Габриэла Сабо (рум. Gabriela SzabóGabriela Szabó) — румын еңел атлеты, уртаса һәм оҙон дистанцияға йүгереүҙә махсуслашҡан.

Лёгкая атлетика
Лёгкая атлетика
Габриэла Сабо
Дөйөм мәғлүмәт
Тәүге исеме

Gabriela Szabó

Тыуған ере һәм ваҡыты

14 ноябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (48 йәш)
Бистрица[d], Румыния[1]

Гражданлығы

Румыния Румыния

Буйы

158 см

Ауырлығы

42 кг

Спорт карьераһы

1992—2003

IAAF

14295963

Шәхси ҡаҙаныштар
1500 м

4.03,23 (1999)

1 миля

4.23,19 (2001)

2000 м

5.305,3 (1998)

3000 м

8.32,88 (2001)

5000 м

14.47,35 (1999)

Международные медали
Олимпия уйындары
Алтын Сидней 2000 5000 м[en]
Көмөш Атланта 1996 1500 м[en]
Бронза Сидней 2000 1500 м[en]
Донъя чемпионаты
Алтын Афины 1997 5000 метр
Алтын Севилья 1999 5000 метр
Алтын Эдмонтон 2001 1500 метр[en]

Карьераһында тәүге ҙур уңышҡа 1994 йылда өлгәшә, ул еңел атлетика буйынса (3000 метрға йүгереүҙә) үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы була. 1995 йылда  кросс буйынса донъя чемпионатында команда беренселегендә бронза призеры була. 1996 йылда үткән Олимпия уйындарында 1500 метрға йүгереүҙә, Рәсәй йүгереүсеһе Светлана Мастеркованан ғына ҡалышып, көмөш призер була.  1997, 1999 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында, 5000 метр алыҫлыҡҡа йүгереүҙә еңеүсе була, ә 2001 йылда донъя беренселегендә 1500 метрлыҡ дистанцияға йүгереүҙә еңеүсе була. 1999 йылда алтын лига еңеүсеһе була, еңгән өсөн, 1 миллион долларҙы Уилсон Кипкетер менән бүлешеп, күләме 500 000 АҠШ доллары булған джекпот ала. 2000 йылғы Сиднейҙағы йәйге Олимпия уйындарында ике миҙал яулай: 5000 метр алыҫлыҡҡа йүгереүҙә алтын миҙал, 1500 метр араға йүгереүҙә бронза миҙал.

Сәйәсәт үҙгәртергә

2014 йылдың 3 мартында Румынияның йәштәр һәм спорт министры итеп тәғәйенләнә.

Наградалары үҙгәртергә

  • Track & Field News журналы фаразы буйынса, 1999 йылда донъяның иң яҡшы еңел атлеты.
  • 1999 йылда Европаның иң яҡшы еңел атлеты.
  • 2000 йылдың иң яҡшы спортсыһы.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Габриэла Сабо — профиль на сайте IAAF (инг.)
  1. Gabriela Szabo // The International Who's Who of Women 2006Routledge, 2005. — ISBN 978-1-85743-325-8