Сарматтар

б. э.т. VI-IV б. иртә Тимер быуатындағы иран телле күскенсе һуғышсан халыҡ

Сарматтар (бор. грек Σαρμάται, лат. Sarmatae) — Тиса һәм Дунай йылғаһынан Арал диңгеҙенә (хәҙерге Украина, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан биләмәләре) тиклемге һыу айырғыстың дала райондарында иртә Тимер быуат (VI—IV бб.) аҙағында йәшәгән иран телле күсмә ҡәбиләләрҙән торған халыҡ. Тикшеренеүселәр фекеренсә, сарматтарҙы, «савроматтар» исеме аҫтында, тәүге тапҡыр Геродот телгә алған, ул былай тип хәбәр иткән: «Әгәр Танаис (хәҙ. Дон) йылғаһын кисеп сыҡһаң, унда инде скиф ерҙәре түгел, ә савромат өлкәһе». Н. Лысенко фекере буйынса, Марк Випсани Агриппа (б. э. т. I б.) донъя картаһын төҙөгән ваҡыттан бирле «савромат» һәм «сармат» этнонимдары синоним итеп ҡулланылған.

Сарматтар
Рәсем
Дәүләт Сарматия[d]
Скифия
 Сарматтар Викимилектә
Сармат катафрактары дакий һуғышында. Траян колоннаһы барельефы.

Антик авторҙар сарматтарға: аорстарҙы, языгтарҙы, сиракиларҙы, аландарҙы, роксоландарҙы, сайиларҙы индергән.

Тарихы үҙгәртергә

Иртә тарихы үҙгәртергә

Диодор Сицилийский скифтарҙың Мидиянан Танаис йылғаһына савроматтарҙы күсереүе тураһында хәбәр итә. Плиний шулай уҡ сарматтар мидийҙарға туғандаш тип хәбәр итә[1].[2].

Геродот, сарматтар «Танаистан көнсығышта төньяҡ еле йүнәлешендә өс көнлөк алыҫлыҡтағы ерҙәрҙән» ҡатындары менән күсеп килгән скиф егеттәренә кейәүгә сыҡҡан амазонкаларҙан барлыҡҡа килгән, тип хәбәр итә[3][4].

Әммә, скифтарҙың үҙҙәренең сығышы тураһында әйткәндә, Геродот, Азияла йәшәгән «күсмә скифтар» массагеттар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған һәм, «Аракс йылғаһын кисеп,[5][6], при этом неуверенно[7] причисляя самих массагетов к тем же скифам[8][9]. Киммерий еренә киткән», шул уҡ ваҡытта ул, икеләнеп булһа ла, массагеттарҙы скифтарға индерә. Шулай уҡ Геродот, «элек-электән ул телдә хаталы һөйләшәләр» тип хәбәр итә[3]. Во время вторжения Дария I в Скифию сарматы поддержали скифов и составляли часть войска скифских царей[10]. . Дарий I Скифияға баҫып ингән ваҡытта, сарматтар скифтарға ярҙам итә һәм скиф батшаһы ғәскәренең бер өлөшөн тәшкил итә[10]..

«Сармат» исеменең килеп сығыуы тураһында тағы икенсе фараз да бар, И. Маркварт уны Сайрим, Тур һәм Арья тураһында авестий тарихында сағылған Траэтаондың улдарының береһе менән яҡынайта[11] Фирҙәүси «Шаһнамә» әҫәрендә Сальма (Сайриме) биләмәләренә «Көнбайыш», Турға — Чин һәм Туран, ә Ирежға (Арья) — Иран эләгә тип яҙа.

Скифияны яулау үҙгәртергә

 
Б. э. т. беренсе мең йыллыҡта Скифияның яҡынса территорияһы

Б. э. т. V—IV быуатҡа тиклем сарматтар Скифияның тыныс күршеләре булған. Көнсығыш илдәренә юлланған скиф сауҙагәрҙәре сармат иркен ерҙәре аша иркен үткән. Фарсылар менән һуғыш барышында скифтар сарматтарҙың ышаныслы союздаштары булған. Атей заманында союздашлыҡ мөнәсәбәттәре һаҡланған, сармат отрядтары скиф батшаһы ғәскәрендә һәм һарайында хеҙмәт иткән. Сарматтарҙың айырым төркөмдәре Европа Скифияһы территорияһына күсеп ултыра.

Б. э. т. III быуатта дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре дошманлыҡ һәм сарматтарҙың Скифияға хәрби һөжүме менән алмашына. Йәш сармат союздарының агрессив һуғышсанлығы Скиф батшалығының көсһөҙләнгән дәүере менән тап килә. Б. э. т. IV быуат аҙағына скифтар Фракия хакимы Лисимахтан еңелгән. Галаттарҙың фракий һәм кельт ҡәбиләләре скифтарҙы көнбайыштан ҡыҫымға алғандар. Хужалыҡтың бөлгөнлөккә төшөүе һәм элек яулап алынған ерҙәр һәм ҡәбиләләрҙең Скифиянан айырылыуы уңышһыҙ һуғыштарҙың эҙемтәһе булған.

Лукиандың «Токсарис йәки дуҫлыҡ» тигән билдәле хикәйәһендә скифтар Дан-дамис һәм Амизок үҙҙәренең дуҫлыҡҡа тоғролоғон сармат баҫып алыуының ауыр ваҡиғаларында һынай. «Ҡапыл беҙҙең ергә ун мең һыбайлы иҫәбендә сарматтар һөжүм итте, — тип һөйләй скиф Токсарис, — ә йәйәүлеләр, әйтер кәрәк, өс тапҡыр күберәк. Ә уларҙың һөжүме көтөлмәгән булғас, улар барыһын да ҡасырға мәжбүр итә, күп батырҙарҙы үлтерәләр, башҡаларын тереләй алып китәләр. …Сарматтар шундуҡ табышты ҡыуа, әсирҙәрҙе бер төркөмгә йыя, сатырҙарҙы талай башланылар, кешеләре-ние менән күп һанлы арбаларға эйә булдылар»[12].

Сармат ҡәбиләләренең скиф территорияларына даими һөжүме һәм яйлап яулай барыуы сарматтарҙың Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына күпләп күсеп урынлашыуы менән тамамланған.

Помпоний Мела үҙенең тасуирламаһында б. э. 5 йылында Ютландияға барып еткән рим диңгеҙ экспедицияһы мәғлүмәттәрен ҡулланған. Бөтә герман ҡәбиләләренән тик гермиондар ғына Эльбанан көнсығышҡа табан йәшәгән, әммә Помпоний уларҙың, күрәһең, көнсығыш күршеләрен белмәгән, Рим империяһы менән хәҙерге Венгрия сигендә булған кеүек, уларҙы сарматтар тип уйлаған, һәм был этнонимды Дунайҙан төньяҡҡараҡ һәм Эльбанан көнсығышҡараҡ герман булмаған бөтә ҡәбиләләргә лә ҡулланған[13].

Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе үҙгәртергә

Беҙҙең эра башында башланған Халыҡтарҙың бөйөк күсенеү дәүере башлана, күп кенә тикшеренеүселәр фекере буйынса, уны һундар башлап ебәргән.

Аммиан Марцеллин (б. э. 330—400 йй.), һундарҙы тасуирлап, был ҡәбилә Меотий һаҙлығы (хәҙ. Аҙау диңгеҙе) аръғында Боҙло океан йүнәлешендә'[14], алан — боронғо массагет ерҙәренә барып еткән, тип хәбәр итә[15]. Аландарҙың үҙҙәрен Марцеллин Танаис (хәҙ. Дон) йылғаһынан көнсығышҡараҡ, скиф сүллектәренең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрендә[15] ә савроматтарҙы Истра (хәҙ. Дунай) йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлаштыра, һәм Истра йылғаһы, ҡушылдыҡтарының һыуы менән тулыланып, биләмәләре Танаис өлкәһенә тиклем һуҙылған[15] савроматтар эргәһенән аға ти. Бынан Аммиан Марцеллиндың савроматтарҙы аландарҙан айырғаны күренә.

Аврелий Виктор «Цезарҙар тураһында» әҫәрендә, Константты (320—350 йй. тирәһе) цезарь итеп иғлан иткән ваҡытта[16][17].

370 һәм 380 йылдар араһында һундар остроготтарҙы ҡыйрата, ә бынан алда, Иордандың һүҙҙәре буйынса, Меотида (Аҙау диңгеҙе) аша күсеп, уларҙың йыш ҡабатланған бәрелештәренән көсһөҙләнеп[18], аландарҙы буйһондора.

Сарматтарҙың тел буйынса тоҡомдары — осетиндар, ә уларҙың ата-бабалары —аландар — сармат ҡәбиләләренең бер өлөшө булған[19].

Птолемей Сарматияһы үҙгәртергә

Клавдий Птолемей үҙенең «География буйынса ҡулланма», трактатында, араһында Танаис сик ролен үтәгән Европа һәм Азия Сарматияһы бар, тип яҙған.

Европа Скифияһын яулап алғандан һуң, сарматтар боронғо донъяның иң ҡөҙрәтле халҡы тигән данға эйә була. Бөтә Көнсығыш Европа Кавказ менән бергә Сарматия атамаһын ала. Европа далаларында үҙ хакимлығын урынлаштырып, сарматтар игенселек менән шөғөлләнгән халыҡтар менән тыныс хеҙмәттәшлекте яйға һала башлай, халыҡ-ара сауҙаға һәм Ҡара диңгеҙ буйы грек ҡалаларын ҡурсалау күрһәтә. Сармат ҡәбиләләренең сәйәси берләшмәләре Ҡытайҙан алып тиклем Рим империяһына тиклемге яҡын һәм алыҫ күршеләрен үҙҙәре менән иҫәпләшергә мәжбүр итә.

Б. э. т. II быуаттан башлап сарматтар йыш ҡына грек, рим һәм көнсығыш авторҙары хеҙмәттәрендә һүрәтләнә башлай. Беҙ Страбон хеҙмәттәренән уларҙың ҡәбиләләре исемдәрен — языгтар, роксоландар, аорстар, сирактар, аландар — беләбеҙ; Тациттың роксоландарҙың Рим империяһының дунай провинцияһы Мезияға б. э. 68 йылында бөлдөргөс һөжүме тураһында «ике когортаны ҡырып һалған» тип хәбәр итә; Б. э. 8 йылында Томы ҡалаһына һөргөнгә ебәрелгән шағир Овидий үҙенең "Хәсрәтле элегия"ларында һағыш һәм ҡурҡыу менән ҡалаға яҡын килгән сарматтарҙы — «аты менән һәм етеҙ осҡан уғы менән көслө дошман талай … күрше ерҙе» һүрәтләй; Иосиф Флавий һәм Арриан аландарҙың I һәм II быуаттарҙа Әрмәнстанда һәм Каппадокияла һуғыштары — «аяуһыҙ һәм мәңге һуғышсан аландар» тураһында хәбәр ҡалдырғандар.

«Европа Сарматияһы» үҙгәртергә

 
Европа Сарматияһын һәм Таврия Херсонесын үҙ эсенә алған Европаның һигеҙенсе картаһы[20]. Баҫылған: Страсбург (1513 й.).

Көнбайыш сармат ҡәбиләләре — роксаландар һәм языгтар — Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы далаларын биләй. Б. э. т. яҡынса 125 йылда бик ныҡлы булмаһа ла, бик көслө федерация булдырған, уның барлыҡҡа килеүе көнсығыш сармат ҡәбиләләренең баҫымына ҡаршы тороу кәрәклеге менән аңлатыла. Күрәһең, был күсмә ҡәбиләләр өсөн типик батша сарматтар ҡәбиләһе етәкселегендәге иртә дәүләт булған. Әммә көнбайыш сарматтарға скифтарҙың дәүләт тәжрибәһен ҡабатлау мөмкин булмаған — б. э. т. I быуат уртаһынан улар ике үҙ аллы союз булараҡ эшләгән. Дон һәм Днепр араһындағы далаларҙа роксоландар күсеп йөрөгән, уларҙан көнбайышта — Днепр һәм Дунай араһында — языгтар йәшәгән.

Яңы эраның беренсе ярты йыллығында языгтар Урта Дунай уйһыулыҡтарына үрләй, һәм унда Дунай һәм Тиса йылғалары араһын (хәҙерге Венгрия һәм Сербия территорияһының бер өлөшөн) биләгән. Языгтар артынан Рим империяһы сигенә роксоландар килгән, һәм уларҙың күпселеге Дунайҙың түбәнге ағымында (хәҙерге Румыния территорияһында) йәшәгән. Көнбайыш сарматтар Римдең тынғыһыҙ күршеләре булған, улар йә союздаштары булып, йә дошманы булып сығыш яһаған һәм империя эсендәге үҙ-ара көрәшкә ҡыҫылыу мөмкинлектәрен ҡулдан ысҡындырмаған. Хәрби демократия осорона хас булғанса, сарматтар Римгә бай табыш сығанағы булараҡ ҡараған. Табышты алыу ысулы төрлөсә булған: талау барымталары, яһаҡ йыйыу, ялланма ғәскәр.

I быуаттың икенсе яртыһынан башлап, сарматтар, Дакия батшаһы Децебалдың саҡырыуына ҡушылып, дакий һуғыштарында ҡатнашалар. 87 йылда Корнелий Фуск етәкселегендәге рим армияһы Дакияға баҫып ингән. Тапай янындағы ҡаты алышта римлеләр тар-мар ителә. Дактар Римдән йыл һайын түләргә тейешле субсидияларын рим сиктәрен һаҡлауҙа ҡатнашыу менән алмаштырыуға өлгәшкән. Был субсидияларҙың бер өлөшөн языгтар ҙа алған. Роксоландар һәм языгтар дактарҙың тоғро союздаштары булған һәм дактар римдәргә ҡаршы ойошторған, Траяндың беренсе һәм икенсе дакий походтарын да индереп, 106 йылдың йәйенә, император Траян етәкләгән рим ғәскәрҙәре Дакияны һәм уның баш ҡалаһы Сармизегетузаны тулыһынса баҫып алғанға тиклем, барлыҡ хәрби компанияларында ла әүҙем ҡатнашҡан. Был ваҡытта оло юғалтыуҙар кисергән языгтар элекке ҡөҙрәтен ҡабат тергеҙә алмаған. Хәҙер инде өҫтөнлөк роксоландарға — көнсығышта йәшәгән һәм шул сәбәпле рим оккупацияһына эләкмәгән ҡәбиләләргә күскән. Дакия тар-мар ителгәндән һуң да римлеләр тағы ла күпмелер дәүер роксоландарға яһаҡ түләүен дауам иткән, әммә бер аҙҙан был эштән баш тартҡандар. Яһаҡ килмәй башлағас, роксоландар һәм языгтар 117 йылда дунай провинцияларына баҫып ингән. Үҙенең көнсығыш сиктәрендә баҫымсылыҡтан ялҡҡан һәм тыныслыҡ теләгән Рим империяһы роксоландарға яһаҡ түләүҙе яңынан тергеҙергә мәжбүр була. Римлеләр ике титулға — «роксоландар батшаһы» һәм «царь сарматтар батшаһы» титулдарына эйә булған Распараган менән тыныслыҡ килешеүе төҙөлгән. Был, моғайын, языгтар һәм роксоландар формаль рәүештә берҙәм юғары власть һаҡлағанлығы тураһында һөйләй. Языгтар Урта Дунай уйһыулыҡтарына эйә булһа ла, ә роксоландар Түбәнге Дунайҙа урынлашһа ла, улар йыш ҡына тығыҙ союзда сығыш яһаған. Языгтар һәм роксоландар араһында ятҡан йәшәгән дактарҙы яулап алып, римлеләр уларҙың бәйләнештәрен емерергә һәм аралашыуҙы тыйырға тырышҡан. Сарматтар быға һуғыш менән яуап биргән.

