫеп барыусы ҡеүәте урындағы раджаларҙы борсоуға һала, улар ҡалаға һөжүм итә, әммә уларҙың маташыуҙары кире ҡағыла. Гуру Анандпурға юллана, һәм 1699 йылдың 30 мартында сикх общинаһын хальсаға — бер үк ваҡытта сикхтарҙың берләшкән армияһы булараҡ эшләгән кастаһыҙ туғанлыҡты реформалаштыра. Мираҫ гуру вазифаһын бөтөргәндән һуң, ул власты бөтә хальсаға тапшыра.

Хальсаның нигеҙләнеүе гуру урынына Моголдар яғынан хуплау тапҡан дәғүәселәрҙең күпселегенә ҡаршы сикхтарҙы берләштерә. 1701 йылда раджа һәм Моголдарҙың берләшкән армияһы Анандпурға һөжүм итә, һәм, хальса сигенгәндән һуң, Мукстар янындағы алышта ҡыйратыла. Гобинд Сингх Аурангзебтың вариҫы Бахадур Шаһтың Көньяҡ Һиндостанда осрашырға саҡырыуын ҡабул итә. 1708 йылда Нандедҡа килгәс, ул Сирхинд губернаторы агенттары тарафынан үлтерелә. Гобинд Сингхтың уҡыусылары сикхтар контроле аҫтындағы территорияны конфедерация (яугирҙар берләшмәһе) барлыҡҡа килтергән 12 мисалгә бүлә.

Банда Сингх Баһадур үҙгәртергә

Банда Сингх Баһадур раджпуттар кастаһынан аскет була һәм сикхизмға гуру Гобинд Сингх менән Нандедта осрашҡандан һуң мөрәжәғәт итә. Һәләк булыр алдынан гуру Баһадурға Пенджабты яулап алырға һәм сикхтарҙың барыһын да уға ҡушылырға бойора. Яҡлыларҙы ике йыл йыйылғандан Һуң, Баһадур заминдарға (эре феодаль ер биләүселәр) ҡаршы крәҫтиән ихтилалын күтәрә, һәм уларҙың ерҙәрен ярлы крәҫтиәндәргә — сикхтарға, индуистарға һәм мосолмандарға тарата.

Баһадур Сатледж һәм Ямун йылғалары араһындағы ерҙәр менән идара итә, баш ҡаланы Гималайҙағы Лохгарх ауылында урынлаштыра, яңы календарь индерә, чиновниктарҙы ҡыуа һәм гуру Нанак һәм гуру Гобинд Сингх һүрәттәре менән тәңкә һуға. Баһадурҙың походтары Делиға тиклем барып етә, һәм 1710 йылда сикхтарға ҡаршы шәхсән падишаһ Баһадур Шаһ I сығыш яһай. 1716 йылда Банда Сингх Баһадур Моголдар тарафынан ҡыйратыла, 700 кеше менән бергә әсирлеккә алына һәм Делиға оҙатыла. Унда ул оҙайлы язалауҙарға дусар була, һәм исламға күсеүҙән баш тартҡандан һуң язалап үлтерелә.

Хальсаның көсәйеүе. Ранджит Сингх үҙгәртергә

 
Махараджа Ранджит Сингх

Сикх империяһының үҙәк власы ике йылға бер тапҡыр хальса (сикх общинаһы) — Сарбат Хальс йыйылышында туплана. Сарбат Хальса сердарҙарҙы (хәрби етәкселәр) контролдә тота, хәрби сәйәсәт нигеҙҙәрен билдәләй, сикхтар лидерын һайлай. Төбәктәр структураһы (мисалдәр) хәрби төркөмдәргә тап килә; төбәк башлыҡтары йыл һайын Амритсарҙа йәки Лахорҙа йыйыла.

