Сауҙа рәттәре (Новогрудок)


Сауҙа рәттәре (бел. Гандлёвыя рады) — тарихи сауҙа-келәт комплексы, Белоруссияның Гродно өлкәһе Новогрудок ҡалаһында урынлашҡан. Классицизм архитектураһы ҡомартҡыһы. Адресы : Новогрудок ҡалаһы Минск урамы, 3. Беларусь Республикаһы дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә инә (Республика әһәмиәтендәге тарихи-мәҙәни ҡиммәттәр)[1].

Сауҙа рәттәре
бел. Гандлёвыя рады
Нигеҙләү датаһы 1812
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Новогрудок[d]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/novogrudok…
Map
 Сауҙа рәттәре Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

 
Баҙар һәм сауҙа рәттәре (XX б.)

Сауҙа рәттәре Санкт-Петербургта эшләнгән типовой проект буйынса кирбестән 1812 йылда төҙөлгән. Сәнәғәт магазины итеп файҙаланыу маҡсатында 1953 йылда реставрацияланған һәм өлөшләтә яңынан төҙөлгән. Шулай, мәҫәлән, эске планировкаһын үҙгәрткәндәр, өлөшләтә төп фасадын, ҡыйыҡ конструкциялар ын түбәнәйткәндәр, декоратив керамик плитәләр менән колоннадалары көпләнгән. Әлеге ваҡытта ҡаланың сауҙа ойошмалары[2]тарафынан ҡулланыла.

Сауҙа рәттәренең ҙур корпусы майҙан уртаһында урынлашҡан булған, ул хәҙер юҡҡа сыҡҡан.

Архитектура үҙгәртергә

 
Новогрудок баҙары (1938 й.)

Новогрудок сауҙа рәттәре һуҙылған трапеция формаһында төҙөлгән. Биналарҙың ҡыйығы ике япмалы, ҡабырғаларындағы һәм урталағы буй фасадтың фронтондары өсмөйөш формалы. Бинаның үҙәк һәм ике ҡабырға ишектәре бар. Көньяҡҡа ҡараған фасадында тура мөйөшлө тәҙрә уйымдары эшләнгән. Элек төп фасадта магазиндар ишектәре булған. Артҡы яғындағы фасад тәҙрә уйымдары менән яҡтыртылған. Бинаның төп фасадын галерея уратып тора, уларҙа дорик колонналар ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән. Сауҙа рәттәренең эсендә — ҙур сауҙа залы һәм келәт биналары[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Дзяржаўны спіс гісторыка-культурных каштоўнасцей Рэспублікі Беларусь: [Даведнік] / склад. В. Я. Абламскi, І. М. Чарняўскі, Ю. А. Барысюк. — Мн.: БЕЛТА, 2009. — 684 с. — 1000 экз. — ISBN 978-985-6828-35-8.
  2. 2,0 2,1 Памяць: Гісторыка-дакументальная хроніка Навагрудскага раёна, 1996Ҡалып:Ref-by

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Н. Гнеўка, П. В. Мiкульчык, А. Л. Петрашкевіч i iнш. Памяць: Гісторыка-дакументальная хроніка Навагрудскага раёна. — Мн.: Беларусь, 1996. — 559 с. — ISBN 985-01-0050-8.Ҡалып:Ref-by
  • Навагрудскія гандлёвыя рады // Архітэктура Беларусі: Энцыклапедычны даведнік. — Мн.: БелЭн, 1993. — С. 360. — 620 с.: іл. — ISBN 5-85700-078-5.Ҡалып:Ref-by
  • Чарняўская Т.І. Гандлёвыя рады // Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Гродзенская вобласць / АН БССР. Ін-т мастацтвазнаўства, зтнаграфіі і фальклору; Рэдкал.: С. В. Марцэлеў (гал. рэд.) і інш. — Мн.: БелСЭ, 1987. — С. 260—261. — 371 с.: іл. (белор.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

  Объекттар исемлеге дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрен беларусь республикаһы, код 412Г000419