Сафия́ бинт Һүәй[2] ғәр. صفية بنت حيي‎; ) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, йәһүҙи Бәни Нәдир ҡәбиләһе башлығы һәм уның ҡатыны Бәни Ҡурайза ҡәбиләһе башлығы ҡыҙының ҡыҙы. Атаһы Һүәй ибн Әхтәб исемле булған.

Сафия бинт Һүәй
ғәр. صفية بنت حيي‎
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 610
Тыуған урыны Мәҙинә
Вафат булған көнө 670[1]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге[1]
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Атаһы Һүәй ибн Әхтәб[d][1]
Әсәһе Бәррә бинт Сәмәүәл[d]
Хәләл ефете Сәлләм ибн Мишкәм[d], Кенан ибн әл-Раби[d] һәм Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
 Сафия бинт Һүәй Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Атаһы Һүәй ибн Әхтәб</ref> Мөхәммәт Пәйғәмбәргә дошманлыҡтың сигенә сыҡҡан, ансарҙар менән мөһәжирҙәрҙе үҙ-ара талаштырырға яйын эҙләп кенә торған кеше булған. Ҡорайыштар менән һүҙ беректереп яманлыҡтар ҡылған. Йәш сағында Сафия бик сибәр булған, тыуған ҡалаһы Мәҙинәлә уға өйләнергә теләүселәр бик күп булған. Тәүге ире ҡәбиләнең билдәле шағиры Сәлләм бин Мишкәм әл Ҡурайза, тик никахтары оҙаҡҡа бармаған. Икенсе ире - Кинан ибн әр-Раби Бәни Нәдир ҡәбиләһендә юғары дәрәджәле кеше булған.[3]

Хәйбәр янындағы яу үҙгәртергә

Йәһүдиҙәрҙең Бәни Ҡайнуҡа, Бәни Нәдир, Бәни Ҡурайза тигән ҡәбиләләре мосолмандар менән килешеүҙе боҙғас, уларҙы ҡаланан ҡыуалар һәм улар Хәйбәргә барып урынлашалар. Ҡыуылғас та Сафияның атаһы Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән дошманлашыуын ҡуймаған, бер ғәрәп ҡәбиләләре менән һүҙ беркетеп, Мәҙинәгә һөжүм итергә булған. Мосолмандар хаслыҡ тураһында белеп ҡалған һәм Хәйбәргә үҙҙәре алдан барып еткән. Яу мәлендә Сафияның атаһы менән ире үлтерелә, ә ҡатын үҙе әсирлеккә эләгә.

Сафияны күргәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәр уны башта кәнизәк итеп ала һәм артабан ҡоллоҡтан азат итә. Ирек бирелгәс, уға үҙ динендә ҡалып, теләгән еренә китергә йәки Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән ҡалырға тәҡдим ителә.Сафия Мөхәммәт с.ғ.с. менән ҡалырға ҡарар итә. Уларҙың никахына ҡунаҡтар ашамлыҡтар тотоп килә.[4]. Сафияға был ваҡытта 17 йәш була.[5]

Ғүмеренең һуңғы йылдары үҙгәртергә

Усман ибн Аффан идара иткән осорҙа фетнәләр килеп сыҡҡас, Сафия хәлифте яҡлап сыға һәм уны ҡурсырға тырыша. Сафия бинт Һүәй Һижрәнең 50-се йылында баҡыйлыҡҡа күсә һәм Мәҙинәләге Йәннәт әл-Баҡый зыяратында ерләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Али-заде А. Сафия бинт Хуйайй (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  2. Т. С. Налич. Ангелы и другие сверхъестественные существа в исламе. — М. : Знак, 2009. — С. 426. — 438 с.
  3. Сафия бинт Хуваййа / Следуй их путём. Из серии «Матери правоверных». — Al-Wayi.Org
  4. Как заключить брак. Краткое описание. — Даруль-Фикр. Ру
  5. Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Сафия бинт Хуйайй (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Ҡалып:ЭИ/2

Ҡалып:Идентификаторы