Сальск (станция)

станция

СальскРостов өлкәһе Сальск ҡалаһында урынлашҡан Ростов төбәге Төньяҡ-Кавказ тимер юлының үҙәк тимер юлы станцияһы. 1946 йылдың 23 ноябренән [2]1996 йылдың декабренә тиклем Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Сальск бүлеге үҙәге булып тора. Участка статусына эйә.

Станция Сальск
Куберле — Тихорецкая
Сальск — Батайск
Северо-Кавказская железная дорога
ДЦС:

ДЦС-6 Сальский

Регион ж. д.:

Ростовский

Оператор:

ОАО «Российские железные дороги»

Асылған:

1899 год[1]

Элекке исеме:

Торговая до 1929 года

Тип:

участковая

Платформалар һаны:

2

Платформаның тибы:

1 боковая и 1 островная

Платформаның формаһы:

прямая

Платформанан сығыу йүнәлеше:

Привокзальной площади

Расположение:

Ҡалып:Флагификация/Сальск, Ростовская область

Расстояние до Тихорецкой:

147 км Яндекс.Расписания

Расстояние до Куберле:

90,6 км Яндекс.Расписания

Расстояние до Батайска:

177 км Яндекс.Расписания

Станция коды:

518403

Код в АСУЖТ:

518403

«Экспресс-3» коды

2064090

[{{fullurl:commons:Category: Salsk railway station Викимилектә|uselang=ru}} Станция Сальск] на Викискладе

Үҙгәреүсән ток менән электрлаштырылған ике юллы Волгоград — Тихорецкий магистралендә урынлашҡан. Станциянан шулай уҡ Батайск ҡалаһына электрлаштырылмаған бер юллы һыҙыҡ китә.

Тарихы үҙгәртергә

1899 йылда Сальск далалары аша Царицындан алып Тихорецкий станцияһына тиклем 535 км оҙонлоҡта тимер юл тармағы һалына. Беренсе паровоздарҙы станциялар араһында һыу һәм яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн Воронцово-Николаевский ауылынан бер километр алыҫлыҡта ятҡан Сауҙа станцияһы ойошторола. Сауҙа станцияһында бер ағас вокзал урынлаша, унда бер кассир эшләй. 1909 йылда станцияла паровоз депоһы ойошторола, ул 1915 йылда реконструкциялана[3]э

1915 йылда 177 км оҙонлоҡтағы Батайск-Сауҙа тимер юлы һыҙығын асҡандан һуң Сауҙа станцияһы үҙәк станция булып китә[4].

1929 йылда Сальск ҡалаһында урынлашҡан Сауҙа тимер юл станцияһы, ҡала исеме менән Сальск станцияһы тип үҙгәртелә[5].

1936 йылда Сталинград тмиер юлы составында Сальск тимер юл хәрәкәте бүлегендә Сальск станцияһы һәм кондуктор резервы, сигнализация дистанцияһы һәм элемтә бәйләнеше, шулай уҡ паровоз депоһы составында Сальск паровоз хужалығы бүлеге, яғыулыҡ склады, электр станцияһы һәм вагондар ремонтлау участкаһы булдырыла.

1936 йылдың июленән 1942 йылдың мартына тиклем Сальск станцияһы Сталинград тимер юл составына инә[6], ә 1942 йылдың мартынан 1943 йылдың сентябренә тиклем Сальск станцияһы һәм Сальск бүлеге К.Е. Ворошилов исемендәге (хәҙерге Төньяҡ-Кавказ юлы) тимер юлы составына инә[7]. 1943 йылдың сентябренән 1946 йылдың ноябренә тиклем Сальск станцияһы ҡабаттан Сталинград тимер юл составына инә[8].


1946 йылдың ноябренән Сальск юл бүлеге менән Сальск станцияһы Сталинград составынан Төньяҡ-Кавказ тимер юлы составына тапшырыла[2].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сальск станцияһы вокзалы емерелә, 1950 йылда уның урынына ике ҡатлы вокзал бинаһы төҙөлә.

1960 йылдың мартынан Тихорецкий — Котельниково һәм Сальск — Батайск участкаларында паровозды алмаштырған "ТЭ3" маркаһы тепловоздары файҙаланыуға тапшырыла. Тепловоздар Сальск станцияһы локомотив депоһына килә[9].


1979—1982 йылдарҙа Сальск станцияһында яңы «Төньяҡ» паркы төҙөлә, рельс "Р-65 " төрөнә алмаштырыла[10].


1982—1983 йылдарҙан пассажирҙар паркы ТЭП60 тепловоздары менән йыһазландырыла.

1984 йылдан 1986 йылға тиклем Сальск локомотив депоһында (Сальск юлы бүлеге буйынса участка) 2М62 маркалы йөк тепловоздары файҙаланыла , һуңынан улар Белорус тимер юлына тапшырыла[11]

1986 йылдан лкокмотив депоһында 2ТЭ10М, 2ТЭ10У маркалы йөк тепловоздары файҙаланыла.

2001 йылда «Сальск — Тихорецкий» участкаһы, ә 2002 йылда «Сальск — Котельниково» участкаһы электрлаштырыла.

Электрлаштырыу тамамланғандан һуң тепловоздарға алмашҡа ВЛ80Т маркалы йөк электровоздары, шулай уҡ ЭП1, ЭП1М маркалы пассажир электровоздары килә.

Хәҙерге заман үҙгәртергә

 
вокзал ст. Сальск в 1950 - 2018 г.г.

2018 йылдың июлендә иҫке вокзал бинаһын һүтеп, яңы бина һәм вокзал комплексының башҡа биналарын төҙөү буйынса комплекслы реконструкция башлана. Эште тамамлау ваҡыты 2021 йылға билдәләнә)[12]). 2019 йылдың 19 апрелендә вокзалдың иҫке бинаһы тулыһынса һүтеп алына. Вокзалдың яңы бинаһын төҙөү проекты ҡарала. Буласаҡ вокзал комплексы параметрҙары:

  • Ҡатлылыҡ – 2 ҡат (беренсе ҡатта көтөү залы урынлаша, касса блогы, дежурный хеҙмәткәрҙәр бүлмәләре, полиция бүлмәһе, медпункт, санитария бүлмәһе, коммерция майҙаны. Икенсе ҡатта коммерция майҙандары менән өҫтәмә көтөү залы ҡаралған, вокзалы начальнигы кабинеты, эш урындары, шул иҫәптән именлек хеҙмәте бүлмәһе). Ике лифт ҡаралған.
  • Бина оҙонлоғо – 55 метр (япма менән бергә – 72 метр).
  • Бина киңлеге – 32 метр.
  • Түбәһе бейеклеге – 8 метр.
  • Вокзал комплексы бинаһының дөйөм майҙаны 2400 кв.м.

Фасадты биҙәү энергия һаҡлау технологияларын ҡулланып башҡарыла, панорамалы быяла ҡуйыу планлаштырыла[13].

Станцияны реконстуркциялау сиктәрендә юлдар араһында 6 метр киңлегендә пассажир платформаһының икенсе һәм өсөнсө юлдарын төҙөү башҡарыла. Перрон платформаһынан пассажирҙарҙы мендереп-төшөрөү өсөн ике лифт булдырып, йәйәүлеләр күперен эшләү планлаштырыла[14] Был эштәрҙе 2020 йылға тамамлау күҙаллана.

Яңы вокзал төҙөлөшө осоронда көтөү залы, кассалары һәм ярҙамсы бүлмәләре менән вокзал ваҡытлыса элекке багаж бинаһында урынлаша.

Йәйге осорҙа станцияға алыҫ юлға тәғәйенләнгән 35 пар пассажир поезы, ә ҡышҡы осорға — 8 пар поезд килә. Сальск станцияһы вокзалы аша тәүлегенә уртаса 200-гә тиклем пассажир алыҫ юл поездары менән һәм 2 меңдән ашыу пассажир ҡала яны поездары менән китә. 2009 йылда Сальск станцияһы вокзалынан 34 меңдән ашыу кеше алыҫ юл хәрәкәтенә, һәм 685 меңдән ашыуы ҡала яны хәрәкәтенә ебәрелә[15].

Сальск станцияһы структураһы үҙгәртергә

1990 йылдарҙа Сальск станцияһы буйлап 44 пассажир поезы (йәйге осорҙа), шул иҫәптән №257/258 «Мәскәү — Ставрополь», №99/100 «Сальск — Ростов», №645/646 «Ремонтный— Сальск — Ростов "Сальчанка"», №681/682 «Волгоград — Краснодар»,№689/690 «Волгодонск — Адлер», №615/616 «Волгоград — Ростов», №295/296 «Кизляр — Ростов» йөрөй. 2001 йылдан алып 2012 йылға тиклем йәйге осорҙа «Сальск — Адлер» йүнәлеше буйынса №601/602 поезы йөрөй. Һуңынан бөтә был поездар йөрөүҙән туҡтай.


  • «А» паркы станцияның Тихорецкий яғынан көньяҡ өлөштә урынлашҡан, 10 ҡабул итеү-ебәреү юлдары бар;
  • «Б» паркы станциян көнсыыш өлөшөндә урынлашҡан, 8 ҡабул итеү-ебәреү юлдары бар;
  • «Төньяҡ» паркы станцияның Шаблиевка яғынан төньяҡ өлөштә урынлашҡан. 10 ҡабул итеү-ебәреү юлдары бар.

Станцияла «Б» паркы артында урынлашҡан йөк һәм тауар ихатаһы бар.

2020 йылға тиклем Сальск станцияһында Шаблиевка яғынан 8 ҡабул итеү-ебәреү юлы менән дүртенсе парк төҙөлә[14].

Реконструкциянан һуң Сальск станцияһы Төньяҡ-Кавказ тимер юлында ғына түгел, шулай уҡ Рәсәй тимер юлдары селтәрендә лә иң ҙур заманса тмиер юлы үҙәге буласаҡ.

Станциялар буйлап хәрәкәт үҙгәртергә

2010 йылға тиклем Сальск буйынса «Сальск — Тихорецкая» №6861/6862 һәм «Сальск — Куберле» №6845/6846 ҡала эргәһе поездары йөрөй[16], улар һуңынан йөрөүҙән туҡтатыла. Шулай уҡ Ростов өлкәһенең Дубовский, Зимовниковский, Орловский райондарын ҡала эргәһе хәрәкәтенә йәлеп итеү маҡсатында Ремонтный станцияһына (Дубовский ауылы) тиклем №6845/6846 ҡала яны поезын оҙайтыу планлаштырыла.

2019 йылға ярашлы станция буйлап алыҫ юлға түбәндәге поездар йөрөй:


Алыҫ хәрәкәт

1990 йылдарҙа Сальск станцияһы буйлап 44 пассажир поезы (йәйге осорҙа), шул иҫәптән №257/258 «Мәскәү — Ставрополь», №99/100 «Сальск — Ростов», №645/646 «Ремонтный— Сальск — Ростов "Сальчанка"», №681/682 «Волгоград — Краснодар»,№689/690 «Волгодонск — Адлер», №615/616 «Волгоград — Ростов», №295/296 «Кизляр — Ростов» йөрөй[17]. 2001 йылдан алып 2012 йылға тиклем йәйге осорҙа «Сальск — Адлер» йүнәлеше буйынса №601/602 поезы йөрөй. Һуңынан бөтә был поездар йөрөүҙән туҡтай.

2019 йылға ҡарата станция буйлап алыҫ хәрәкәткә түбәндәге поездар йөрөй:

Сальск станцияһының фотоһүрәттәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
  2. 2,0 2,1 приказ МПС СССР от 23.11.1946 года №652/Ц
  3. газета "Сальская степь" от 19 июля 1996 года №115(16.196) стр.2
  4. газета "Сальская степь" от 31 июля 1996 года №122(16.203) стр.2
  5. А.С. Архангельский, В.А. Архангельский Железнодорожные станции СССР в двух книгах. Справочник. /Москва "Транспорт", 1981, С.339.
  6. приказ Наркома путей сообщения СССР от 01.07.1936 г. №62/Ц
  7. приказ Наркома путей сообщения СССР от 30.03.1942 года №182/Ц
  8. Приказ НКПС СССР от 3 сентября 1943 года №678/Ц
  9. газета "Сальская степь" от 24.07.1996 года №118(16.199) стр.2
  10. газета "Компас плюс" от 1 августа 1996 года №31 стр.4
  11. "История развития железнодорожного транспорта в Сальских степях" / газета "Компас" от 01.08.1996 года №31
  12. Северо-Кавказская ЖД. skzd.rzd.ru. Дата обращения: 23 март 2019. 2018 йыл 25 декабрь архивланған.
  13. Сальскньюс — Новостной портал Сальского района. salsknews.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2018.
  14. 14,0 14,1 Грузовые железнодорожные перевозки собственным подвижным составом. Перевозки металла, нефтепродуктов, углей, лесных грузов. Диспетчеризация грузоперевозок. / Новая перевозочная компания. npktrans.ru. Дата обращения: 23 март 2019.
  15. Железнодорожному вокзалу станции Сальск исполнилось 60 лет, ДонРегион.РУ - новости Ростовской области. 9 июль 2017 тикшерелгән.
  16. Расписание движения пригородных поездов/ г. Ростов-на-Дону, 2003 г.
  17. Расписание движения пассажирских поездов по ст. Сальск / газета "Сальская степь" от 18.06.1996 №96