Семак Александр Владимирович

Семак Александр Владимирович (11 февраль 1966 йыл) — спортсы, шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1990). Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Башҡортостан Республикаһының 5 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).

Александр Семак
Файл:Alexander Semak.jpg
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Александр Владимирович Семак

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Клуб

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Салауат Юлаев (1983—1986)

Тыуған датаһы

11 февраль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған ере

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Тренеры

А. Н. Емелин,
В. И. Воробьев

Буйы

178 см

Ауырлығы

86 кг

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Владимирович Семак 1966 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө) ҡалаһында тыуған. СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. «Салауат Юлаев» СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: А. Н. Емелин, В. И. Воробьев).

Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983—1986 һәм 2000—2002), Динамо Мск (1986 йылдан алып), Милли хоккей лигаһы клубтарында (АҠШ/Канада, 1992—1997), Фрайбург (Германия 1999—2000), Северсталь (2003—2004) һәм ХК МВД Тверь (2004—2005) командаларында уйнай. РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе, Европа юниор чемпионы (1983, 1984), Канада Кубогын көмөш призёры (1987), Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987), «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе һәм башҡалар. 2008—13 йылдар. Толпарҙа тренерлыҡ эшендә.

Карьера үҙгәртергә

Хоккейсы булғанда үҙгәртергә

Тренеры булғанда үҙгәртергә

Спорт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  •   РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе
  •   РСФСР (1982) халыҡтары Спартакиадаларының көмөш призёры
  •   СССР юниор чемпионы (1983)
  •   Европа юниор чемпионы (1983, 1984)
  •   Донъя йәштәр чемпионатының бронза призеры (1985, 1986)
  •   «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турниры еңеүсеһе
  •   Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987)
  •   Канада Кубогын көмөш призёры (1987)
  •   Бөтә донъя универсиадаһы (1987)
  •   СССР чемпионатының бронза призеры (1988)
  •   СССР чемпионы (1990, 1991)
  •   Донъя чемпионатының бронза призеры (1991)
  •   СНГ чемпионаты еңеүсеһе (1992)
  •   Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (2009/2010), (2010/2011)

Награда һәм премиялары үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә