Сапрыкина Ольга Степановна

Сапрыкина Ольга Степановна (21 ғинуар 1924 йыл[1], икенсе мәғлүмәт буйынса 9 сентябрь 1923 йыл[2] — подпольщица, «Йәш гвардия» антифашистик ойошмаһында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Сапрыкина Ольга Степановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) или 9 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Трудки[d], Малоархангельский уезд[d], Орёл губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2015
Һөнәр төрө подпольщик, иҡтисадсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Ольга Степановна Сапрыкина 1924 йылда Орёл өлкәһенең Покровка районы Трудки ауылында эшсе ғаиләһендә тыуа.

Атаһы — Сапрыкин Степан Константинович, әсәһе — Дьяченко Ульяна Ивановна. Ата-әсәһе Донецк ҡалаһында ( Юзовка ҡалаһы) йәшәй һәм шахтала эшләй.

Һуңынан ғаилә Орел өлкәһенә күсенә. Унда атаһы вафат булғас, алты бала менән ҡалған әсәһе ҡабаттан Донбассҡа, Луганск өлкәһенең Краснодон ҡасабаһында йәшәгән туғандары эргәһенә ҡайта. Ольга 1931 йылда Краснодон урта мәктәбендә уҡый башлай.

Әммә 1936 йылда әсәһе менән даими йәшәү өсөн Винницаға күсенәләр. Шул уҡ йылдың октябрь айында комсомолға ирнә. 1941 йылда Винница урта мәктәбен тамамлай.

Һуғыш башланғас, ҡаланан эвакуацияланып, әсәһе менән бергә туғандарына, Краснодон ҡасабаһына баралар. Бында доттар, дзоттар төҙөй, танкка ҡаршы соҡорҙар ҡаҙый. 1942 йылдың яҙында почтала эшләй башлай.

Краснодондың оккупацияһы ваҡытында Николай Сумский менән таныша. Йәш гвардеецтарға ярҙам итә башлай, мөмкинлеге булғанда уларҙың эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Йәшерен ойошма тар-мар ителгәндән һуң, 1943 йылдың яҙында Ҡыҙыл Армияға хеҙмәт итергә китә. Тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, штабтың писары булып эшләй.

Демобилизациянан һуң, 1945 йылдың ноябрендә Мәскәүгә килә, был ваҡыт уның әсәһе, ағаһы һәм һеңлеһе бында йәшәгән була. 1946 йылда юридик мәктәпте тамамлай, ә 1957 йылда — юридик институтты. Бухгалтер, иҡтисадсы, инспектор, МАИ ревизоры, Социаль тәьминәт министрлығының юридик мәктәбендә, РСФСР электр сәнәғәте дәүләт комитетында һәм башҡа учреждениеларҙа эшләй.

1979 йылда II төркөм инвалидлыҡ буйынса пенсияға китә.

Һуңғы молодогвардеец була (2012 йылға[3], 2013 йылдың сентябренә ҡарата[4]).

Наградалары үҙгәртергә

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[1].

«Йәш гвардия» ойошмаһы эшендә туранан-тура ҡатнашҡан өсөн наградаларға эйә түгел[1]. Әммә Мәскәү ҡала думаһының 2013 йылдың апрелендәге ҡарары менән уны Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләйҙәр «Мәскәү ҡалаһының почетлы ветераны» билдәһе тапшыралар[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Последний герой // Российская газета — Неделя № 5843 (170)
  2. Сама Ольга Сапрыкина в интервью «Российской газете» отмечала, что родилась 21 января 1924 года, «как раз в день смерти Ленина»
  3. Последний герой
  4. Молодогвардейцы поздравили с 90-летием участницу антифашистской «Молодой Гвардии»(недоступная ссылка)
  5. Молодогвардейцы поздравили с 90-летием участницу антифашистской «Молодой Гвардии»(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә