Рәсәй ислам университеты

Рәсәй ислам университиты — Рәсәй Федерацияһының, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы дәүләттеке булмаған юғары уҡыу йорто.

Рәсәй ислам университеты
(РИУ)
ректор

Сөләймәнов Артур Руслан улы

Юридик адресы

Башҡортостан, Өфө, Чернышевский урамы, 5.

Сайт

http://www.riu-ufa.ru/

1989—1999 йылдар.

Мәғлүмәт үҙгәртергә

Университет Өфө ҡалаһында Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсә нигеҙендә асылған. Һәм ул Ризаитдин Фәхретдинов исемен йөрөткән. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы дини юғары уҡыу йорто. Өс факультеты бар. Теология, ислам ғилеме нигеҙҙәре һәм тарихы, шулай уҡ имамдарҙың квалификацияһын күтәреү. Ете кафедраһы, ике юғары уҡыу йорто араһында кафедраһы ла бар (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә). Китапханаһы, компьютер класы, редакцияһы, үҙ нәшриәте бар.

Университет имам-хатиптар, имам‑мөхтәсибтәр, мөғәллимдәр, ислам фәне һәм ғәрәп теле уҡытыусылары әҙерләй. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бүлектәрендә алып барыла. 1 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. 2009 йылдан алып монографиялар, уҡытыу-методик әсбаптар нәшер ителә. РФ, Мысыр, Сүриә, Төркиәнең дини һәм донъяуи юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә.

Мәҙрәсә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм Беренсе йәмиғ мәсете, «Ғәлиә» мәҙрәсәһе бинаһында урынлаша.

Мәҙрәсә директорҙары
Университет ректорҙары

Һылтанмалар үҙгәртергә