Саша Чёрный (ысын исеме Александр Михайлович Гликберг; 1 (13) октябрь 1881, Одесса, Рәсәй империяһы — 5 август 1932, Ле-Лаванду, Прованс, Франция) — урыҫ Көмөш быуат шағиры, прозаик, журналист, лиро-сатирик шиғри фельетондар авторы булараҡ киң танылыу алған .

Саша Чёрный
рус. Александр Михайлович Гликберг
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Александр Михайлович Гликберг
Псевдоним Саша Чёрный, Сам по себе һәм Мечтатель
Тыуған көнө 1 (13) октябрь 1880[2][3][4]
Тыуған урыны Одесса, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 5 август 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[5][6][2][…] (51 йәш)
Вафат булған урыны La Favière[d][2]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, балалар яҙыусыһы, шағир, журналист, прозаик, публицист
Уҡыу йорто Гейдельбергский университет[d]
Жанр проза, публицистика[d], повесть[d] һәм Сатира
 Саша Чёрный Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Одессала хәлле йәһүд ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Михаил Давидович Гликберг (1852 — 6 сентябрь 1911)[7], провизор, химия фирмаһының күсеп йөрөүсе вәкиле була[8] . Әсәһе Марьям Мееровнаның сығышы (ҡыҙ фамилияһы шулай Гликберг, 1857—?) сауҙагәрҙәр ғаиләһенән[9][10][11]. 1877 йылдың 8 июлендә өйләнешкәндәр. Ғаиләлә биш бала булған.

Малай гимназияла уҡый, әммә уны тамамламай, өйҙән ҡасып китә. Уға йәшәү өсөн аҡса эшләргә тура килә.

Әҫәрҙәре Житомирҙа баҫыла башлай. Шағир 1905 йылда Санкт-Петербургтың «Зритель»(«Тамашасы») аҙналығында хеҙмәттәшлек итә. Тәүге шиғырҙары «Саша Чёрный» псевдонимы менән сыға. «Чепуха» тигән сатирик шиғыры 1905 йылдың 27 ноябрендә «Зритель» журналында баҫыла һәм баҫманың ябылыуына килтерә.

«Төрлө мотивтар» («Разные мотивы») тигән тәүге китап донъя күргәнгә тиклем үк ҡулға алынған, ә автор үҙе мөғжизә менән сит илгә сығып китә алған. Германияла төпләнгән, ике йыл Гейдельберг университетында лекция тыңлаған.

Рәсәйгә ҡайтҡас, 1908 йылдан алып аҙна һайын сыҡҡан «Сатирикон» журналында даими хеҙмәткәр булып эшләй башлай. Сатирик шиғырҙары аша Саша Чёрный бик популяр булып китә. Уның «Сатиралар» китабының тәүге томы 1910 йылда донъя күрә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тағы өс тапҡыр баҫылып сыға.

Әйткәндәй, 1910 йылда уның «Башҡорт ауылында» («В башкиркой деревне») тигән шиғыры донъя күрә. Шағир ул замандағы дача традициялары менән йәшәгән Рәсәй ауылының ғәҙәти донъяһын һүрәтләп, башҡорттарҙың образын ирекле һәм сәләмәт «тәбиғәт балалары» булараҡ һүрәтләй [12]:

На веселой лошаденке

Башкиренок щелкал звонко

Здоровеннейшим бичом.

Саша Чёрныйҙың «Сатиралар һәм лирика» тигән икенсе томы 1913 йылда сыға.

Шул уҡ йылда шағир «Современник» журналында эшләй башлай. Ошо осорҙа ул яңы жанрға - төрлө баҫмаларҙа донъя күргән балалар өсөн шиғырҙарға мөрәжәғәт итә. Үҙ көсөн прозала йышыраҡ һынап ҡарай, балалар һәм өлкәндәр өсөн хикәйәләр яҙа. 1914 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Окоптарҙа үткәргән өс йыл уның ижадын яңы образдар менән байыта.

Февраль революцияһынан һуң 1917 йылда төньяҡ фронтта комиссар урынбаҫары була.

1920 йылда шағир Рәсәйҙән китә. Литвала, артабан Берлинда, Римдә, 1924 йылдан Парижда йәшәй. Төрлө эмигрант баҫмаларында ҡатнаша. Уның шиғырҙарында ватанын, рәсәй халҡының боронғо көнкүрешен һағыныу тойғоһо яңғырай. Ул «эмигрант өйәҙе»нең көндәлек тормошон һүрәтләүсе булып китә.

1923 йылда «Сарсау» йыйынтығын үҙ аҡсаһына нәшер итә [13].

1925-1928 йылдарҙа Парижда «Иллюстрированная Россия» аҙналығында «Бумеранг» сатира һәм юмор бүлеген етәкләй[14].

Балалар өсөн күп ижад итеүен дауам итә. 1928-1932 йылдарҙа үҙенең иң яҡшы проза әҫәре - «Һалдат әкиәттәре»н яҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәре «Етди булмаған хикәйәләр»ҙә («Несерьёзные рассказы») - уның һуңғы китабында донъя күргән.

Саша Чёрный 1932 йылдың 5 авгусында йөрәк өйәнәгенән вафат була. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, күрше фермала янғын һүндереүҙә ярҙам итә, өйгә ҡайтҡас, түшәккә йығыла ла башҡаса күтәрелә алмай.

1978 йылда Ле-Лаванду зыяратында, Вар департаментында ерләнгән. 1978 йылда зыяратҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.

 
Саша Чёрный. 1900 йылдар

Ҡатыны — Гликберг Мария Ивановна (ҡыҙ фамилияһы Васильева; 1871-1961), дворян, Смольный институтын тамамлаған, Беренсе донъя һуғышында  шәфҡәт туташы булған.

Баҫмалары үҙгәртергә

  • Первое знакомство. — Берлин, 1923.
  • Чёрный Саша. Избранная проза / Сост., послесловие и комм. А. С. Иванова. — М.: Книга, 1991. — 432 с. (Из литературного наследия)
  • Чёрный С. Собрание сочинений в пяти томах. — М.: Эллис Лак, 1996. — ISBN 5-7195-0044-8
  • Чёрный С. Избранное / Сост. В. М. Рошаль. — СПб.: ТОО Диамант, 1997. — 448 с.
  • Чёрный С. Детский остров / худ. С. А. Коваленков. — М.: РИПОЛ классик, 2013. — 80 с. — (Шедевры книжной иллюстрации «mini»). — ISBN 978-5-386-04815-0, УДК 821.161.1, ББК 84(2Рос=Рус)6-44, Ч-49.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #85350996 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 ЧЁРНЫЙ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  3. Черный Саша // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  4. Чёрный Саша // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
  5. Bibliothèque nationale de France Saša Černyj // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  6. Архив изобразительного искусства — 2003.
  7. Списки захоронений на Преображенском еврейском кладбище за 1911 год
  8. Розалия Степанова «Обманчивый псевдоним Саши Чёрного»
  9. Контора железной скобяной торговли Якова Мееровича Гликберга располагалась в доме № 31 на улице Греческой.
  10. В. Д. Миленко «Сын провизора из Одессы»
  11. Семья матери происходила из местечка Александровка — волостного центра Чигиринского уезда Киевской губернии.
  12. https://www.gumilev-center.ru/sami-ne-pashut-i-khleba-ne-edyat-bashkiry-v-proizvedeniyakh-russkikh-pisatelejj/ «Сами не пашут и хлеба не едят»: башкиры в произведениях русских писателей
  13. 13 октября родился первый знаменитый сатирик-одессит
  14. Жиркова М. А. Саша Чёрный как редактор и автор отдела сатиры и юмора «Бумеранг» в парижском еженедельном журнале «Иллюстрированная Россия» // Вестник РУДН. Серия: Литературоведение, журналистика. 2015. № 2. — С. 67—74. (дата обращения: 28.08.2020).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Жиркова М. А. «Несерьёзные рассказы» Саши Чёрного. М.: Флинта, 2015.
  • Миленко В. Саша Чёрный: Печальный рыцарь смеха. — М.: Молодая гвардия, 2014. — (ЖЗЛ)
  • Саша Чёрный. Маленький фельетон «Пряник» // Обская жизнь. № 230. 25 октября 1911. Ново-Николаевск [c 1926 года — Новосибирск].

Һылтанмалар үҙгәртергә