Сарман — Татарстан Республикаһындағы ауыл, Сарман районының һәм Сарман ауыл биләмәһенең үҙәге.

Сарман
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Сарман районы[1] һәм Сармановское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Сармановское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423350
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Бөгөлмә тимер юл станцияһынан 110 км төньяҡтараҡ, Минзәлә йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Сарман — Байлар улусы Салағош түбәһе башҡорттарының ауылы.

1800 йылда Генераль межевание тамамланғас, ауыл берләштерелгән Ҫарайлы-Мең—Байлар улусының үҙәге булып китә. Ике ырыу ерҙәрен берләштереү халыҡ араһында ҡаршылыҡ тыуҙыра[2]. Һуңыраҡ ауыл Әлмәт Мулла улусының үҙәге була[3].

1795 йылда 27 йортта 158 башҡорт, ә бишеһендә — 49 типтәр теркәлгән. 1816 йылда 47 йортта — 270 ир енесле башҡорт һәм 27 ир енесле типтәр, ә 1834 йылда 67 йортта — 413 ир енесле башҡорт һәм 40 ир енесле типтәр иҫәпләнгән. 1859 йылда 923 башҡорт һәм типтәр теркәлгән[3].

1912 йылғы йорт-ара иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 381 ихатала 1955 башҡорт йәшәгән. Халыҡ арпа, һоло, борай, борсаҡ, бойҙай, тары һәм бәрәңге үҫтергән, 2419 баш мал, шул иҫәптән 472 ат, 436 һыйыр, 1351 һарыҡ һәм 160 кәзә аҫраған. Ауылда ике тирмән, тимерлек, 7 кибет, икмәк магазины, баҙар булған[3].

XIX быуат уртаһынан ауылда ике мәсет һәм улар янында мәктәп булыуы билдәле[3].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә, ә 1921 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдың 10 авгусынан — Сарман районы үҙәге[4].

Сарман ауылында башҡорттарҙың монгол-татар илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшен тасуирлаған Биксура[5] тураһында риүәйәт яҙып алына[3].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Халыҡ үҙгәртергә

1795 1859 1897 1920 1926 1938 1949 1958 1970 1979[4]
207 923 1521 2056 1727 2671 1720 2096 2587 5096
Халыҡ иҫәбе
1989[7]2002[8]2010[9]2013
5374632771539043

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Сарман халҡы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылда һөт, спирт-араҡы заводтары бар. Урта, спорт, сәнғәт һәм музыка мәктәптәре, гимназия, район мәҙәниәт йорто эшләй[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО (урыҫ)
  2. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 206—207. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия. Т.5.: Р-Т. — 2010. — 736 с. — ISBN 978-5-902375-07-4
  4. Морат Рәмзинең ата-бабаһы
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Әхмәҙиев Аҙһар Мөхәмәтша улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2020)
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность сельского населения РСФСР - жителей сельских населённых пунктов - районных центров по полу. Дата обращения: 20 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә