Савонлинна (революцияға тиклем — Нейшлот, фин. Savonlinna, швед. Nyslott) — Көнсығыш Финляндиялағы Көньяҡ Саво ҡалаһы һәм муниципалитеты, Рәсәйҙең элекке Выборг губернаһы Нейшлотский өйәҙендә урынлашҡан.

Савонлинна
Герб
Нигеҙләү датаһы 1639
Рәсем
Рәсми атамаһы Savonlinna һәм Nyslott
Рәсми тел Фин теле[1]
Дәүләт  Финляндия
Административ-территориаль берәмек Южное Саво[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Savonlinna sub-region[d][2]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Юго-восточная Финляндия[d]
Закондар сығарыу органы Savonlinna City Council[d]
Халыҡ һаны 31 842 кеше (31 декабрь 2023)
Туғандаш ҡала Детмольд[d][3], Арендал[d][3], Силькеборг[d][3], Аурборг[d][3], Кальмар[d][3][4] һәм I район Будапешта[d][3]
Милке Riihisaari - Savonlinna Museum[d]
Сиктәш Энонкоски[d][5], Хейнявеси[d][5], Китеэ[d][5], Липери[d][5], Париккала[d][5], Рантасалми[d][5], Руоколахти[d][5], Ряаккюля[d][5], Сулкава[d][5] һәм Варкаус[5]
Алдағы Savonranta[d][6], Керимяки[d][6], Пункахарью[d][6] һәм Сяаминки[d]
Майҙан 3597 км²,
3597,69 км² (1 ғинуар 2023)[7],
2237,87 км² (1 ғинуар 2023)[7],
1359,82 км² (1 ғинуар 2023)[7]
Вид с воздуха
Рәсми сайт savonlinna.fi
savonlinna.fi/en/
savonlinna.fi/sv/
savonlinna.fi/de/
Тасуирлау биттәре dbpedia.org/resource/Sav…[8]
id.worldcat.org/fast/120…[8]
Карта
 Савонлинна Викимилектә

Саво тарихи өлкәнең көнсығыш өлөшөндә (фин. Itä-Savo), күл утрауында һыу системаһы Саймен һыу системаһына ҡараған күлдәр утрауҙарында урынлашҡан.

Тарих үҙгәртергә

XIII быуат аҙағына тиклем ҡала территорияһы Бөйөк Новгород[9] биләмәһенә ингән, һуңынан шведтар тарафынан яулап алынған.

Швед короллеге үҙгәртергә

Савонлинна — Финляндия боронғо ауылдарының береһе була. Ҡала тарихы Олавинлинн ҡәлғәһе (шведса Олафсборг) менән тығыҙ бәйле. Шведтар 1475 йылда уға нигеҙ һала һәм Нюслотт тип атай(швед. Nyslott, «яңы һарай»). Шул уҡ ваҡытта ҡәлғә тирәһендә шул ҡәлғә исемле ауыл барлыҡҡа килгән.

1534 йылда Олавинлинн Саво провинцияһының үҙәге була һәм унда ҡаланы нығытыу буйынса киң масштаблы эштәр башҡарыла. 1639 йылда Савонлинна ҡала хоҡуғын ала.

Бөйөк Төньяҡ һуғышында, 29 июлендә 1714 йылдың 29 июлендә Нюслотт рус ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. Әммә Ништадт солохо шарттары буйынса 1721 йылда ул Швецияға кире ҡайтарыла.

1741-1743 йылдарҙағы рус-швед һуғышында,1742 йылдың 7 авгусында, рус ғәскәре ҡаланы ҡабат баҫып ала. 1743 йылда Абос солохо булдырыла, уның шарттары буйынса ҡәлғә Иҫке Финляндияның көньяғындағы Саво районы өлөшө Рәсәйгә күсә. Яулап алынған ерҙәр Выборг провинцияһы территорияһына ҡушыла һәм Санкт-Петербург губернаһынан бүленеп сығып, Выборг губернаһы тип атала.

Рәсәй империяһы (1743—1917) үҙгәртергә

 
Выборг провинцияһы 1721 йылда булдырыла һәм Рәсәйгә ерҙәрҙе кире ҡайтарыу арҡаһында ул губерна тип үҙгәртелә (1743).

Выборг (Финляндия) губернаһы (1743—1811) үҙгәртергә

Рәсәй империяһында ҡала Нейшлот атамаһы аҫтында йөрөй.

1788 йылда, 1788-1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында, швед ғәскәренең ҡамауына бирешмәй тора.

1788 йылдың июлендә башында үҙҙәренең короле Густав III торған 36 меңлек швед армияһы Финляндиялағы рус сиген үтеп инә. Һуғыштың тәүге көндәрендә улар Нейшлот ҡәлғәһен ҡамай. Густав III ҡәлғәнең комендантына, һыңар ҡуллы майор Кузьминға, ультиматум ебәрә, ул коменданттан кисекмәҫтән ҡәлғә ҡапҡаһын асыуҙы талап итә. Королгә майор: «Мин бер ҡуллы булғанлыҡтан ҡапҡаны аса алмайым, уны ғали йәнәптәре үҙе асһын» тип яуап ҡайтара.[сығанаҡ 318 көн күрһәтелмәгән]. Нейшлот гарнизонындан ни бары 230 кеше булыуға ҡарамаҫтан, бөтә һуғыш дауамында шведтар Нейшлотты ала алмай, бары тик тирә- яғын ғына талай. Императрица Екатерина был һөжүмде «Горебогатырь Косометович» комик операһында мыҫҡыллай[10].

Был турала Екатерина II Григорий Потемкинға:«По двудневной стрельбе на Нейшлот шведы пошли грабить Нейшлотский уезд. Я у тебя спрашиваю, что там грабить можно? […] Своим [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%92%D0%BE%D0%B9%D1%81%D0%BA%D0%B0 войскам] в Финляндии и шведам (Густав) велел сказать, что он намерен превосходить делами и помрачать Густава Адольфа и окончить предприятия Карла XII. Последнее сбыться может, понеже сей начал разорение Швеции»[11].

Бөйөк Финляндия кенәзлеге (1811—1917) үҙгәртергә

1811 йылда Нейшлот бөтә Выборг губернаһы менән бергә Бөйөк Финляндия кенәзлегенә ҡушыла.

Финляндия үҙгәртергә

Ҡышҡы һуғыш йылында һәм артабан СССР-ға ҡаршы һуғышта Германияның союздашы сифатында ҡала күп тапҡырҙар бомба ташлауға эләгә. Ҡышҡы һуғыш аҙағында, 1940 йылдың 1 мартында, совет авиацияһы һөжүме ваҡытында бындағы Кафедраль собор ныҡ зыян күрә.

1973 йылда Сяаминки общинаһы бөтөрөлә, уның төп өлөшө Савонлинна менән берләштерелә. 2009 йылда Савонранта муниципалитеты Савонлинна менән берләшә.

Халыҡ үҙгәртергә

2018 йылда ҡала халҡы 31 823 кеше тәшкил итә. Халыҡ башлыса транспорт һәм халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә шөғөлләнә.

Теле үҙгәртергә

Төп теле — фин. Тохмаярви, Иматра, Лаппеэнрант, Пуумать, Миккель һәм Савонлинна муниципалитеттары инициативаһы менән швед теле урынына 7-се синыфтан башлап рус телен уҡытыу тураһындағы үтенес проекты хөкүмәт тарафынан тулы хуплау тапмай[12].

Белем үҙгәртергә

Финляндиялағы иң яҡшы һынлы сәнғәт гимназияларының береһе — Савонлинна Художество гимназияһы (фин. Savonlinnan taidelukio).

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

 
Савонлинн соборы
 
Олавинлинн ҡәлғәһе (1475)

Савонлинна — курорт ҡалаһы. Савонлинна янындағы утрауҙа Олавинлинн Нығытмаһы (Изге Олаф ҡәлғәһе, 1475) урынлашҡан, йыл һайын (1912 йылдан башлап) бында Халыҡ-ара опера фестивале үткәрелә.

Савонлиннаның янында донъялағы иң ҙур ағас сиркәү (Керимякиҙа) бар, шулай уҡ урман музейы «Лусто», «Ретретти» сәнғәт үҙәге (Пункахарьюла[13]) һәм «Раухалинна» усадьбаһы бар.

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

  • Эрик Лаксман (1737—1796) — швед сығышлы Рәсәй ғалимы һәм сәйәхәтсеһе; химик, ботаник, географ — Савонлиннала тыуған.
  • Paavoharju — музыкаль коллектив, 2001 йылда ойошторолған.

Туғанлашҡан ҡалалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavainСтатистический центр.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Savonlinnan ystävyyskaupungit
  4. https://www.kalmar.se/kommun-och-politik/internationellt-arbete/vanorter.html
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  6. 6,0 6,1 6,2 Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedotAssociation of Finnish Municipalities.
  7. 7,0 7,1 7,2 Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.)MML.
  8. 8,0 8,1 Record #123140040, Record #240919388 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  9. Швед, немец сағылыш агрессия һәм александр невский (карта)
  10. Императрица екатерина ii әҙәби эшмәкәрлеге // императрица екатерина ii әҫәр. СПб, 1893. С 4-16
  11. Екатерина II һәм г. а. Потемкин: шәхси хат алышыу, 1769—1791. — 1997 М. — С. 299—300.
  12. Karjalainen: Заменить шведский язык на русский в школах вряд ли разрешат // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 15 август 2012. (Тикшерелеү көнө: 15 август 2012)
  13. Коммуна Пункахарью. Дата обращения: 16 сентябрь 2010. Архивировано 24 октябрь 2010 года. 2010 йыл 24 октябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә