Сидоров Георгий Маркелович

Сидоров Георгий Маркелович (21 ғинуар 1961 йыл) — инженер, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы өсөн ҡалыплашмаған ҡорамалдарҙы ғилми иҫәпләү, проектлау, эшләү һәм монтажлау өлкәһендә ғалим һәм уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы акаадемигы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты.

Сидоров Георгий Маркелович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Таштамаҡ, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Ғилми етәксе Кондратьев Алексей Александрович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Георгий Маркелович Сидоров 1961 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Таштамаҡ ауылында тыуған.

  • 1980: Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын «Химия һәм нефть һәм газ эшкәртеү заводтарын йыһазландырыу» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай һәм Өфө нефть институтына уҡырға инә;
  • 1985: Өфө нефть институтын отличие менән тамамлай һәм «Химик производство машиналары һәм аппараттары» һөнәре буйынса инженер-механик квалификацияһы ала;
  • 1985—1988: Өфө резина-техник изделиелар заводында эшләй: смена мастеры, ҡалыплашмаған ҡорамалдар участкаһы начальнигы;
  • 1988—2005: инженер, Өфө нефть институтының «Химик технология процестары һәм аппараттары» кафедраһы ғилми хеҙмәткәре, төп ғилми хеҙмәткәре;
  • 1993: «Разработка и внедрение энергосберегающей технологии фракционирования нефти» темаһына диссертация яҡлай, ғилми етәксеһе — техник фәндәр докторы, профессор А. А. Кондратьев. «Техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһе бирелә;
  • 1999: «Разработка и внедрение энергосберегающей технологии фракционирования нефтяных смесей с использованием сложных колонн с частично связанными потоками» темаһына диссертация яҡлай. «Техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһе бирелә;
  • 2005—2007: «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте баш инженерының технологиялар һәм үҫеш буйынса урынбаҫары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
  • 20082009: Өфө трансформатор заводы проекты етәксеһе;
  • 2009—2012: «Каскад» фәнни-инженерҙар үҙәге директоры урынбаҫары;
  • 2012: Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы профессоры.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

Профессор Г. М. Сидоров — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 38 уйлап табыу авторы һәм авторҙашы.

Танылыуы үҙгәртергә

  • 2015: Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә премияһы лауреаты — яҡшыртылған экологик үҙсәнлектәргә эйә булған юғары октанлы автомобиль бензины етештереүҙең инновацион, энергия һәм ресурстарҙы һаҡсыл тотоноусы технологияһын уйлап тапҡаны һәм сәнәғәттә үҙләштергәне өсөн;[1]
  • 2004: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы;[2]
  • 2013: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты — «Яҡшыртылған экологик характеристикалы автомобиль бензины алыу технологияһы» эше өсөн.[3]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Дела и люди Уфимского нефтяного. Летопись / Под общей редакцией А. М. Шаммазова. — Уфа, Инеш, 2008. — 516 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-903622-07-8.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 28 октября 2015 года № 2180-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2015 года в области науки и техники», п. 5;
  2. Указ Президента РБ от 24.03.2004 № УП-171(недоступная ссылка) «О присвоении почетного звания „Заслуженный изобретатель Республики Башкортостан“ Сидорову Г. М.»;
  3. Указ Президента РБ от 07.10.2013 № УП-304(недоступная ссылка) «О присуждении Государственных премий Республики Башкортостан 2013 года в области науки и техники».

Һылтанмалар үҙгәртергә