Сайға[13][14] (инә зат), маргач йәки сайғаҡ[13][15] (ата зат; лат. Saiga tatarica) — ысын антилопалар ярым ғаиләһенә ҡараған ҡуштояҡлы һөтимәрҙәр (үҙенсәлекле анатомияһынан сығып, ҡайһы берҙә уны тибет антилопаһы менән бергә айырым Saiginae ярым ғаиләһенә теркәйҙәр).

Сайғаҡ
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы S. tatarica
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Saiga tatarica L., 1766[1][2][3][…]
Таксономия рангыһы Төр[1][2][3]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Сайги[d][1][2]
Таксондың халыҡ атамаһы Saiga[4], Saiga Antelope[4], Altnaza antilopo, Antilope saiga Tátaro, サイガ, กุย, Sayga, Сайгак, 高鼻羚羊, Antílope Saiga[4], Saïga[4], Mongolian Saiga[4], Western Saiga[5], Western Saiga Antelope[5], Westliche Saiga[5], Westliche Saigaantilope[5], Steppensaiga[5], Steppen-Saiga[5], saiga[6] һәм Saiga antelope[7]
Синоним таксона Ibex imberbis[d][8], C. tatarica[d][8], Antilope saiga[d][8], Antilope scythica[d][8], Capra sayga[d][8], Carra sayga[d], Cemas colus[d][8], Gemas colus[d][8], Saiga scythica[d] һәм Capra saiga Gmelin, 1770[d]
Тәүге атамаһы C. tatarica[d]
Период беременности 139 ± 0 тәүлек[9]
Этот таксон является источником saiga antelepe horn[d]
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы близки к уязвимому положению[d][10]
Төр ареалы картаһы
Среда обитания травянистые сообщества[d]
Вики-проект Проект:Инвазионная биология[d]
CITES Appendix Appendix II of CITES[d][11]
Суточный цикл сумеречный[d][12]
 Сайғаҡ Викимилектә

2002 йылда Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (МСОП) был төрҙө «CR» категорияһына, йәғни «бөтөүгә дусар булған» төргә теркәй. Башта был хайуандар Карпат тауҙары итәге һәм Кавказдан алып Джунгария һәм Монголияға тиклем Евразия далаларында һәм ярым сүллектәрендә ҙур территорияларҙы биләп йөрөй. Хәҙер сайғаҡтар Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстандың, Рәсәйҙең (Ҡалмыҡстан, Әстерхан өлкәһе, Алтай республикаһы) һәм көнбайыш Монголияның бер өлөшөндә йәшәй. Украинаның Аскания-Нова ҡурсаулығына башҡа ерҙән алып килеп ебәргәндәр..

Тасуирламаһы үҙгәртергә

 
СССР-ҙың почта маркаһында сайғаҡ, 1974

Ҡуштояҡлы ваҡ мал, кәүҙәһенең оҙонлоғо 110—146 см, ҡойроғо 8 — 12 см, бейеклеге 60 —79 см. Ауырлығы 23 — 79 кг. Оҙонайып торған кәүҙәле, сағыштырмаса нәҙек ҡыҫҡа тояҡлы. Йомшаҡ, көмрө томшоҡло (бер аҙ фил томшоғона оҡшаңҡырап тора). Ҡолаҡ остары йомро. Тояҡтарының урталағылары ситтәгеләренә ҡарағанда ҙурыраҡ. Мөгөҙ тик ата хайуандарҙа ғына була. Мөгөҙҙөренең оҙонлоғо баш оҙонлоғо менән бер тигәндәй, 30 сантиметрға етә. Һарғылт-аҡ төҫтәге хайуандың мөгөҙҙәре дөрөҫ булмаған формала, аҫтан өстән бер өлөшөндә арҡыры дуңгәләктәр бар һәм башына ҡарата вертикаль рәүештә тора тиерлек.

Йәйге тиреһе һарғылт-ерән, арҡаһының уртаһы ҡоңғорт ҡара төҫтә һәм ҡорһағына табан асыҡ һары төҫкә инә бара, сағыштырмаса һирәк йөн менән ҡапланған. Ҡышҡы тиренең йөнө ҡуйыраҡ та, оҙонораҡ та, бик яҡты, асыҡ һоро төҫтә. Сайға йылына ике тапҡыр: яҙ һәм көҙ йөнөн алмаштыра.

Имсәктәре — 2 пар.

Көн итеү рәүеше үҙгәртергә

Сайғаҡтар төрлө миҙгелдә далала, ярымсүллектәрҙә ҙур меңәрләгән баш хайуан йыйылған көтөүҙәргә туплана[16] һәм төрлө үләндәр менән (алабута, әрем, аҡтамыр, билсән һәмбашҡа), шул иҫәптән башҡа төр хайуандар өсөн ағыулы булған үҙемлектәрҙе лә утлай. Сайғаҡтар алыҫ араларға күсенә һәм киң йылғаларҙы йөҙөп сыға ала. Әммә текә битләүҙәр һәм ҡаялы тауҙарҙан ҡасырға тырыша. Сайғаҡтар йүгергәндә сәғәтенә 80 километрға тиҙлеккә өлгәшә[17].

Тороҡтороу миҙгеле ноябрҙән башлана, Тәкәларе сайғаның иғтибарың яулау өсөн үҙ-ара һуғыша. Алышта еңгән тәкә 5-50 инә сайғанан торған «һәрәмгә» эйә була. Яҙ аҙағында — йәй башында сайға быҙаулай.