XVIII быуаттың байтаҡ өлөшө Сикх конфедерацияһы өсөн Иран һәм Афғанстан баҫҡынсылары — Нәдир шаһтың Афшарҙар империяһы һәм Әхмәт-шаһ Дурраниҙың Дуррания империяһы (шулай уҡ Сивалик убаларынан Моголдарға буйһонған раджалар менән) менән ҡаршылыҡта үтә. Был кампаниялар барышында сикхтарҙың төп изге урыны, Алтын ҡорам бер нисә тапҡыр емерелеүгә дусар була. 1762 йылдан алып Дал Хальсаның (сикх армияһы) ҡеүәте ҡырҡа көсәйә, һәм, һөҙөмтә булараҡ, территорияның байтаҡҡа артыуы күҙәтелә.

Мисалдәргә етәкселек иткән хәрби юлбашсылар араһында власть өсөн көрәш һөҙөмтәһендә Сукарчакия кланының башлығы Ранджит Сингх өҫтөнлөккә сыға. 1799 йылда бер нисә хәрби кампаниянан һуң ул Сатледж йылғаһының уң ярына үҙенең власы аҫтында мисалләрҙе берләштерә, Лахорҙы ала һәм уны Пенджабта берләшкән сикх дәүләтенең баш ҡалаһы итә.

Власҡа Ранджит Сингх килгәс һәм махараджа булараҡ тәхеткә ултырғас, 1801 йылдың 12 апрелендә конфедерация империяға әүерелә. Уның хакимлығы донъяуи[4] (мәҫәлән, 1820 йылдан уның армияһы менән француз Жан Франсуа Аллар етәкселек итә) һәм Пенджаб тарихында «алтын быуат» булараҡ иҫтә ҡала. Уның етәкселегендә үҙәк властың позицияларын нығытыуға һәм профессиональ, заманса ҡораллы һәм өйрәтелгән ғәскәр булдырыуға йүнәлтелгән реформалар үткәрелә.

1819 йылда Сикх дәүләтенә Кашмир ҡушыла, ә 1834 йылда — Пешавар һәм уны уратып алған ерҙәр. Шулай итеп Сикх империяһы Көньяҡ Азияның төп көстәренең береһенә әйләнә, уның биләмәләре Кабулдан Тибет сигенә Ҡандағарға тиклем барып етә, 80 процент халҡы мосолмандар, 10% индуистар һәм тик 10% сикхтар була. Хәйер, дәүләттең үҙәге булып Пенджаб ҡала. Ранджит Сингх вафат булғандан һуң, уның империяһында анархия осоро башлана, бының менән инглиздәр файҙалана.

Империяның аҙағы үҙгәртергә

 
Махарани Джхинд Каур — Ранджит Сингхтың ҡатындарынан кесеһе һәм Далип Сингх ҡарамағындағы регент

Ранджит Сингх вафатынан һуң 1839 йылда дәүләт сердарҙар араһындағы ығы-зығыға сума, улар был ваҡытҡа де-факто эре феодалдарға әйләнә. Власть өсөн ике фракция көрәшә: сикх Синдханвали һәм индуист Догра. Догра башта уңышҡа өлгәшә, ул 1841 йылдың ғинуарында Раджит Сингхтың өлкән улы, Шер Сингхты власҡа килтерә (1843 йылда ике туған ағаһы тарафынан үлтерелә). Пенджаб армияһының күп һанлы яҡлыларын ҡалдырып, Синдханвали Британия территорияһында ҡотолоп ҡала. Армия феодалдарҙы ҡоралландырыу арҡаһында ҡырҡа арттырыла һәм хәҙер үҙе сикх общинаһы булараҡ хальса роленә дәғүә итә. Полк панчаяттары (комитеттар) альтернатив власть — башҡарма, хәрби һәм граждан власы була. Шул ваҡытта Пенджабҡа килгән инглиздәр сикх полктарының илдә «пуритан» тәртибен хуплауын, әммә Дурбар (үҙәк ихата) менән даими ҡаршылыҡта тортоуын билдәләй.

Сикхтарҙың көсһөҙләнеүе британдарға 1849 йылда ике инглиз-сикх һуғышы һөҙөмтәһендә уларҙың дәүләтен юҡ итергә мөмкинлек бирә. Беренсеһендә (1845—1846) сикхтар Мудки һәм Аливальа тирәһендә алыштарҙа Хью Гов етәкселегендәге Британ Ост-һинд компанияһы ғәскәрҙәренән еңелә, һәм Лахор килешеүе буйынса ла территориаль ташламаларға китергә һәм Британия присутствиеһын ҡабул итергә мәжбүр булалар; бынан тыш, кесе йәштәге хаким регенты — Махарани Джхинд Каур властан ситләтелә һәм ҡәлғәгә ябыла. Икенсе һуғышта (1848—1849) сикхтар уға ҡаршы ихтилал күтәрә, әммә Пенджабтың (бигерәк тә мосолмандарҙың) башҡа халҡына таяна алмайҙар, Гуджарат осоронда тар-мар ителәләр һәм Равалпинди янында капитуляция яһайҙар.

Һуңғы сикх кенәзе, Ранджит Синхтың 11 йәшлек улы — Далип Сингх — 1849 йылда тәхеттән төшөрөлә, суҡындырыла, Англияға сығарыла һәм ғүмеренең аҙағына тиклем (1893 йыл) Британия хөкүмәтенән пенсия ала. 1870—1880 йылдарҙа Далип Сингх ғаиләһенең мөлкәтен (шул иҫәптән данлыҡлы «Кохинур» алмазын) ҡайтарырға тырыша, шулай уҡ Сикх дәүләтен юҡҡа сығарыуҙы булдырмаҫҡа һәм Британия Һиндостаны тарафынан уның территорияһын баҫып алыуҙы бөтөрөргә тырыша. Бынан тыш, ул Рәсәйҙең Париждағы илселегенә рус армияһының Пенджабҡа баҫып инеүҙе ойоштороу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә.

Сикх империяһы аннексияһынан һуң ул бер нисә өлөшкә бүленә, өлөшләтә — «ерле дәүләттәр», өлөшләтә Таждың туранан-тура идараһы аҫтындағы биләмәләргә бүленә. Губернатор резиденцияһы итеп Лахор һайлана.

 
Лахорҙа Хармандир Сәхиб, (Алтын Ҡорам)

Географияһы үҙгәртергә

 
Лахорҙа Падишаһ мәсетенә төкәтеп эшләнгән Ранджит Сингх самадхиһы

Территориаль яҡтан Сикх империяһы иң ҙур киңәйгән осоронда үҙ составына түбәндәгеләрҙе индерә:

  • Пенджаб провинцияһы, хәҙерге Пакистан
  • Пенджаб штаты, хәҙерге Һиндостан
  • Чандигарҙың союздаш биләмәһе, Һиндостан
  • Хараяна штаты, Һиндостан
  • Химашал Прадеш штаты, Һиндостан
  • Джаммуның элекке «ерле дәүләте», Һиндостан
  • Дели
  • Төньяҡ-көнбайыш сик буйы провинцияһы, Пакистан
  • Ҡәбиләләр зонаһы, Пакистан
  • Исламабад баш ҡала биләмәһе, Пакистан
  • Афғанстандың төньяҡ-көнсығыш өлөшө

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Государство маратхов

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Malik, Iftikhar Haider. Culture and Customs of Pakistan. — Greenwood Press, 2006. — ISBN 0-313-33126-X. Архивная копия от 22 февраль 2014 на Wayback Machine
  2. Fenech, Louis E. The Sikh Zafar-namah of Guru Gobind Singh: A Discursive Blade in the Heart of the Mughal Empire (инг.). — Oxford University Press, 2013. — P. 239. — ISBN 978-0199931453.
  3. Heath, Ian. The Sikh Army 1799-1849. — Osprey Publishing, 2005. — ISBN 978-1-84176-777-2. Архивная копия от 9 май 2016 на Wayback Machine
  4. Ranjit Singh: A Secular Sikh Sovereign by K.S. Duggal. ''(Date:1989. ISBN 8170172446'').Exoticindiaart.com(3 сентября 2015).Дата обращения: 9 августа 2009.Архивировано 17 июня 2008 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә