Самса йәки самоса — бәлештең бер төрө, квадрат, өсмөйөш йәки йомро булыуы мөмкин, эслеге була. Көньяҡ, Көньяҡ-Көнсығыш, Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия, Ғәрәбстан ярымутрауы, Аҡдиңгеҙ, Төньяҡ һәм Көньяҡ Африкала популяр ашамлыҡ. Уны төрлөсә әҙерләйҙәр.

Самса
Рәсем
Ил Үҙәк Азия
 Самса Викимилектә
Сәмәрҡәнд самсаһы.
Самса бешерелергә ҡуйылыр алдынан. Фото Ҡырғыҙстанда яһалған.
Тандырҙа әҙерләнгән самса.
Духовкала бешерелгән самса.
Үзбәк самсаһы — Пармуд.

Эслегенә ваҡ ҡына итеп туралған ит, һуған, тәмләткестәр, борсаҡ, чечевица, картуф һәм башҡа йәшелсәләр һалына. Ҡамыры сөсө, йышыраҡ ҡатлаулы була. Итле Урта Азия самсаһы, йола буйынса, тандырҙа бешерелә, ләкин өсмөйөшлө йәки квадрат формалылары, ғәҙәттә, электр һәм газ духовкаларында әҙерләнә. Самсаны аш һеркәһе йәки һарымһаҡ туралған томат соусы менән дә ашайҙар.

Самса Көнсығыш Төркөстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан ҡалаларында урамдарҙа лотоктарҙан, киосктарҙа, баҙарҙарҙа һатыла. Рәсәйҙә бәлештәр урамда һатылған һымаҡ, самса ла шулай уҡ Ҡырымдың ҙур булмаған кафе һәм закусочнаяларында тәҡдим ителә. Рәсәйҙәге бәләкәй кафеларҙа ла самсаны һәр береһендә тиерлек һатып алырға мөмкин. Ресторандарҙа, ғәҙәттә, уны сөсө ҡамырҙан бешерәләр.

Исеме фарсы теленән алынған سنبوساگ sanbosag [1]. Башҡа телдәрҙә: иранса سمبوسه йә фарс. سنبوسهسنبوسهфарс. سنبوسه sanbusé, инглизсә samosa (səˈmoʊsə) йә samoosa, кб.-пандж. ਸਮੋਸਾ, smosa, һинд समोसा, урду سموسهسموسه‎, ғәр. سمبوسك‎سمبوسك‎ sambūsak или sambusaj[2], бенг. সিঙাড়া, ассамское sing-ra, орияҠалып:Lang-or, йәһ. סמבוסק‎ ‎sambusak, гудж. સુમૉસ‌ sumosa, канн.[ಸಮೋಸಾ samosa] Error: {{Lang-xx}}: text has italic markup (help), малаял.Ҡалып:Lang-ml, маратһи सामोसा, там. சமோசா, телугутелугу теле సమోసా, урду سموسهسموسه‎, ҡаҙ. самсасамса sɑmsɑ́, ҡырғ. самсасамса sɑmsɑ́;, үзб. somsasomsa sɒmsa, уйғ. سامساسامسا sɑmsɑ́, самса, төр. samsa böreğisamsa böreği, төркм. somsasomsa, сомал. sambuusasambuusa, таж. самбӯсасамбӯса, непальск.lang-ne|समोसा, бирм. စမူဆာစမူဆာ sʰəmùzà, малгашсә [sam͡bosḁ], португалсә chamuça.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Lovely triangles 2009 йыл 8 ғинуар архивланған. «Hindustan Times», 23 August 2008.
  2. Rodinson, Maxime, Arthur Arberry, and Charles Perry. Medieval Arab cookery. Prospect Books (UK), 2001. p. 72.

Һылтанмалар үҙгәртергә