Таралған урыны үҙгәртергә

1920-се йылдарҙа сайғалар күпләп ҡырыла, әммә күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 1950-се йылдарҙа сайғалар һаны 2 миллиондан ашыу тәшкил итә[18], улар ярымсүллектә һәм һәм далала йәшәй. Хайуандарҙы яҡлау буйынса бер төркөм — Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды сайғаҡҡа һунарҙы дәртләндереү яҡлы була, сөнки уларҙың мөгөҙө мөгөҙморон мөгөҙөнә тиң, тигән һығымтаға киләләр[19]. Һаны тағы ла кәмей, һәм хәҙер Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы төҙөгән исемлектә улар юғалыуға дусар ителгән хайуан төрөнә ҡарай.

 
Ҡаҙағстандың почта маркаһында сайға, 2013

Ҡаҙағстан үҙгәртергә

 
Сайғаҡтарҙың Яйыҡ буйында йәшәгән төрө

Классификацияһы үҙгәртергә

Көнбайыш Монголияла йәшәгән популяцияны айырым төрсәгә — монгол сайғаһына(saiga tatarica mongolica) индерәләр, уларҙың һаны 750 башҡа етә[20]. Ҡалғандары номинатив төрсәгә индерелә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, монгол сайғаһы плейстоцен төрсәһенә ҡарай һәм Saiga mongolica borealis тип йөрөтөлә[21][22].

Хужалыҡтағы әһәмиәте үҙгәртергә

Сайғаҡтар һанының кәмеүе йыш ҡына һунарсылыҡ кәсебе менән бәйле. Сайғаҡ итен, һарыҡ ите кеүек үк, ашарға ярай. Уны бешерәләр, быҡтыралар, ҡуралар[23].

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 2004.
  2. 2,0 2,1 2,2 Mammal Species of the World (ингл.): A Taxonomic and Geographic Reference / D. E. Wilson, D. M. Reeder — 3 — Baltimore: JHU Press, 2005. — 35, 2142 p. — ISBN 978-0-8018-8221-0
  3. 3,0 3,1 Smith A. T., Xie Y., Lunde D. P., Wilson D. E., Wozencraft W. C., Hoffmann R. S., Sung W., MacKinnon J. R. A Guide to the Mammals of China. (ингл.) / A. T. Smith, Y. XiePrinceton: Princeton University Press, 2008. — P. 471.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Красная книга — 1964.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Cole T. C. H. Wörterbuch der Säugetiernamen - Dictionary of Mammal Names — 2015. — Б. 209. — ISBN 978-3-662-46270-6doi:10.1007/978-3-662-46270-6
  6. http://www.sabencia.net/nomenclator.php
  7. Wildscreen https://web.archive.org/web/*/http://www.arkive.org/wd/saiga-tatarica/ (ингл.) — 2003.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 Sokolov V. E. Saiga tatarica (ингл.) // Mamm. SpeciesASM, OUP, 1974. — Iss. 38. — P. 1. — ISSN 0076-3519; 1545-1410doi:10.2307/3503906
  9. Grzimeks Enzyklopädie (нем.) — 1 — M: Kindler Verlag, 1988. — Vol. 5. — S. 492.
  10. The IUCN Red List of Threatened Species 2022.2 — 2022.
  11. Species+ (ингл.)
  12. (unspecified title)doi:10.17520/BIODS.2021520
  13. 13,0 13,1 Банников А. Г., Флинт В. Е. Отряд Парнокопытные (Artiodactyla) // Жизнь животных. Том 7. Млекопитающие / под ред. В. Е. Соколова. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1989. — С. 493—495. — 558 с. — ISBN 5-09-001434-5
  14. Данилкин А. А. Млекопитающие фауны России и сопредельных территорий. Полорогие (Bovidae). — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2005. — С. 101. — 550 с. — ISBN 5-87317-231-5
  15. Соколов В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. 5391 назв. Млекопитающие. — М.: Русский язык, 1984. — С. 134. — 352 с. — 10 000 экз.
  16. Сайғаҡ 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  17. Сайғаҡ
  18. Акимушкин И. Это все антилопы. — Москва: Малыш, 1977.
  19. .
  20. Ssp saiga tatarica. mongolica (монгол сайга) 2011 йыл 21 ноябрь архивланған. сайтында МСОП-ТЫҢ Ҡыҙыл исемлегендә (инг.)
  21. Saiga tatarica (сайга) 2011 йыл 17 ноябрь архивланған. сайтында список МСОП-ТЫҢ Ҡыҙыл (Mallon, D. P. 2008) (инг.)
  22. Mongolica Saiga borealis 2010 йыл 3 июнь архивланған. тигән китабын Уилсон E. D. & m. d. Reeder (editors). 2005. Species Mammal of the World. Reference Geographic and A Taxonomic (3rd ed.). — Baltimore: University Press Johns Hopkins, 2 vols. (Pp 2142.) ISBN 978-0-8018-8221-0 [1]
  23. САЙҒАҠ АШАМЛЫҠ 2014 йыл 21 ноябрь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

    • Соколов В. Е. Систематика млекопитающих. Том 3 (китообразные, хищные, ластоногие, трубкозубые, хоботные, даманы, сирены, парнокопытные, мозоленогие, непарнокопытные). — М.: Высшая школа, 1979. — С. 449—452. — 528 с.
    • «Промысловые охоты у киргизов» («Охотн. газета», 1897, № 31);
    • Н. Коратов, «О каратегинских борзых» (там же, № 47);
    • Я. Полферов, «Охота в Тургайской обл.» (Оренбург, 1896);
    • А. Силантьев, «Обзор промысловых охот в России» (СПб., 1898);
    • И. Железнов, «Сайгачники» («Отеч. записки», 1857).

Тикшеренеүҙәр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә