Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы

Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (12 май 1929 йыл — 21 март 2015 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1974 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе аппратсыһы. КПСС-тың XXIV съезы һәм СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Салауат ҡалаһының өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР‑ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983).

Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 май 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Семёнкин, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Һуғыш ваҡытында ауылда көтөүсе, хисапсы булып эшләй[1].

Ауырғазы районы малайы 1948 йылда яҡташтары менән бергә Аллағыуаттан Күмертауға тиклем тимер юлы төҙөүҙә ҡатнаша.

1959 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Камчаткала Тымыҡ океан флоты диңгеҙ пехотаһының 14-се айырым бригадаһында хеҙмәт итә. Полк мәктәбен тамамлағандан һуң, 1954 йылда — пулемёт ротаһы старшинаһы. Аҙаҡ диңгеҙ пехотаһы кесе офицерҙар әҙерләү курсына ебәрелә.

Армия хеҙмәтенән һуң Салауат ҡалаһында йәшәй һәм эшләй башлай. 1955 йылда аппаратсылар курсында уҡый, һуңынан Салауат нефть химияһы комбинатының көкөрт кислотаһы цехына өлкән аппаратсы итеп тәғәйенләнә. Ситтән тороп марксизм-ленинизм университетын тамамлай.

Комбинаттың химия заводының 28-се цехын сафҡа индереүҙә ҡатнаша. Бик күп рационализаорлыҡ тәҡдимдәре индерә, һөҙөмтәлә Көкөрт кислотаһы заводы ете йыллыҡ планды 6 йылда үтәй. Бының өсөн уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1974 йылда нефть химияһы етештереү заводы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

19801995 йылдарҙа — «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең Граждандар оборонаһы штабы начальнигы урынбаҫары.

Саттаров КПСС-тың XXIV съезы делегаты, РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, профсоюздарҙың XIV съезы, Салауат ҡалаһының өс саҡырылыш ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

Саттаров — СССР Нефтехимпром министрлығы алдынғыһы, СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы, Рәсәйҙең санитария оборонаһы алдынғыһы.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Миңлебай Саттаров ҡала аҡһаҡалдар советы активисы, Салауат ҡалаһы ветерандары советының президиум ағзаһы була[2].

Салауат ҡалаһында йәшәй һәм шунда вафат була.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Ҡатыны — Саттарова Зәүзән Әхмәтйән ҡыҙы, улы, ҡыҙы, 4 ейәнсәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966),
  • Ленин ордены,
  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «СССР-ҙың миннефтехимпром алдынғыһы» билдәһе
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» отличие билдәһе (2014)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы (2015)[3].

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. изд. Башкирская энциклопедия. Уфа. 2013.
  • Газета «Выбор» № 37-38 (9963-9964) от 24 марта 2015 г.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә