СКА СКВО (стадион)

ТКХО АСКДондағы Ростов ҡалаһы стадионы. 1971 йылда төҙөлгән, 27300 тамашасыны һыйҙыра[1]. Стадионда шулай уҡ ТКСК-ның өйҙәге матчтары ла үткәрелә.

СКА СКВО
Урынлашыуы

Дондағы Ростов, Рәсәй

Төҙөлгән

1971

Асылған

1971

Һыйҙырылышлығы

11 000

Өйҙәге команда

ФК СКВО (Дондағы Ростов футбол клубы )

 СКА СКВО Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

Спорт комплексы төҙөү 60-сы йылдарҙа ТКХО Ғәскәрҙәре Командующийы генерал-полковник Алтунин инициативаһы менән төҙөлә башлай. Округ спорт комплексы составына 33 000 урынлыҡ спорт аренаһы һәм трибуналары, футбол яланы, еңел атлетика йәҙрәһе, өс ванналы һыу -спорт комплексы һәм спорт майҙансыҡтары инә.

Төп спорт аренаһы һәм ТКХО СКА барлыҡ спорт комплексы 1971 йылдың апрелендә сафҡа индерелә. Комплекстың барлыҡ биналарының һәм ҡоролмаларының проектлаусыһы- «Военпроект» ойошмаһы.

2007 йылдың февраленән алып стадионреконструкция стадияһында. Тулыһынса Көнсығыш һәм Көнбайыш трибуналары (түбәнге ярус, VIP-ложа) эшләй. Бөгөн стадион 11 000 кешене ҡабул итергә әҙер. Көньяҡ һәм Төньяҡ трибуналарҙағы аяҡҡа баҫтырғандан һуң спорт комплексының һыйҙырышлығы 25 000 тамашасы тәшкил итәсәк.

2016 йылдың 28 ғинуарында халыҡ-ара футбол федерацияһы ассоциациялары (ФИФА) 2018 йылда үткәрелсәк футбол буйынса донъя чемпионатының 36 тренировкалар үткәреү стадионының береһе итеп был стадионды раҫланы. Бының менән бәйле рәүештә ҡуйылған талаптарға яуап итерлек итеп стадионды реконструкциялау мотлаҡ[2].

Характеристика үҙгәртергә

  • Исеме: СКА СКВО
  • Нигеҙләү йылы: 1971
  • Дөйөм майҙаны : 13,14 га
  • Үҙәк аренаның газон күләме:104мх69м
  • футбол тренировкалары яланы газонының күләме: 104мх69м
  • Футбол тренировкалары ташлы яланы күләме:104мх69м
  • Үләне: тәбиғи газон
  • Һыйҙырышлығы: 11000 кеше.
  • Ҡунаҡ секторының һыйҙырышлығы: 822 кеше.
  • ТВ позициялары һаны: 3
  • Комментаторҙар позицияһы: 3
  • Яҡтыртыу: 40 прожекторлы дүрт яҡтыртыу бағанаһы
  • Мәғлүмәттәр видеотаблоһы
  • Тауыш йыһаздары: периметр буйынса ҡуйылған 40 Вт 26 колонка
  • Күҙәтеү камералары: 6 эске контроль видеокүҙәтеү камералары
  • Кассалар: 6

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Из-за отсутствия пластиковых сидений на южной и северной трибунах фактическая вместимость стадиона на конец 2007 года составляет около 27 300 человек.
  2. ФИФА утвердила 36 тренировочных площадок ЧМ-2018. 2016 йыл 13 октябрь архивланған.