Сами Лепистё, шулай уҡ Сами Леписто (фин. Sami Lepistö; 17 октябрь 1984 йыл, Эспоо, Финляндия) — Финляндия хоккейсыһы, һаҡсы. Финляндия йыйылма командаһы составында 2011 йылғы донъя чемпионы. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Йокерит» командаһы уйынсыһы.

Сами Лепистё
Сами «Чикаго Блэкхокс» составында, 2011 й.
Позиция

Һаҡсы

Буйы

185 см

Ауырлығы

86 кг

Гражданлығы

Финляндия

Тыуған көнө

17 октябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (39 йәш)
Эспоо, Финляндия

МХЛ драфты

2004 йылда 3-сө раундта 66-сы һан аҫтында «Вашингтон Кэпиталз» клубы менән һайлана

Хоккейсы карьераһы
Халыҡ-ара миҙалдары

Карьера үҙгәртергә

«Йокерит» үҙгәртергә

Саминың атаһы Юсси Лепистё хоккейсы була, ул — Финляндия чемпионатының көмөш миҙалсыһы һәм юниорҙар араһында Европа чемпионаты еңеүсеһе. Сами шулай уҡ был спорт төрөн һайлай. Ул «Йокерит» командаһына килә. 1998 йылдан башлап клубтың йәштәр составында уйнай. 2003 йылда ул командаһы менән Финляндия йәштәр лигаһында көмөш миҙалын ала. 2004 йылда төп команда өсөн уйнай башлай. Тәүге миҙгелдә ул 61 уйында 8 мәрәй йыя. Киләһе миҙгелдә Сами 67 уйында (ун икеһе плей-оффта) 33 мәрәй туплай, ә «Йокерит», финалға етеп, көмөш миҙалдар яулай. 2005/2006 йылдар миҙгелендә «Йокерит» плей-офф уйындарына эләкмәй, Лепистё 56 уйында һөҙөмтәлек өсөн 29 балл йыя. Киләһе миҙгелдә Сами командаһы менән финалға сыға һәм шунда тағы ла еңелә. Ул 36 осрашыуҙа 14 мәрәй йыя.

Америкала үҙгәртергә

2006 йылда Милли хоккей лигаһы драфтында Самины өсөнсө раундта дөйөм 66-сы һан аҫтында «Вашингтон Кэпиталз» һайлай. 2007 йылда ул Финляндиянан Америка Ҡушма Штаттарына күсә. 2008 йылдың 16 февралендә Сами был лигала беренсе уйынын үткәрә, ә 14 мартта тәүге мәрәйен ала. Шул миҙгелдә ул ете уйында бер мәрәй йыя. «Кэпиталз» составында уйнауҙан башҡа Америка хоккей лигаһында «Вашингтон» командаһының фарм-клубы «Херши Бэрс» составында даими чемпионатта 55 уйын уҙғара, шунда 45 мәрәй йыя. Плей-оффта уға биш матчта уйнарға тура килә, һәм һөҙөмтәлә ул бер мәрәй ала.

2008/2009 йылдар миҙгелендә Сами «Вашингтон» өсөн даими миҙгелдә ете уйында 4 (0+4) мәрәй йыя. «Херши» составында ул 70 уйында ҡатнаша, 42 (4+38) мәрәй иҫәбендә һәм командаһы менән АХЛ-дың төп трофейын — Колдер кубогын алып, чемпион исемен яулай. 2009 йылдың 27 июнендә «Вашингтон» Сами ул ваҡыттағы «Финикс Койотис» командаһына алмаштыра[1]. 2010 йылдың 30 ғинуарында Сами МХЛ-да тәүге шайбаһын керетә. Даими чемпионаттың 66 уйынында ул 11 мәрәй йыя, ә 7 плей-офф уйынында ул тик бер шайба ғына индерә.

2011/2012 йылдар миҙгелендә «Финикс» өсөн 51 уйын уҙғарғас, ул «Коламбус Блю Джекетс» командаһына күсә[2]. Яңы клуб өсөн Сами 19 осрашыу үткәрә һәм 5 (0+5) мәрәй йыя. Миҙгел тамамланғас, Сами «Чикаго Блэкхокс» клубына күсә[3]. «Чикаго» составында ул даими чепионаттың 26 уйынында 3 мәрәй йыя һәм плей-оффта 3 уйында ҡатнаша.

Континенталь хоккей лигаһында үҙгәртергә

2012 йылдың 4 июнендә уйынсының «Локомотив» хоккей клубы (Ярославль) менән бер йыллыҡ контракт төҙөүө тураһында иғлан ителә. Сами Лепистё даими чемпионаттың 26 осрашыуында 3 (0+3) мәрәй генә йыя һәм команданан китә[4]. 2013 йылдың 13 ғинуарында ул Праганың «Лев» клубы менән миҙгел тамамланғансыға тиклем килешеү төҙөй[5]. Команда өсөн бөтәһе 14 уйын уҙғара һәм 5 мәрәй йыя. 2013 йылдың 10 июнендә Сами «Автомобилист» хоккей клубы менән ике йыллыҡ контракт төҙөй[6]. Даими чемпионаттың 53 уйынында 25 мәрәй йыя, ә Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындарында 4 осрашыу уҙғара, шунда ике һөҙөмтәле пас бирә. 2015/2016 йылдар миҙгелендә ул даими чемпионатта 60 уйын (23 мәрәй) һәм плей-оффта 5 осрашыуҙа ҡатнаша.

2015 йылдың 1 майында ул «Салауат Юлаев» хоккей клубына күсә[7]. 2015/2016 йылдар миҙгеле Сами өсөн Лигала иң уңышлыһы була: 30 мәрәй йыйып, ул һаҡсылар араһында бомбардирҙар исемлегендә 9-сы һәм снайперҙар исемселегендә 4-се урындарҙы ала. Командаһы менән Лепистё Көнсығыш конференцияһының финалына етә, КХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарының бронза миҙалдарына лайыҡ була. 2016 йылдың 15 апрелендә «Салауат Юлаев» менән килешеүен бер йылға оҙайта. Өфөлә үткән КХЛ йондоҙҙар уйынында ул Линус Умаркты алмаштыра[8] һәм тәү тапҡыр КХЛ-да шундай сарала ҡатнаша. Сами командаһы менән мини-турнирҙы еңә, ә үҙе ике уйында ике һөҙөмтәле пас бирә. Сами оҫталыҡ конкурстарында «Иң көслө һуғыу» һәм «Be Like Pro» ярыштарында ҡатнаша. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияла алтынсы урында тамамлай, ә Гагарин кубогының беренсе раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Сами был миҙгелдә бөтәһе 58 уйында 34 мәрәй йыя һәм был күрһәткес буйынса командала иң яҡшы һаҡсы була.

2017 йылдың 30 апрелендә Саминың клуб менән контракты тамамлана. Шуға күрә ул 22 майҙа «Йокерит» хоккей клубына 10 йыл үткәс яңынан ҡайта[9]. Сами командала капитандың ассистенты була. Даими миҙгелде ул барыһы 56 уйында 29 (7+22) мәрәй йыя. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта «Йокерит» көнбайыш конференцияһы ярымфиналына тиклем етә. 2018 йылдың 13 апрелендә Сами «Йокерит» менән бер йылға контракт төҙөй[10]. 2018/2019 йылдар миҙгелендә ул командала капитан Петер Региндың ассистенты ролен башҡара[11]. 2019 йылдың ғинуарында үткән Йондоҙҙар уйынында ҡатнашырға тип киң мәүғлүмәт саралары вәкилдәре һаҡсыны Бобров дивизионы йыйылма командаһына һайлай[12], әммә йәрәхәте өсөн Сами был хоккей байрамында ҡатнашмай[13]. Даими миҙгелдә ул 59 осрашыуҙа 36 мәрәй һәм 65 штраф минуты йыя, ә команда Көнбайыш конференцияһында дүртенсе урынды яулай. Гагарин кубогы өсөн плей-оффының тәүге этабында Мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына ҡаршы серияла Финляндия командаһы отола.

2019 йылдың 5 июнендә «Йокерит» Сами Лепистё менән ике йылға эшләнгән килешеү төҙөйҙәр[14].

Финляндия йыйылма командаһында үҙгәртергә

2004 йылда ул, Финляндия йәштәр йыйылма командаһына саҡырылып, йәштәр донъя чемпионатында ҡатнаша. Ул ете уйында 8 (4+4) мәрәй йыя — был һаҡсылар араһында иң яҡшы күрһәткес, «донъя чемпионатының иң яҡшы һаҡсыһы» тип таныла, символик йыйылма командаға керә һәм бронза миҙал яулай. 2008 йылда ул Финляндияның төп командаһы өсөн Канадалағы донъя чемпионатында ҡатнаша һәм бронза миҙал ала.

2010 йылда Ванкувер ҡалаһында үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 осрашыуҙа ҡатнаша, 1 һөҙөмтәле пас бирә. Финляндия бронза өсөн уйында Словакия йыйылма командаһын 5:3 иҫәбе менән еңә. 2011 йылда Словакиялағы донъя чемпионатында ул 9 уйында ҡатнаша, 3 (0+3) мәрәй йыя, ә Финляндия алтын миҙал ота. 2013 йылда Швецияла һәм Финляндияла үткән донъя чемпионатында Сами йыйылма команда өсөн 10 уйында ҡатнаша, миҙал алмаһа ла, команданың турнирҙа өс иң яҡшы уйынсыһы иҫәбенә инә. 2014 йылда Сочи ҡалаһында үткән Ҡышҡы Олимпиядала алты уйында 2 (1+1) мәрәй йыя һәм икенсе тапҡыр бронза миҙал яулауға өлгәшә.

2015 йылда Чехиялағы донъя чемпионатында Сами 8 осрашыуҙа 2 (0+2) балл ала, ә Финляндия сирек финалда еңелеп төшөп ҡала. Донъя чемпионаттарында һәм Олимпиадаларҙан башҡа Лепистё Еврохоккейтурҙың төрлө этаптарында ҡатнаша. 2016 йылда ул Финляндия йыйылма командаһы составында Канадала үткән Донъя кубогында ҡатнаша[15]. Шунда ул өс уйында ҡатнаша, ә Финляндия командаһы төркөм этабынан сыға алмай ҡала. Шул уҡ йылда Сами Рәсәйҙә үткән Беренсе канал кубогында ҡатнаша һәм 3 осрашыуҙа 2 һөҙөмтәле пас бирә.

2018 йылдағы ҡышҡы Олимпия уйындарына Милли хоккей лигаһы үҙенең уйынсыларын ебәрмәҫкә була. Шуға күрә Европала уйнаған хоккейсылар Олимпиадала ҡатнашырға мөмкинселек ала. Сами Көньяҡ Кореяла үҙенең өсөнсө ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Шунда Лепистё 5 осрашыуҙа 5 мәрәй йыя, тик Финляндия йыйылма командаһы сирекфиналда еңелеп ҡала.

Статистика үҙгәртергә

Һуңғы яңыртыу: 28 июль 2019

Клубта карьераһы үҙгәртергә

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М +/− Штр У Г П М +/− Штр
2003/04 Йокерит СМ-Лига 53 3 4 7 4 20 8 0 1 1 4
2004/05 Йокерит СМ-Лига 55 7 18 25 13 44 12 1 7 8 12
2005/06 Йокерит СМ-Лига 56 8 21 29 8 68
2006/07 Йокерит СМ-Лига 26 1 9 10 12 32 10 2 2 4 4
2007/08 Херши Беарс АХЛ 55 4 41 45 29 51 5 0 1 1 4
2007/08 Вашингтон Кэпиталз МХЛ 7 0 1 1 -1 12
2008/09 Херши Беарс АХЛ 70 4 38 42 24 80
2008/09 Вашингтон Кэпиталз МХЛ 7 0 4 4 -3 6
2009/10 Финикс Койотис МХЛ 66 1 10 11 14 60 7 1 0 1 -1 6
2010/11 Финикс Койотис МХЛ 51 4 7 11 7 37
2010/11 Коламбус Блю Джекетс МХЛ 19 0 5 5 3 18
2011/12 Чикаго Блэкхокс МХЛ 26 1 2 3 3 4 3 0 0 0 -3 0
2012/13 Локомотив КХЛ 26 0 3 3 -2 30
2012/13 Лев Прага КХЛ 11 0 5 5 0 20 3 0 0 0 -2 2
2013/14 Автомобилист КХЛ 53 6 19 25 6 67 4 1 1 2 2 6
2014/15 Автомобилист КХЛ 60 7 16 23 -2 44 5 0 0 0 1 4
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 60 11 19 30 12 33 19 6 7 13 6 16
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 53 6 25 31 -1 22 5 0 3 3 0 4
2017/18 Йокерит КХЛ 56 7 22 29 9 34 11 0 7 7 6 8
2018/19 Йокерит КХЛ 59 8 28 36 1 65 6 0 3 3 -1 0
2019/20 Йокерит КХЛ
Бөтәһе СМ-Лигала 190 19 52 71 37 164 30 3 10 13 20
Бөтәһе МХЛ-да 176 6 29 35 23 137 10 1 0 1 -4 6
Бөтәһе АХЛ-да 125 8 79 87 53 131 5 0 1 1 -4 4
Бөтәһе КХЛ-да 378 45 137 182 23 315 53 7 22 29 12 40

Халыҡ-ара карьераһы үҙгәртергә

Йыл Йыйылма команда Турнир Урын У Г П М Штр
2004 Финляндия (йәш.) ЙДЧ   7 4 4 8 10
2008 Финляндия ДЧ   7 1 1 2 10
2010 Финляндия ОУ   6 0 1 1 6
2011 Финляндия ДЧ   9 0 3 3 6
2013 Финляндия ДЧ 4 10 0 4 4 2
2014 Финляндия ОУ   6 1 1 2 0
2015 Финляндия ДЧ 6 8 0 2 2 4
2016 Финляндия ДК 8 3 0 0 0 2
2018 Финляндия ОУ 6 5 2 3 5 4
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) 7 4 4 8 10
Бөтәһе (төп команда) 54 4 15 19 34

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Финляндия йәштәр чемпионатының көмөш миҙалы — 2002/03.
  • Йәштәр донъя чемпионатының бронза миҙалы, турнирҙың иң яҡшы һаҡсыһы һәм символик командаға керә — 2004.
  • СМ-Лиганың көмөш миҙалы — 2004/05, 2006/07.
  • Донъя чемпионатының бронза миҙалы — 2008.
  • Колдер кубогында еңеү — 2008/09.
  • Олимпия уйындарының бронза миҙалы — 2010, 2014.
  • Донъя чемпионы — 2011.
  • Рәсәй чемпионатының бронза миҙалы — 2015/16.
  • КХЛ чемпионатының бронза миҙалы — 2015/16.
  • КХЛ йондоҙҙары мини-турнирының еңеүсеһе.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Сами Мария исемле ҡатыны менән ғүмерен үткәрә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. COYOTES ACQUIRE LEPISTO FROM WASHINGTON, HESHKA FROM VANCOUVER IN EXCHANGE FOR DRAFT PICKS
  2. Blue Jackets Acquire Scottie Upshall, Sami Lepisto from Phoenix Coyotes in Exchange for Rostislav Klesla, Dane Byers
  3. Blackhawks agree to terms with Michael Frolik, Sami Lepisto
  4. Минус защитник, http://hclokomotiv.ru (27 декабря 2012). 27 декабря 2012 тикшерелгән. 2012 йыл 30 декабрь архивланған.
  5. Сами Леписто Прагала 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  6. «Автомобилист» подписал двухлетний контракт с Леписто
  7. Леписто перешел из «Автомобилиста» в «Салават».
  8. ЛЕПИСТО ЗАМЕНИТ УМАРКА НА МАТЧЕ ЗВЕЗД КХЛ
  9. «Йокерит» рәсми сайты. Леписто стал игроком «Йокерита». Sports.ru (22 май 2017).
  10. Сами Леписте Финляндияла ҡала
  11. Регин остался капитаном «Йокерита», Йоэнсуу и Леписте – ассистентами
  12. Бурдасов, Кравцов, Кагарлицкий и Гудачек сыграют в Матче звезд КХЛ
  13. Сорокин, Марченко и Леписто пропустят Матч звезд КХЛ
  14. «Йокерит» подписал вратаря Ниеми на 1 год и продлил Леписто на 2 года
  15. Сами Лепистё поедет на Кубок Мира! 2016 йыл 28 май архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә