Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сафа һәм Мәрүә — әл-Хәрәм мәсетенең эске ихатаһындағы ике уба. Ҡөрьәндә телгә алына (2:158). Ике уба араһы 450 метр тәшкил итә. Хаж ҡылыусылар башта Сафа убаһына күтәреләләр, Ҡәғбәтуллаға йөҙ бороп, Аллаһы тәғәләгә рәхим-шәфҡәт, гонаһтарҙы ярлыҡауын һорап доға ҡылалар. Ошонан һуң хаж ҡылыусылар убаның итәгенә ҡуйылған бағана янына төшөп, Мәрүә убаһы итәгенә ҡуйылған бағана яғына йүгерәләр. Убаға күтәрелеп, йәнә Ҡәғбәтуллаға йөҙ бороп, Аллаһы тәғәләгә рәхим-шәфҡәт, гонаһтарҙы ярлыҡауын һорап доға ҡылалар. Тағы Сафа убаһы яғына йүгерәләр. Был ғәмәл сәғи (ғәр. سعى‎) тип атала. Убанан убаға ете тапҡыр йүтәләр.

Ислам риүәйәттәренә ҡарағанда, йоланың килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар. Берәүһе уларҙы Әҙәм һәм Һауа (Адам и Ева) ял иткән убалар тип бәйән итә. Сәғи ошо иҫтәлек хаҡына башҡарыла, тиҙәр. Икенсеһе буйынса Ибраһим Пәйғәмбәр (нәби) Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған ваҡытында Иблис юлына осрап, уның кирегә йүгерергә мәжбүр булыуына бәйле. Иң таралған фараз - мосолмандар Инәһе Һәжәр (Агарь) һәм уның улы Исмәғилдең (Измаил) ғазаптары иҫтәлегенә ҡылына. Сарсауҙан үлеп барған улы Исмәғилгә һыу эҙләп, Һәжәр Сафа һәм Мәрүә убалары араһынан ете тапҡыр йүгереп үтә .

Риүәйәт бәйән итеүенсә, сабыйы Исмәғил тибенеп илап ятҡан урында уның үксәһе аҫтынан шишмә атылып сыға. Ул ныҡ итеп урғылып шул ерҙе баҫа башлағас, Һәжәр р.ғ. һыуҙы тыйырға тырышып, "зәм-зәм" (сеү-сеү тигән кеүек) тип әйтеп ағымды сикләп ҡуя.

Ҡөрьән аяты үҙгәртергә

Ысынлап та, Әс-Сафа менән Әл-Мәрүә — Аллаһтың ғәләмәттәре. Ҡәғбәгә хаж ҡылған йәки үмрә ҡылған кешегә быларҙың икеһен әйләнеп йөрөһә лә гонаһ юҡ, һәм ирекле рәүештә изгелекте һайлаһа, ысынлап та, Аллаһ шөкөр итеүсе, белеп тороусы! (әл-Бәҡара сүрәһе;158-се аят)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  • Ҡөрьән, әл-Бәҡара сүрәһе, 158-се аят

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ермаков Д. В. Сай // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 202.
  • Али-заде, А. А. Саай (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • * Али-заде, А. А. Замзам // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)