160-сы һәм 170-се йылдарҙа сарматтарҙың Рим менән көрәше бигерәк тә көсөргәнешле була. Языгтар 179 йылда император Марк Аврелий менән төҙөгән солох килешеүе шарттары билдәле. Рим Һуғыш римлеләрҙе генә түгел, сарматтарҙы ла ҡаңғыртҡан була, улар рәтендә ике партия — килешеү яҡлылар һәм уға ҡаршылар көрәшкән. Ниһәйәт, тыныслыҡ яҡлы партия еңә, һәм Банадасп батша, һуғыш яҡлылар юлбашсыһы, һаҡ аҫтына алына. Марк Аврелий менән һөйләшеүҙе Зантик етәкләй. Килешеү нигеҙендә языгтар роксоландарға рим ерҙәре аша үтергә хоҡуҡ юллап ала, ләкин Дунай йылғаһы буйлап караптарҙа йөҙмәҫкә һәм сик буйына яҡын урынлашмаҫҡа йөкләмә ала. Һуңғараҡ римлеләр был сикләүҙәрҙе юҡҡа сығара һәм сарматтарға Дунайҙың рим ярҙарына сығып сауҙа алып бара торған махсус көндәр билдәләй. Языгтар Римгә 100 мең әсирҙе кире ҡайтара.

Һигеҙ йөҙ яугирҙан торған языг атлы отряды Рим армияһына ҡабул ителә, һәм һыбайлыларҙың бер өлөшө Британияға ебәрелә. Ҡайһы бер ғалимдар, мәҫәлән, Жорж Дюмезиль, фаразы буйынса, нәҡ ошо сарматтар король Артур һәм түңәрәк өҫтәл рыцарҙары тураһында кельт мифтары сығанағы булып тора[21].

Сарматтарҙың Рим менән бәрелештәре һуңғараҡ та була. Тыныслыҡ һуғыш менән алмашынған, улар артынан тағы ла хеҙмәттәшлек килгән. Сармат отрядтары рим армияһына һәм герман ҡәбиләлре королдәренә хеҙмәткә ялланған. Рим провинцияларына — хәҙерге Венгрия, Румыния, Болгария, Югославия, Франция, Италия, Бөйөк Британия биләмәләренә көнбайыш сармат төркөмдәре күсеп ултыра[22] .

«Азия Сарматияһы» үҙгәртергә

 
Азиялағы Сарматияны үҙ эсенә индергән икенсе Азия картаһы.. Баҫылған: Лондон (1770 й.).

Аорстар һәм сирактарҙың көнсығыш сармат союздары Аҙау һәм Каспий диңгеҙҙәре араһындағы арауыҡтарҙа йәшәгән, көньяҡта уларҙың ерҙәре Кавказ тауҙарына саҡлы йәйрәп ятҡан. Сирактар Аҙау буйҙары далаларын һәм Кубандан төньяҡҡараҡ төньяҡ кавказ тигеҙлектәрен биләгән. Үҙәк Кавказ алды тау алды һәм тигеҙлекле райондары ла сирактар ҡулында булған, әммә уларҙы аорстар ҡыҫырыҡлаған. Аорстар Дондан Каспийға саҡлы, Түбәнге Иҙел буйында һәм Көнсығыш Кавказ алдында күскенселек иткән. Волга аръяғында уларҙың күсеп йөрөү урындары Көньяҡ Урал алдына һәм Урта Азия далаларына тиклем барып терәлгән.

Боронғо грек географы һәм тарихсыһы Страбон һүҙҙәре буйынса, аорстар һәм сирактар «өлөшләтә күсмә, өлөшләтә сатырҙарҙа йәшәй һәм игенселек менән шөғөлләнә».

Төньяҡ-Көнбайыш Кавказда игенсе-меоттарҙы буйһондорған һәм үҙ дәүләтен төҙөгән сирактар иң юғары йәмғиәт үҫеше кимәле менән айырылған. Сирак батшаларының резиденцияларының береһе булып, Аҙау диңгеҙенең көнсығыш ярҙарынан алыҫ түгел урынлашҡан Успа ҡалаһы булған.

Каспий буйы һәм Кавказ алды далаларында йәшәгән аорстарҙы «үрге аорстар» тип атағандар. Улар Кавказ һәм Урта Азия аша уҙған Каспий диңгеҙенең көнбайыш һәм төньяҡ яр буйҙарын һәм диңгеҙ сауҙа юлдарын контролдә тотҡан. Боронғо замандарҙа аорстарҙың ҡеүәтен һәм байлығын халыҡ-ара сауҙала ҡатнашыуы менән аңлатҡандар. Ҡытайҙа аорстар илен «Янтсай» тип атағандар — уның аша Ҡытайҙы һәм Урта Азияны Көнсығыш Европа һәм Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙ сауҙаһы менән тоташтырыусы юл үткән.

Сирактарҙың аорстар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында аҙ билдәле. Б. э. т. I быуат уртаһында улар союздаш булған һәм берлектә боспор батшаһы Фарнакка батшаһына хәрби ярҙам күрһәткән. Яңы эраның I быуат уртаһында, боспор батшаһы Митридат VIII һәм уның ағаһы Котис араһында тәхет өсөн көрәш ваҡытында, аорстар һәм сирактар дошман булараҡ сығыш яһай. Сирактар Митридатты хуплай, аорстар римлеләр менән бергә Котис яҡлы була. Римлеләр, аорс һәм боспор оппозицияһының берләшкән ғәскәрҙәре сирак ҡалаһы Успаны баҫып ала. Был ваҡиғаларҙы рим тарихсыһы Корнелий Тацит һүрәтләгән. Успа ҡолатылғандан һуң, сирак батшаһы Зорсин был «үҙ халҡына өҫтөнлөк бирергә ҡарар итә» һәм ҡорал һала. Союздаштарын юғалтҡан Митридат ҡаршылығын туҡтатҡан. Римлеләр ҡулына эләгергә теләмәгәнлектән, аорстар батшаһы Евнонға бирелә. Тацит былай тип яҙған: «Ул батша торлағынана инә, һәм Евнондың ҡаршыһында тубыҡланып, былай ти: һинең алдыңда римлеләр бер нисә йылдар буйына эҙәрлекләнгән, үҙе теләп килгән Митридат»[22].

Аландар — I быуат уртаһында антик авторҙарҙың иғтибарын йәлеп иткән көнсығыш-сармат иран телле күсмә ҡәбиләләр союзы[23]. «Алан» термины скиф-сармат халҡының этнонимикаһында киң таралған боронғо иран һүҙе «ариан» һүҙенән килеп сыҡҡан.

Аорстар етәкләгән көнсығыш сармат союздары араһында аландар үҙҙәренең һуғышсанлығы менән айырылып тора. Ул дәүерҙәге сығанаҡтар «еңелмәҫ», «батыр», «мәңге һуғышсан» аландар тураһындағы иҫкә алыуҙар менән сыбарланған. Антик традиция уларҙы Дунай уйһыулығында ла, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында ла һәм Кавказ алды далаларында ла телгә ала.

II быуатта «Алания» аландар биләмәһе тип телгә алына. Шул уҡ ваҡытта Терек йылғаһы «Алонта» атамаһын ала. Ҡытай йылъяҙмаларында, III быуат уртаһынан да һуңламай, арал-каспий далаларында урынлашҡан аорс биләмәләре «Аланья» тип атала башлаған. Шул уҡ ваҡытта башҡа сармат ҡәбиләләренең атамалары сығанаҡ биттәренән юҡҡа сыға. IV быуат авторы Аммиан Марцеллин әйткәнсә, был процеста тарихтың төп этаптары сағылған: аландар «даими еңеүҙәре менән күрше халыҡтарҙы аҙмы-күпме ыҙалатҡан һәм уларға ла үҙ исемен таратҡан».

Аландар Кавказ аша, 134 йылдағы кеүек, Кавказ Албанияһын, Атропатенаны талап һәм Каппадокияға етеп, Дарьял ("Алан ҡапҡаһы"н), Дербент үткәүелдәрен файҙаланып, поход ойошторған. Ҡайһы бер төньяҡ кавказ ҡәбиләләре менән бәйләнеш урынлаштырып, улар Кавказ аръяғының ысын бәхетһеҙлеге булған. Антик ваҡиғаларҙан тыш, был ваҡиғаларҙың шаңдауы грузиндарҙа һаҡлана. Каппадокияның хакимы Флавий Арриан «Алан тарихы» тигән хеҙмәтте булдырыуҙы мөһим тип һанаған.

Аландар Боспор батшалығында эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан. Фанагория ҡалаһында алан тәржемәселәре төркөмө була. Аландарҙың хәрби абруйы шулай ҙур булған, хатта Рим империяһында махсус хәрби әсбап — уларҙың үҙҙәренә ҡаршы көрәш ҡулланмаһы, ә рим кавалерияһы алан атлыларының ҡайһы бер тактик алымдарын үҙләштергән[24].

I һәм II быуаттарҙа сирактар аорстар, римлеләр һәм боспорлылар менән һуғыштарҙа ҙур юғалтыуҙар кисергән. П. У. Аутлев һәм Н. В. Анфимов[25] һығымтаһына ярашлы, иҫән ҡалған сирактарҙың күп өлөшө Боспор батшалығында эллинләштереүгә дусар ителгән, һәм артабан улар аландар этносын формалашыуҙа ҡатнаша, ә сирактарҙың аҙ өлөшө меоттар араһында йотолған. Осетиндарҙың Нарт эпосында Саусырык тигән нарттың («ҡуңыр сирак» тип аңлашылған) килеп сығыуы сәбәптәрен нәҡ ошондай тарихи ваҡиғалар аңлата.

Сармат хакимдары үҙгәртергә

 
Поляк портреты, XIX быуат башы

ДНК-археология мәғлүмәте үҙгәртергә

Төньяҡ Кавказда табылған II—III быуаттар сармат мәҙәниәтенә ҡараған ике өлгөлә J1 (M267+) Y-гаплотөркөмө һәм митохондриаль һәм H1c21 һәм K1a3 гаплотөркөмдәре биләләнде. II—IX быуаттарҙағы сармат-алан этник тармаҡтары менән бәйләнгән антропологик материалды анализлау түбәндәге Y-хромсомлы гаплотөркөмдәр: G2a (P15+), R1a1a1b2a (Z94+, Z95+), J1 (M267+) һәм J2a (M410+) барлығын билдәләне. Ҡатын-ҡыҙҙар яғынан түбәндәге митохондриаль гаплотөркөмдәре: I4a, D4m2, H1c21, K1a3, W1c һәм X2i һүрәтләнгән. Үҙ сиратында, аутосом маркёрҙарҙы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, төрлө йүнәлештәр ҡушылмалары булыуға ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда был һөҙөмтәләрҙә типик европа генотибы мәғлүмәттәре табылды, тип һөйләргә мөмкин[27]..

XVI быуат уртаһынан поляк гуманистары поляк шляхтаһы, грек һәм рим этнографияһынан билдәле булған боронғо дала халҡы, сарматтарҙан, барлыҡҡа килгән тигән фекерен әйтә башлаған. XVII быуатта был тезис поляк юғары ҡатламының идеологик — сарматизм (үҙенә күрә социаль расизм: аҡһөйәктәр сарматтар тоҡомо тип һанала, ә ябай халыҡ — литвалар һәм славяндар) нигеҙе була. Сәнғәт ғилемендә «сармат портреты» тигән махсус термин бар: XVII һәм XVIII быуаттар дауамында поляк аристократтары рәссамдар уларҙы «сармат» итеп һүрәтләүҙәрен теләгән.

Көнкүреше һәм мәҙәниәте үҙгәртергә

Кейемдәре үҙгәртергә

Сарматтарҙың төп кейеменә иркен оҙон салбар, күн куртка, йомшаҡ тире итектәр кейеҙ һәм осло башлы кейеҙ кәпәстәр (башлыҡ) ҡарай.

Боронғо тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, сарматтар «һуғышсан, ирекле, буйһонмаҫ һәм шул тиклем аяуһыҙ һәм ажар ҡәбилә, бында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙары ла һуғышта ҡатнаша хатта» (Яңы быуаттың I быуат рим географы Помпоний Мела).

Торлаҡтары үҙгәртергә

Боронғо автор хәбәр итеүенсә, сарматтар күскенсе булған. Сатыр һәм тирмәләр уларға торлаҡ булып хеҙмәт иткән. «Сарматтар ҡалаларҙа йәшәмәй һәм уларҙың хатта даими йәшәү урыны ла юҡ. Улар, байлығын һәм мөлкәтен иң яҡшы көтөүлектәргә күсереп, йә сигенгән һәм эҙәрлекләгән дошманы мәжбүр иткәндә, мәңге лагерь булып йәшәй» (Помпоний Мела).

Күсенеп йөрөгән ваҡытта, сарматтар балаларын, ҡарт-ҡороно, ҡатын-ҡыҙҙарын һәм мөлкәтен көймәле арбаларында күсереп йөрөткән. Б. э. т. I быуат аҙағы һәм I быуат башында фйәшәгән грек географы Страбон: «Номадтарҙың (күскенселәрҙең) кейеҙҙән эшләнгән көймәле тирмәләре үҙҙәре йәшәгән арбаларға беркетеп ҡуйылған, тирмә тирәләй, итен, сырын һәм һөтөн туҡланыу өсөн файҙаланған малдары көтөлә».

Ҡатын-ҡыҙҙарының хәле үҙгәртергә

Савроматтар ҡатын-ҡыҙҙарының юғары урыны, йәмәғәт тормошонда һәм хәрби хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашыуы уларҙың үҙенсәлеге булып торған. Боронғо яҙыусылар савроматтарҙы йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан идара ителгән халыҡ тип атай. Геродот уларҙың скиф йәш егеттәренең амазонкалар — һуғышсан ҡатын-ҡыҙҙарҙың легендар ҡәбиләһе вәкилдәре менән никахынан килеп сығыуы тураһында риүәйәт бәйән иткән. Савромат ҡатын-ҡыҙҙары ҡәбилә менән идара иткән һәм ҡанббалар функцияларын башҡарған. Ғалимдар уйлауынса, был ырыу савромат ырыуы әсә башланғыслы булған, һәм туғанлыҡ иҫәбе ҡатын-ҡыҙ линияһы буйынса ла алып барылған. Һуңынан, сармат ҡәбиләләре нигеҙендә яңы сармат союздары барлыҡҡа килгәндән һуң, «матриархат» билдәләре юҡҡа сыға. Сармат йәмғиәте «патриархаль» төҫ ала[28].

Күренекле ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына хөрмәтле ҡанбаба функцияларын үтәгән. Вафат булған ҡатын-ҡыҙ, хатта ҡыҙ бала ҡәберенә, йыш ҡына, биҙәүестәр менән бергә, тағы ҡорал һалғандар. Ырыу зыяраты, ҡағиҙә булараҡ, ырыуҙаштар Тәүәсә тип хөрмәтләгән алдараҡ ерләнгән атаҡлы ҡатын-ҡыҙ — ҡорбаш йә ҡанбаба ҡәбере тирәләй формалашҡан.

Һуғышсан сармат ҡатын-ҡыҙҙары тураһында шул осорҙа йәшәгән антик авторҙар хәбәр иткән. Шулай, грек тарихсыһы Геродот: «уларҙың ҡатын-ҡыҙҙары ирҙәре менән һыбай һунарға йөрөй, һуғыштарҙа ҡатнаша һәм ир-егеттәр менән бер төрлө кейем кейә… Дошманын үлтермәй тороп бер ҡыҙ ҙа кейәүгә сыҡмай» тип билдәләй. Ялған-Гиппократ та шулай уҡ, сармат ҡатын-ҡыҙҙары һыбай йөрөй, йәйәнән һәм ҡыҫҡа һаплы һөңгөләр ата тип хәбәр итә. Ул шундай бер ғәжәйеп деталь килтерә: йыш ҡына, бөтә көстәре уң яурынына китһен тип һәм ҡатын-ҡыҙҙы ир-егет кеүек көслө итһен өсөн, ҡыҙҙарҙың уң күкрәген киҫеп алғандар имеш. Сармат һуғышсан ҡатын-ҡыҙҙары, моғайын, амазонкалар тураһындағы боронғо грек легендалары килеп сығыуға нигеҙ булып торғандыр.

Мәҙәниәте, дине, теле үҙгәртергә

Күрәһең, сарматтарҙың идара итеү формаһы хәрби демократик булып торғандыр, әммә эра башында сармат ҡәбиләләре юғары власы төҙөлөшө тураһында туранан-тура мәғлүмәт юҡ. Юғары власты ҡылыҡһырлағанда, йыш ҡына, мәғәнәһе аныҡ түгел, сөнки ҡәбилә башлыҡтары, батшалар хәрби начальниктар һәм һарай сановник (атап әйткәндә, әһәмәниҙәр һарайы янында) эргәһенә ҡуйыпп йөрөгән «скептух», терминын ҡулланған.

Сарматтарҙың дини-ғибәҙәт күҙаллауҙарында хайуан, бигерәк тә, һарыҡ тәкәһе образы күренекле урын биләй. Йыш ҡына һарыҡ тәкәһен һауыт-һаба, ҡылыс тотҡаларына төшөргәндәр. Һарыҡ тәкәһе боронғо халыҡтарҙа «күк бәрәкәте» (фарна) символы булып торған. Шулай уҡ сарматтарҙа ата-бабалар культы киң таралған була.

Грек-сармат алиһәһе Афродита-Апутара (алдаҡсы) культында грек-иран дини синкретизмы сағыла. Ул ғибәҙәтхана булған. Пантикапейҙа уның ғибәҙәтханаһы булғанмы — билдәһеҙ, әммә Таманда Апутара тигән ҙур ауылда булған. Афродита-Апутара культында азия культы Астартаға туғандашлыҡ һыҙаттары күп.

Сарматтарҙың меңдәрсә йылдар йәшәгәнлеген раҫлаусы 5-7 метр бейеклегендәге күп һанлы ҡурғандар ул дәүерҙең берҙән-бер ҡомартҡыһы булып тора. Савромат һәм сармат курғандары йыш ҡына йәйрәп ятҡан далаларға киң панорама асылған тау, һырт түбәләрендә, бейек урындарҙа, төркөм булып урынлашҡан. Улрҙы шәйләмәй мөмкин түгел. Шуға күрә был ҡурғандар борондан уҡ талаусыларҙың һәм хазина эҙләүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән.

Сарматтар Украинаның көньяғы Рәсәй тарихында ҙур эҙ ҡалдыра. Уларҙан тере тел ярсыҡтары һаҡланып ҡалған, һәм, академик Соболевский һүҙҙәре буйынса, уларҙан хатта ҙур йылға атамалары ла протославяндарға бирелгән: Днестр, элек Дънестр — сарматса Danastr йәки Danaistr; Днепр — Дънепр — Danaper; сарматса «dānu» Дон (һыу/йылға), осетинса дон (һыу/йылға) һүҙҙәренән. Бик к-п башҡа йылғасыҡтар исеме лә сармат атамаһының тәржемәләре булып тора. Башҡортостанда Ашҡаҙар йылғаһы (сағыштырығыҙ: фарсы ашка — «аҡ», «таҙа», дарья — «йылға»), Ырымбур һәм Силәбе өлкәһендә — Санга (топоним тажик санг — «таш», «ташлы» менән сағыштырыла) йылғасыҡтары.

Ҡайһы бер тарихсылар, ата-бабалары сарматтар көнсығыш һәм көньяҡ славяндарҙың ата-бабалары типгән фараз ҡора ине, әммә был теорияны, сармат мәҙәниәтенең боронғо славян мәҙәниәтенән асыҡтан-асыҡ айырмаһын күрһәтеп, күпселек ғалимдар инҡар итте.

Археология үҙгәртергә

Сарматтар менән башлыса ерләү ҡурғандары аша күрһәтелгән Сармат археологик мәҙәниәтен бәйләйҙәр. Уның сиктәрендә өс айырым (хронологик эҙмә-эҙлекле) мәҙәниәт бүлеп күрһәтәләр: иртә сармат («Прохоровский»), урта сармат («Сусловская»), һуңғы сармат .

Сармат мәҙәниәттәре рәтендә иртә сармат («Прохоровская») мәҙәниәте б. э. т. IV—II быуаттар менән билдәләнә. Үҙенең атамаһын ул 1911 йылда крәҫтиәндәр тарафынан ҡаҙып табылған Прохоровка ауылы (Ырымбур өлкәһе, Шарлык р-ны) ҡуроғсндарынан алған. Күрһәтелгән ҡурғандарҙы С. И. Руденко 1916 йылда тикшереп сыҡҡан. Прохоровка янындағы ҡаҙып алынған материалдарҙы баҫтырып сығарған М. И. Ростовцев, уларҙы б. э. т. III—II быуаттар менән билдәләп, беренсе тапҡыр был типтағы ҡомартҡыларҙы тарихи сарматтарға тиңләштерҙе. Волга буйында һәм Уралда табылған шуға оҡшаған һәйкәлдәрҙе билдәләр маҡсатында, «Прохоровский мәҙәниәте» тигән классик төшөнсәне Б. Н. Граков индерә. Әлеге ваҡытта "Прохоровский мәҙәниәте"нә ҡараған һуңғы ҡомартҡылар б. э. т. осоро һуңына ҡарай тип тамғалана.

Урта сармат («Сусловская») мәҙәниәте 1927 йылда П. Д. Рау тарафынан билдәләнгән. Уның периодизацияһында быға оҡшаған һәйкәлдәр A («Stuffe A») баҫҡысын тәшкил итә тип, иртә сармат осорона ҡаратылған. Ғалим был һәйкәлдәрҙе (уларҙың күп өлөшө Суслов ҡурған ҡәберлегенән, Һарытау өлкәһе Совет р-ны) б. э. т. II быуат аҙағы — I быуат аҙағы менән билдәләне. Б. Н. Граков периодизацияһында шуға оҡшаған комплекстар сармат йәки «Сусловская» мәҙәниәте тигән атама алды. Һәм артабан, К. Ф. Смирновтың хеҙмәттәрендә уларҙы «урта сармат мәҙәниәте» атамаһы менән йөрөтөү нығынды.

Ҡәберлектәре үҙгәртергә

Зыярат ҡурғандары — был ҡурғандарҙа бер нисә ҡәберлек айырым ҡағиҙә буйынса урынлашҡан: йә ҡулса, йә рәт буйынса[29]. Мәйеттәр тура мөйөшлө соҡорҙарҙа, арҡаларында ятҡырылып, баштары көньяҡҡа ҡаратып күмелгән. Әйберләтә табыштарға, ғәҙәттә, ҡылыс һәм ураҡҡа оҡшатып тамамланған хәнйәрҙәр, бронза һәм тимер уҡ башаҡтары, портупейный йыйылманың ворворкалары һәм ҡаптырмалары, әүәләү керамикаһы, бронза көҙгөләр, һөйәк тишкес, йөн иләү ҡоролмаһы, һөйәк балғалаҡтар.

Антропологияһы үҙгәртергә

Антропологик яҡтан сарматтар, долихокранный европеоидтарға (тар һәм һәм оҙонса баш һөйәге) ҡараған аландарҙы иҫәпкә алмағанда, брахикранный европеоидтарға (иң һәм түңәрәк башлы) ҡарай. Һуңғы сарматтарға монголоидлыҡ ҡушылмалары хас булған[30][31].

Хәрби эше үҙгәртергә

Сарматтар иҫ киткес яугир һаналған, ауыр атлылар ғәскәрен булдырған тигән киң таралған фекер йәшәй, ҡылыс һәм һөңгө уларҙың ҡоралы булған. Башта Түбәнге Иҙелдә барлыҡҡа килеп, оҙонлоғо 70-тән алып 110 см-ға тиклем булған сармат ҡылысы, тиҙ арала барса дала буйлап таралған. Ул һыбайлы яуҙарҙа алыштырғыһыҙ булып сыға.

Сарматтар үҙҙәренең күршеләре өсөн етди дошман булған. «Сарматтар араһында бер юлбашсының ғына тауышы әһәмиәткә эйә була алмаған: улар берен-бере яуҙа уҡ ырғытыуға ғына этәрмәгән, ә дошманды ҡыйыу һөжүм менән киҫәткән һәм ҡул һуғышын башлаған» (Корнелий Тацит). Ләкин сарматтар дошман алдында йәйәү һирәк күренгән. Улар һәр ваҡыт ат өҫтөндә булған. «Сарматтарҙың бөтә ҡыйыулығы уларҙың үҙҙәренән ситтә ятҡан кеүек. Улар йәйәүле һуғышта бик ҡурҡаҡ; әммә, атлы отрядтары менән килеп баҫһалар, ҡайһы ғына дошман сафтары ҡаршы тора алыр ине икән».

Сарматтар бик йылғыр яугир булған. Сармат һуғышсылары оҙон пиктар менән ҡоралланған булғандар, етендән эшләнгән кейемдәре өҫтөнә, ваҡ итеп туралған һәм шымартылған мөгөҙ киҫәктәрен, ҡанаттар кеүек теҙеп тегеп, әҙерләгән панцирҙар кейгәндәр. Улар, дошмандарын эҙәрлекләп, йә үҙҙәренең шәп һәм күндәм аттарында сигенергә мжбүр булғанда, бик ҙур арауыҡты үтә алғандар, һәм һәр береһе тағы ла бер, хатта ике атҡа эйә булған. Аттарға ял бирер өсөн, улар бер аттан икенсеһенә күсеп ултырғандар.

Антик авторҙар хеҙмәттәрендә сарматтарҙың хәрби эше үҙгәртергә

Үҙ ваҡыты өсөн сармат хәрби сәнғәте юғары үҫеш кимәлендә булған. Сармат стратегияһын һәм тактикаһын, ҡоралланыуҙың яңы өлгөләрен скифтар, боспорсылар, һәм хатта римлеләр үҙләштергән. Күскенсе ҡәбиләләр яғына көнсығышҡа экспансия барышында иң тәүҙә грек, артабан рим колонистары бәрелешкән. Грек авторҙары варварҙарҙың йолаларына һәм тарихына иғтибарҙы күберәк бүлә. Урындағы халыҡ менән өнәсәбәттәр, дөйөм алғанда, тыныс ағышта булғанлыҡтан, хәрби эштәре әллә ни ҡыҙыҡһындырмаған тиергә була.

Сарматтарҙың һуғыш сәнғәтен күпселектә рим тарихсылары яҡтырта. Сарматияны тасуирлауҙарҙа бик күп традицион һәм легендар мәлдәр күҙәтелгән. Мәҫәлән, б. э. т. I—II быуаттарҙың күпселек авторҙары йола буйынса сарматтарҙы скифтар йә савроматтар тип атай. Сарматтарҙың б. э. т. I быуатҡа тиклемге сарматтарҙың хәрби эштәре тураһында туранан-тура мәғлүмәт юҡ, сөнки тарихи аренала б. э. т. IV—III быуаттарҙа уҡ беренсе әүҙем хәрби сығыштары тарихи аренанан төшөп ҡалғанлыҡтан, сарматтарҙың хәрби өлкәләге ситләштерелгән төрлө кәрәк документтарын өйрәнеү кәрәктер.

Ҡыҫҡа хәбәрҙәр үҙгәртергә

Сарматтар тураһында рәхимһеҙ яугирҙар тигән эпитеттар һәм ҡыҫҡа хәбәрҙәр ҡулланыу б. э. т. I быуатта шағирҙар һәм фәлсәфәселәр әҫәрҙәрендә барлыҡҡа килә. Б. э. 8 йылында Ҡара диңгеҙ буйындағы Тома ҡалаһына һөргөнгә ебәрелгән шағир Овидий тәүге тапҡыр сарматтарҙы мәрхәмәтһеҙ яугирҙар тип иҫкә алған һәм уларҙы Марс менән сағыштырҙы (Хәсрәтле элегия, V, 7).

«Скифтар һәм уларға оҡшаған ҡәбиләләр»ҙең ҡайһы бер йолаларын Нерон заманында йәшәгән стоик мәктәбе фәлсәфәсеһе Луций Аней Корнут һүрәтләгән. Автор күсмә ҡәбиләләренең еңелмәҫ ғәҙеллегенә һәм хәрби күнегеүҙәренә иғтибар бүлә. Яҙыусы шулай уҡ һуғыш аллаһы Аресты хөрмәтләп телгә ала.

Номадтарҙың һуғыш аллаһы менән туғанлығын Дионисий Периэгет та иҫкә алған. Уның эштәре б. э. I—II быуатҡа ҡарай. Латин авторы Меотида эргәһендә йәшәгән күскенсе ҡәбиләләрҙе һүрәтләй, улар иҫәбендә «савромат ҡәбиләләре, данлы һуғышсан Арестың тоҡомдары» (Кеше йәшәгән ерҙе тасуирлау, 652—710).

Шағир Гай Валерий Флакк Сетин Бальб «ҡоторонған сармат йәштәре» һәм уларҙың «ҡырағай хайуандарса үкереүе» тураһында мәғлүмәт ҡалдырған (VI, 231—233).

Руфий Фест Авиен Тавр янында йәшәгән «ҡанһыҙ сармат» тураһында яҙған (Ер түңәрәген тасуирлау, 852—891). Клавдий Клавдиан сармат атлы отрядтарын телгә алған (өсөнсө консуллыҡҡа Пангерик, VV, 145—150).

Евтропий, Сарматияла юҡ ителгән легион тураһында иҫкә алған. Шуға өҫтәп ул Диоклетиандтың сарматтар менән һуғыштары тураһында яҙған (VII, 23; IX, 25).

Күскенсе атлы ғәскәрҙе һәм сармат һөжүмдәрен тасуирлау үҙгәртергә

Аристотель күскенсе атлыларҙың «намыҫлылығы һәм инсафлылығы» тураһында иң иртә мәғлүмәт ҡалдырған: «Скиф батшаһының изге бер бейәһе булып, уның бөтә ҡолондары ла бик шәп булған. Шул ҡолондарҙың барыһына ла инә булған бейәне иң яҡшы айғырҙан ҡасырыу маҡсатында, батша, бейәне ябып, айғырҙы килтерергә ҡушҡан, башта айғыр быны теләмәһә лә, яңылыш, бейә менән ҡушылып өлгөргән. Айғыр, ҡасырыу тамамланғандан һуң бейәнең башын асҡас, инәһен танып ҡалғанлыҡтан, сабып сығып китә һәм ҡаянан һикерә» (хайуандар тураһындағы әкиәттәр, IX, 47).

Б. э. т. III быуатта Антигон Каристский шулай уҡ бейә тураһындағы скиф тарихын иҫкә ала (Әҙәм ышанмаҫлыҡ хикәйәләр йыйынтығы, LIV, 59). Һуғышсан сармат атлыларына кескәй ҡылыҡһырлама биргән артабанғы кеше Овидий булған. Ул ҡырағай аттарҙы һәм «аттары менән хәүефле сарматтарҙы» һүрәтләгән (Хәсрәтле элегия, III, 10).

Гай Плиний Секунд Өлкән былай тип яҙа: «оҙон юлға сығыр алдынан сарматтар аттарын ашатмаған, тик бер аҙ һыу ғына эсергән, һәм улар шулай итеп, һыбай ултырып, бер туҡтауһыҙ 150 м миль алыҫлыҡҡа алға барған…» (4, 162). Ул Аристотелдең «скиф бейәһе» тураһындағы хикәйәһен телгә ала, һәм шулай уҡ скифтар һуғыш баршында бейәләргә өҫтөнлөк бирә тип яҙған (4а, 156, 165).

Полиен, сармат батшабикәһе Амаганың хәрби операцияһын тасуирлап, уның отряды яугирҙары ике алмаш атҡа эйә булған һәм шулай итеп 1200 стадия аралыҡты үтә алған тип билдәләй (VIII, 56).

Күскенсе атлылар тураһында һуңғы яҙған авторҙарҙың береһе Клавдий Элиан булған. Ул да үҙ сиратында тағы бер тапҡыр аристотелдең "скиф бейәһе тураһындағы хикәйә"не ҡабатлай (Хайуандар тураһында, IV, 7).

Антик авторҙар, сармат атлыларын тасуирлап, уларҙың сыҙамлыҡ һәм выжданлыҡ сифаттарына ҙур иғтибар бүлә. Яҙыусылар мәғлүмәттәре буйынса, сармат аттары көнөнә 150 миль юл үткән, был күрһәткес 220 километрға тиңләшә. Ҡайһы бер авторҙар алмаш аттарҙы иҫкә ала. Былар барыһы ла күскенселәргә байтаҡ ара үтеү мөмкинлеге биргән. Овидий дошмандар «йыртҡыс көтөү» булып һөжүм итә тип бәйән итә
(Хәсрәтле элегия, V, 10), Иосиф Флавий сарматтарҙың Мезияға һәм Мидияға «ҡыҙыу һөжүмдәрен» тасуирлай, VII, 4, 3; 7, 4).

Сарматтарҙың ҡоралдары тасуирламаһы үҙгәртергә

Антик авторҙары күскенселәрҙең уҡтарына ҙур иғтибар бүлә. Аристотель скифтар {{comment|терпе кеүек хайуан|ехидна}} ағыуын һәм кеше ҡанын ҡушып уҡтар өсөн эшләнгән ағыу рецепты тураһында (Мөғжизәле хәлдәр тураһында, 141) яҙған. Был хикәйә һүҙмә-һүҙ тиерлек Аристотель яҙғанды ҡабатлай, тик хикәйәлә ехидна ағыуы компоненттары урынына скифтар йылан ағыуын ҡуллана (Сәйер нәмәләр тураһында хикәйәләр, 845а, 141).

Теофраст «уҡтарҙы үлемесле ағыулы үҫемлектәр менән һөрткәндәре» тураһында яҙа. Боронғо ботаник яҙыуынса, бҡайһы бер ағыу шундуҡ үлтерә, әҡайһы бер ағыуҙан кеше, асығып, хәлһеҙләнеп үлә (Теофраст, Үҫемлектәр тураһында, XV, 2).

Овидий уҡтарға ҙур мәғәнә бирә. Шағир күп тапҡырҙар номадтарҙың ағыулы ҡармаҡлы уҡтарын телгә ала (Хәсрәтле элегия, III, 10; V, 7, 10; Понттан хаттар, IV, 7, 10). Бер һаҙаҡ уҡты ул хатта үҙенең дуҫы Фабий Максимға бүләк итеп ебәрә (Понттан хаттар, III, 8).

Павсаний сарматтарҙың һөйәк уҡ башаҡтары тураһында бәйән итә (Элладаны тасуирлау, I, 21, 5). Өлкән Плиний ҙа шулай уҡ скифтарҙың уҡтарҙы ағыу менән сылатыуы тураһында яҙа (Тәбиғи тарих, 2, XI, 279). Был хаҡта шулай уҡ Клавдий Элиан яҙа (Хайуандар тураһында, IX, 15).

Антик авторҙарҙың эштәрендә шулай уҡ традицион яҡын һуғыш ҡоралдарын — ҡылыс һәм һөңгөнө тасуирлау күрһәтелгән. Овидий бысаҡ менән ҡоралланған сарматтар тураһында яҙа (Хәсрәтле элегия, V, 7). Иосиф Флавий сармат ҡылысын телгә ала (Йәһүд һуғышы тураһында, VII, 7, 4), Валерий Флакк «оло һөңгө менән идара итеүсе сарматты» тасуирлай (Аргонавтика, VI, 20), Павсаний һөйәк һөңгөләр тураһында яҙған (Элладаны тасуирлау, I, 21, 5). Шулай уҡ, һөңгө тураһында яҙа Клавдий Клавдиан шулай уҡ сармат һөңгөләре тураһында яҙа (Стилихон консуллығы тураһында, I, 122).

Антик авторҙар үҙ хеҙмәттәрендә сарматтарҙың арҡанды файҙаланыуы тураһында бик йыш телгә алалар. Уларҙы йә әсирҙәр тоторға, йә һыбайлыны ат өҫтөнән тартып төшөрөү маҡсатында файҙаланғандар. Иосиф Флавий әрмән батшаһы Тринидадты арҡанларға тырышыу тураһында яҙған (Йәһүд һуғышы тураһында, VII, 7, 4). Павсаний фәләстандан тыш билдәләүенсә, «сарматтар дошмандарына арҡан менән ташланалар һәм һуңынан, аттарын кире яҡҡа бороп, арҡанға эләккәндәрҙе ергә йығалар» (Элладаны тасуирлау, I, 21, 5).

Күскенселәрҙең арҡан ҡулланыуы хаҡында һуңғы тапҡыр иҫкә алыу б. э. V быуатында йәшәгән епископ Амвросийҙың яҙмаларында осрай. Епископ «аландар дошман муйынына элмәк ташлау йолаһын бик оҫта атҡара» тип яҙған (Иерусалимды емереү тураһында, V).

Күскенселәрҙең һаҡланыу ҡоралы тураһында беренсе тапҡыр Теофраст Эресский иҫкә алған. «Һыу тураһында» трактатында ул былай тип яҙа: «Таранд Скифияла йәшәй, томшоғо менән боланға оҡшаған… Уның һөйәктәре тире менән көпләнгән, һәм унан йөнө лә үҫә. Тиреһе бармаҡ йыуанлығы һәм үтә ныҡ, шуның өсөн уны киптерәләр һәм хәрби ҡаплауыс эшләйҙәр» (Һыу тураһында, 172).

Павсаний боронғо хәрби кейем һәм ҡорал тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалар ҡалдырған: «Панцирҙарҙы улар былай яһай: уларҙың һәр береһе бик күп ат тота… Аттарҙы улар һуғыш өсөн генә файҙаланмай, уларҙы салып, үҙҙәренең хоҙайҙарына ҡорбан килтерәләр һәм ризыҡ итеп ҡулланалар. Аттарҙың тояҡтарын йыялар, таҙарталар, уларҙы йылан ҡауы һымаҡ итеп телеп ваҡлайҙар. Кем дә кем йылан күрмәгән, моғайын, әле йәшел ҡарағай тубырсыҡтарын күргәндер; шулай итеп, ҡарағай тубырсыҡтарында беленеп торған бураҙналар кеүек итеп, тояҡтан да, хаталанмайса әйтеп була, шундай күренеш килтереп сығаралар. Шул ҡабырсаҡтарҙы улар тишәләр, ат йә үгеҙ тарамыштары менән бер-беренә һырыҡтырып тегәләр һәм ҡалҡан сифатында ҡулланалар, улар ныҡлығы менән дә, матурлығы менән дә эллиндарҙыҡынан ҡайтыш түгел, хатта ҡул һуғышындағы ҡаты һуғыу һәм һөжүмде лә күтәрә» (Элладаны тасуирлау, I, 21, 5).

Клавдий Элиан, Теофрастҡа оҡшатып, Таранд атамалы ҡырағай хайуанды тасуирлаған, ләкин уның хикәйәһендә күскенселәр ҡалҡандарын тире менән көпләгәне генә һүрәтләнә, ә панцирь эшләгәндәре тураһында яҙылмаған (Хайуандар тураһында, II, 16).

Сарматтарҙың хәрби эштәрен һәм хәрби йолаларын тулы масштаблы һүрәтләү үҙгәртергә

Страбон «һуғышсан» роксоланадарҙың 50 мең ғәскәрен тар-мар итеүҙе һүрәтләй, һәм шулай уҡ күскенселәр «эш үгеҙенең сей тиреһенән тегелгән торҡалар һәм хәрби кейемдәр панцирҙар кейеп, сыбыҡтарҙан үрелгән ҡалҡандар тотоп йөрөй, ә һөжүм ҡоралдары булып һөңгө, йәйә һәм ҡылыс хеҙмәт итә» тип билдәләй (VIII, 3, 17). Географ сирактар һәм аорстарҙың ғәскәр иҫәбен килтерә, һуңғыларының күпселек өлөшө каспий яры буйҙарында хакимлыҡ итеүе тураһында яҙа (V, 8).

Публий Корнелий Тацит б. э. 69 йылында Мезия уңышһыҙ сармат һөжүме тураһында бәйән итә (Тарих, I, 79). Сарматтарҙың атлы илбаҫарҙар өйөрөнә кем генә ҡаршы тора алһын инде, тип телгә алып, өсөнсө легиондың ярҙамсы көстәре тарафынан туғыҙ меңлек күскенсе ғәскәрен тар-мар итеүҙе һүрәтләгән. Тацит сарматтарҙың ҡоралын тасуирлап, ике ҡулдары менән тотоп һуғышҡан һөңгөләрен һәм оҙон ҡылыстарын, юлбашсыларының һәм юғары ҡатламдың бер-береһенә үткәреп беркетелгән пластинкаларҙан йә иң ҡаты тиренән яһалған ауыр панцирҙарын иҫкә ала. Шул уҡ ваҡытта, уның билдәләүенсә, был бөтөнләй күсмә ҡалҡан файҙалана.

131—137 йылдарҙа Каппадокия менән идара иткән рим тарихсыһы һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Флавий Арриандың хеҙмәттәре ҙур әһәмиәткә эйә. 135 йылда Арриан алан һөжүмен «кире ҡаға». Рим легиондарының сарматтар менән ҡаты алышы булмағанын билдәләр кәрәк — Каппадокия армияһы көнсығыш сиккә походҡа сыға, ә күскенселәр, баҙнат итмәйенсә, сигенәләр. «Аландар менән бәрелеш» һөҙөмтәһендә Аррианда үҙ дошманы менән ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уянған һәм ул 135 йылда булған ваҡиғаларға «Аландарға ҡаршы диспозиция» тигән яҙмаларын бағышлаған. Килеп сыҡмаған алыштың сценарийын һүрәтләп, Арриан сармат ҡоралдарын һәм тактикаһын ҡылыҡһырлай (Аландарға ҡаршы диспозиция, 17, 28, 30, 31). Арриандың сарматтары ҡалҡан һәм оҙон һөңгөләр менән файҙаланған, боронғо хәрби кейем һәм ҡорал менән (доспехи) йөрөгән, һуғыш ваҡытында төрлө тактик алымдар — ялған сигенеү, ҡулсаға алыу — ҡулланған.

Шулай уҡ Арриандың тағы ла бер әҫәре сарматтарҙың хәрби эштәре тураһында бәйән итә (Тактика, 47, 16,6, 35,3). «Тактика»һында тарихсы, ваҡ һаплы һөңгөләр менән ҡоралланып, алан манераһына, шына һымаҡ теҙелеп, һөжүм иткән һыбайлыларҙы, шулай уҡ аждаһа рәүешендәге хәрби тамғаларҙы телгә ала. Байраҡтар «үҙҙәренең күренеше менән ҡәнәғәтләнеү йәиһә ҡот осороп ҡына ҡалмай, атаканы айырыу өсөн дә һәм төрлө отрядтар бер-береһенә һөжүм итмәһен өсөн дә файҙалы».

Аммиан Марцеллин хәрби сарматтарҙың ҡайһы бер хәрби ғөрөф-ғәҙәттәрен һүрәтләгән. Күскенселәр тыумыштан уҡ һыбай йөрөргә өйрәнгән, даими күнекмәләр менә шөғөлләнгәндәр, ҡылыс ҡа табыналар. Уларҙа кем яу ҡырында һәләк була, шул бәхетле тип иҫәпләнә. Шулай уҡ Марцеллин дошмандан скальп һыҙырып алыу һәм шул скальптар менән сармат аттарын биҙәү йолаһын һүрәтләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Латышев В. В. Известия древних писателей о Скифии и Кавказе // Вестник древней истории. — 1947. — № 4.
  2. http://annales.info/ant_lit/plinius/06.htm
  3. 3,0 3,1 Геродот. «История». 4, 110—117.
  4. Доватур А. И., Каллистов Д. П., Шишова И. А. Народы нашей страны в «Истории» Геродота. — М., 1982. — С. 143—147.
  5. Геродот. „История“, 4. 11.
  6. Доватур А. И., Каллистов Д. П., Шишова И. А. Народы нашей страны в „Истории“ Геродота. — М., 1982. — С. 103.
  7. А. А. Немировский. Массагеты Геродота и саки тиграхауда. // Эдубба вечна и постоянна. — СПб., 2005. — С. 217—224.
  8. Геродот. „История“. 1, 201.
  9. Доватур А. И., Каллистов Д. П., Шишова И. А. Народы нашей страны в „Истории“ Геродота. — М., 1982. — С. 85.
  10. 10,0 10,1 Геродот. «История», 4. 119—120.
  11. J. Marquart. Eransahr…, P. 155.; Он же. Wehrot und Arang. — P. 136.
  12. Лукиан из Самосаты. Токсарид, или дружба, 39.
  13. Тадеуш Сулимирский. Сарматы. Древний народ юга России. Языги в Венгрии: ранний период 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.. М., 2008.
  14. Аммиан Марцеллин. «Римская история» (XXXI, 2.1) 2010 йыл 1 декабрь архивланған.. Перевод Ю. А. Кулаковского и А. И. Сонни.
  15. 15,0 15,1 15,2 Аммиан Марцеллин. «Римская история» (XXXI, 2.12—13) 2010 йыл 1 декабрь архивланған.. Перевод Ю. А. Кулаковского и А. И. Сонни.
  16. , готтар һәм сарматтарҙың бик күп ғәскәре ҡыйратылған, тип яҙа. Сократ Схоластик, Валентиан (321—375 йй.) үлгән йылда, сарматтар Реция өлкәһендә Дунайҙы кисеп сығып, Рим империяһына һөжүм итә, тип яҙған Сократ СхоластикЦерковная история (IV. 31).
  17. Roberts W. E. Valentinian I. // An Online Encyclopedia of Roman Emperors.
  18. Иордан. «Гетика» (129—130). Перевод Е. Ч. Скржинской
  19. Иордан. «Гетика» (121—127). Перевод Е. Ч. Скржинской.
  20. Птолемей. География (III, 10. 37—40) 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.. Перевод К. С. Апта. Примечание: В «Географии» (III, 10. 37—40) Птолемей описывает восьмую карту Европы (см. рис.).
  21. Georges Dumézil, А. З. Алмазова, Boris Aleksandrovich Kaloev. «Скифы и нарты»
  22. 22,0 22,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; История Осетии төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  23. Аланы // БРЭ. Т. 1. М., 2005.
  24. Аланы 2009 йыл 14 февраль архивланған.
  25. Н. В. Анфимов. Меоты-предки адыгов. Майкоп 1989
  26. Аммиан Марцеллиан. История. XVII.
  27. Афанасьев Г. Е., Ван Л., Вень Ш., Вэй Л., Добровольская М. В., Коробов Д. С., Решетова И. К., Ли Х., Тун С. Хазарские конфедераты в бассейне Дона // Тезисы докладов на Всероссийской научной конференции «Естественнонаучные методы исследования и парадигма современной археологии». М.: ИА РАН. 2015, С.9.
  28. Сарсматское завоевание. Осетия и Осетины, Алания, Аланы 2008 йыл 10 декабрь архивланған.
  29. Байте // БРЭ. Т. 2. М., 2005.
  30. Антропология. Материалы к краниологии сарматов. А. Н. Багашев. [www.ipdn.ru/rics/va/_private/a1/2-bag.pdf]
  31. Об антропологическом составе сарматов Терновки Балабанова М.А

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә