Саламанка университеты

Саламанка университеты (исп. Universidad de Salamanca) — Испанияның иң боронғо ғәмәлдәге университеты. Ул Болонья, Оксфорд һәм Сорбонна менән бергә Европаның иң элекке дүрт университеты иҫәбенә инә. Кастилия һәм Леон автономиялы берләшмәһендәге Саламанка ҡалаһында урынлашҡан. 1254 йылда Кастилия короле Альфонс X университет статусын биргән, һәм бер йылдан уның статсуын Рим папаһы Александр IV таныған[1].

Саламанка университеты
Universidad Salamanca.gif
Исеме

Universidad de Salamanca

Халыҡ-ара исеме

лат. Universitas Studii Salamanticensis

Девиз

лат. Omnium scientiarum princeps Salmantica docet («тәбиғәт менән бирелмәгәнде, Саламанкала алып булмай»)

Асылған йылы

1218

Тип

публичный

Студенттар

31.834

Урынлашыуы

Саламанка, Испания

Сайт

www.usal.es

Наградалары

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өсөн Астурия принцессаһы премияһы

Тарихы үҙгәртергә

Бөтә боронғо Европа университеттары кеүек үк, Саламанка университеты ла башта собор эргәһендә мәктәп сифатында ойошторолған[2]. Мәктәп 1130 йылда тәүге тапҡыр телгә алына, был ваҡытта уның башлығы Каррионда үткән съезда ҡатнаша. 1218 йылда Леон короле Альфонсо IX белем биреү сифаты өсөн учреждениеға «Studium Generale» йәки «дөйөм мәктәп» дәрәжәһен бирә, ысынында иһә ул университеттарҙың тәүге атамаһы була[3]. Был титул белем биреү программаһының күп төрлөлөгөн, дипломдарҙың ҡиммәтен һәм мәктәптең халыҡ өсөн асыҡ булыуын күрһәткән. Был ваҡытта мәктәптә ҡануни һәм гражданлыҡ хоҡуғы, медицина, логика, грамматика һәм музыка кафедралары эшләй. Леон короле Альфонсо IX үҙенең подданыйҙарын, 1208 йылда Кастилия короле Альфонсо VIII тарафынан титулға лайыҡ булған Паленсиялағы Кастилия короллегенең белем биреү учреждениеһында түгел, ә бында уҡытырға ынтылған.

Кастилия короле Альфонсо X идара итеү йылдарында учреждение «дөйөм мәктәптән» «университет»ҡа әүерелә. Саламанка университеты Европалағы үҙенең халыҡ өсөн асыҡ китапханаһы булған беренсе белем биреү учреждениеһы була. 1255 йылдың 6 апрелендә Рим папаһы Александр IV Саламанканың университет статусын таный, шулай уҡ учреждениеға үҙ матбуғаты хоҡуғын һәм уны тамамлаусылағар — бөтә ерҙә уҡытыу хоҡуғын биргән[4].

Саламанка университеты үҙенең биналарына эйә булыр алдынан ике быуат үткән. Быға тиклем белем биреү Иҫке соборҙа (исп. Catedral Vieja), Изге Бенито сиркәүендә һәм башҡаларҙа алып барылған. Университеттың милке булған тәүге бина Изге Варфоломей колледжы була (һуңғараҡ бина «Colegio Viejo» исеме менән билдәле була). Уны 1401 йылда епископ Диего де Анай Мальдонадо нигеҙләгән. Авиньон тәхетенә Бенедикт XIII исеме аҫтында ингән Арагон кардиналы Педро де Луна Escuelas Mayores (уларҙы йыш ҡына университеттың «тарихи корпустары» тип атайҙар), Escuelas Menores һәм госпиталь (исп. Hospital del Estudio — хәҙерге ректорат) биналарын төҙөлөшөнә булышлыҡ итә.

XV быуат башында Толедо архиепискобы бай булмаған студенттар өсөн колледждар асырға тәҡдим иткән һәм оҙаҡламай был идеяны бойомға ашырған. Һуңыраҡ университет биләмәһендә ошондай пландағы тағы бер нисә учреждение барлыҡҡа килә: берәүҙәре — «ҙурҙар» (исп. Colegios Mayores), ә икенселәре «бәләкәйҙәр» (исп. Colegios Menores) тип атала башлай. Тәүгеләре монах ордендары аҡсаһына төҙөлгән һәм эшләгән, шуға күрә тәриҡәттәр уларҙа үҙҙәренең уставына ярашлы тәртип урынлаштырған[5]. XVIII быуатҡа улар үҙҙәренә нигеҙ һалыусыларҙың ғаиләләре тарафынан раҫланған ябыҡ йәмғиәткә әйләнгән. Уларҙың күбеһен Наполеон ғәскәрҙәре тарафынан ҡыйратҡан. Бөгөн уларҙың ҡайһы берәүҙәрендә факультеттар йәки ятаҡтар урынлашҡан.

Quod natura non dat, Salmantica non praestat («Тәбиғәт тарафынан бирелмәгәнде, Саламанкала алып булмай»[6]) һәм Multos et doctissimos Salmantica habet («Саламанкала күптәр һәм бик тәжрибәлеләр») тигән тарихи фразалар унверситет тиҙ арала яулап алған абруй хаҡында төшөнсә бирә[7].

Испанияның алтын быуаты (яҡынса 1550—1715 йлыдар) аҙағында Испания университеттарында белем биреү сифаты кәмегән. Дипломдар тапшырыу йышлығы, уҡытыу диапазоны, шулай уҡ уның студенттары һаны ҡырҡа кәмегән. Саламанканың күп быуатлыҡ Европа абруйы төшә.

2018 йылдың ғинуарында университет, Times Higher Education тарафынан төҙөлгән Европаның 10 иң матур университеты исемлегендә 2-се урынды алған.

XVI быуатта Саламанка университетында схоластика йүнәлештәренең береһе — «Саламанка мәктәбе» булдырылған. Уның вәкилдәре Фома Аквинскийҙың тәғлимәтен үҫтергән һәм, атап әйткәндә, иҡтисади күренештәрҙе аңлатыуға ҙур иғтибар бүлгән. Рим папаһы Григорий XIII тарафынан католик илдәрендә Григориан календарын раҫланған, был календарь реформаһын әҙерләүҙә Саламанка университеты математиктары ҡатнашҡан.

1845 йылда университет докторлыҡ дәрәжәһен биреү хоҡуғын оҙаҡҡа юғалта (бынан алып Мадридтың Үҙәк университеты өсөн резервта ҡалдырылған).

Китапханала яҡынса 906 000 том бар[8].

 
Университет китапханаһы

Папа университеты үҙгәртергә

Саламанка университеты 1852 йылдың 21 майына тиклем Рим папаһы университеты була, ул саҡта ошо учреждениела теология факультеттары революция кәйефе ҡыҫымы аҫтында юҡ ителә. 1940 йылдың 25 сентябрендә Рим папаһы Пий XII икенсе бойондороҡһоҙ университетта — Саламанка Папа университетында теология һәм ҡануни хоҡуҡ факультеттарының эшмәкәрлеген яңырта.

Студенттар һәм уҡытыусылар үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Категория:Саламанка университетын тамамлаусылар
Саламанка университеты бөтә Испаниянан һәм бөтә донъянан студенттарҙы һәм аспиранттарҙы йәлеп итә. Был университет Испанияла башҡа төбәктәрҙән студенттар һаны буйынса беренсе урынды биләй[9]. Ул шулай уҡ йыл һайын ике меңдән ашыу сит ил студентын йәлеп иткән испан теле курстары менән билдәле.

Бөгөн Саламанка университеты гуманитар фәндәрҙе өйрәнеүҙең мөһим үҙәге булып тора һәм айырыуса үҙенең тел өлкәһендәге тикшеренеүҙәре, шулай уҡ юриспруденцияһы һәм иҡтисады менән билдәле. Фәнни тикшеренеүҙәр университетта һәм уның менән бәйле Яман шеште тикшереү үҙәге (Centro de Investigación del Cáncer)[10], Кастилия һәм Леондың неврология институты (Instituto de Neurociencias de Castilla y León)[11], Ультранәҙек ультраинтенсив импульслы лазерҙар үҙәге (Centro de Láseres Pulsados ​​Ultracortos Ultraintensos) кеүек тикшеренеү үҙәктәрендә алып барыла.

Кембридж университеты менән берлектә Саламанка университеты 1989 йылда Европала Телде һынау ассоциацияһына (ALTE) нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. University of Salamanca, A BRIEF HISTORY OF THE UNIVERSITY OF SALAMANCA. 2009 йыл 6 март архивланған.
  2. University of Salamanca (ингл.). New Advent. Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 9 июль 2012 года.
  3. Средневековая культура. Всемирная история. Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 23 март 2011 года.
  4. Анна Папченко. Саламанка — город-университет. // Вокруг света. Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 7 ғинуар 2011 года.
  5. Грицак Е. Н. Саламанка. — М.: Вече, 2006. — 240 с. — ISBN 5-9533-1259-8.
  6. Вокруг света, 2010
  7. VIII Centenario de la Universidad de Salamanca — Reseña Histórica de la Universidad de Salamanca: 2011 йыл 23 июль архивланған.. Centenario.usal.es. Retrieved on 2013-09-05.
  8. Spain — Libraries and museums. Дата обращения: 12 апрель 2019. Архивировано 19 сентябрь 2020 года.
  9. usal.es. Дата обращения: 12 апрель 2019. Архивировано из оригинала 28 февраль 2012 года. 2012 йыл 28 февраль архивланған.
  10. cicancer.org. Дата обращения: 12 апрель 2019. Архивировано 1 октябрь 2020 года.
  11. INCyL 2009 йыл 24 сентябрь архивланған.. INCyL. Retrieved on 2013-09-05.  (исп.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә