Рәсәй Президенты Хакимиәте

Рәсәй Федерацияһының дәүләт органы, Президент эшмәкәрлеген тәьмин итә һәм уның йомоштары һәм ҡарарҙары үтәлешен контролдә тота

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте — Рәсәй Федерацияһының дәүләт органы, Рәсәй Федерацияһы Президентының эшмәкәрлеген тәьмин итә һәм ул ҡушҡан йомоштарҙың һәм ҡарарҙарының үтәлеүен контролдә тота. Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте 1991 йылдың 19 июлендә булдырылған РСФСР Президенты Хакимиәтенең вариҫы булып тора.

Рәсәй Президенты Хакимиәте
Нигеҙләү датаһы 19 июль 1991
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Етәксе орган Рәсәй Президенты
Милке Госзагрансобственность[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы доходный дом В. И. Титова[d], Тверской районы[d], Центральный административный округ Москвы[d], Мәскәү, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 1729 кеше (2015)[1]
Бюджет 9 193 000 000 ₽[1]
Рәсми сайт kremlin.ru
 Рәсәй Президенты Хакимиәте Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Тәүҙә Хакимиәт 13 подразделениенан тора. 1993 йыл уртаһында, Хакимиәт тураһында Положение сыҡҡас, уның составына 26 идаралыҡ һәм бүлек инә. Был Положениела билдәләнеүенсә, Хакимиәт «Рәсәй Федерацияһы Президенты эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе аппарат булып тора». Шул уҡ йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителә һәм Хакимиәт конституцион статус ала (83-сө статьяның «и» пункты).

1996 йылдың 2 октябрендә «Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте тураһында положениены раҫлау хаҡында» указ сыға. Положение, депутаттар фекеренсә, Хакимиәткә үтә ҙур вәкәләттәр бирә. Президент Хакимиәтенең ғәмәлдәге функциялары Хакимиәт Етәксеһенә бәйле була. 1996 йылда Президент Б. Н. Ельцин ваҡытында был вазифаны билдәле сәйәсмән А. Б. Чубайс биләй. Ул Хакимиәттең әһәмиәтен арттырырға, уның ижтимағи-сәйәси процестарға һәм федераль башҡарма власҡа йоғонтоһон көсәйтергә теләй. Положениела «Хакимиәт Рәсәй Федерацияһы Президенты эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе дәүләт органы булып тора» тиелә, башҡарма власть органдарын контролләү мөмкинлектәре киңәйтелә.

Дәүләт думаһы депутаттары указға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Конституция Судына дәғүә ғаризаһы бирә. Хакимиәт тураһындағы Положениеға уның мөмкинлектәрен йомшартҡан үҙгәрештәр индерелә, һәм депутаттар Конституция Судына биргән ғаризаһын кире ала, әммә Положениела Хакимиәткә ҡарата дәүләт органы тигән билдәләмә ҡала.

Ваҡыт үтеү менән Хакимиәттә үҙгәрештәр була.

2004 йылда яңы Положение раҫлана. Хәҙер Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте 18 үҙ аллы подразделениенан тора.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте тураһында положениелар үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте тураһында положениелар

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының 1993 йыл 22 февраль 273-сө Указы,
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының 1996 йыл 29 ғинуар 117-се Указы,
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының 1996 йыл 2 октябрь 1412-се Указы,
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының 2004 йыл 6 апрель 490-сы Указы менән раҫлана.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең вазифалы кешеләре һәм үҙ аллы подразделениелары үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте үҙ аллы подразделениеларҙан һәм Положениела айырып күрһәтелгән вазифалы кешләрҙән тора.

2012 йылда штатында 1547 берәмек була[2].

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе үҙгәртергә

  • Вайно Антон Эдуардович

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫарҙары үҙгәртергә

  • Кириенко Сергей Владиленович — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары
  • Громов Алексей Алексеевич — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары
  • Магомедов Магомедсалам Магомедалиевич — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары
  • Островенко Владимир Евгеньевич — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары
  • Песков Дмитрий Сергеевич — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Президентының матбуғат секретары.

Идаралыҡтар үҙгәртергә

  • Дәүләт-хоҡуҡиәт идаралығы
    • Брычёва Лариса Игоревна
  • Контроль идаралығы
    • Чуйченко Константин Анатольевич
  • Протокол идаралығы
    • Китаев Владислав Николаевич
  • Тышҡы сәйәсәт идаралығы
    • Манжосин Александр Леонидович
  • Мәғлүмәт һәм документация тәьминәте идаралығы
    • Осипов Сергей Николаевич
  • Эксперт идаралығы
    • Симоненко Владимир Александрович
  • Эске сәйәсәт идаралығы
    • Ярин Андрей Вениаминович
  • Граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү идаралығы
    • Жуйков Дмитрий Сергеевич
  • Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы
    • Цыбулин Андрей Михайлович
  • Төбәк-ара һәм сит илдәр менән мәҙәни бәйләнештәр идаралығы
    • Чернов Владимир Александрович
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы
    • Брюханов Михаил Дмитриевич
  • Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар идаралығы
    • Федоров Антон Юрьевич
  • Дәүләт наградалары идаралығы
    • Осипов Владимир Борисович
  • Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эш идаралығы
    • Михайловский Михаил Геннадьевич
  • Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы илдәр, Абхазия Республикаһы һәм Көньяҡ Осетия Республикаһы менән социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек идаралығы
    • Говорун Олег Маркович
  • Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм коммуникациялар идаралығы
    • Смирнов Александр Юрьевич
  • Фән һәм мәғариф сәйәсәте идаралығы
    • Биленкина Инна Петровна
  • Мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм электрон демократияны үҫтереү идаралығы
    • Липов Андрей Юрьевич
  • Йәмәғәт проекттары идаралығы
    • Новиков Сергей Геннадьевич
  • Коррупцияға ҡаршы тороу мәсьәләләре идаралығы
    • Чоботов Андрей Сергеевич

Эшмәкәрлекте тәьмин итеү департаменты үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Ҡабул итеү бүлмәһенең, Рәсәй Федерацияһы Президенты Канцелярияһының эшмәкәрлеген тәьмин итеү департаменты

Рәсәй Федерацияһы Президенты Референтураһы үҙгәртергә

  • Мәғлүмәт-аналитика тәьминәте департаменты
  • Асыҡ сығыштарға һәм мөрәжәғәттәргә материалдар әҙерләү департаменты
  • Сәләмләү һәм башҡа адрестар өсөн материалдар әҙерләү департаменты
  • Гуманитар хеҙмәттәшлек департаменты

Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәкселәре үҙгәртергә

  • Шевченко Владимир Николаевич, Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәксеһе — Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы (3 июль 1995 йыл, № 661 — 11 август 1998 йыл, № 946), Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәксеһе (11 август 1998 йыл, № 946 — 3 ғинуар 2000 йыл, № 1)
  • Рахманин Владимир Олегович (4 ғинуар 2000 йыл, № 13 — 7 май 2000 йыл, № 835; 4 июнь 2000 йыл, № 1026 — 29 декабрь 2001 йыл, № 1505)
  • Щеголев Игорь Олегович (29 декабрь 2001 йыл, № 1507, ҡабат тәғәйенләү 26 март 2004 йыл, № 413 — 7 май 2008 йыл[3])
  • Ентальцева Марина Валентиновна (13 май 2008 йыл, № 771 — 21 май 2012 йыл, № 665)
  • Островенко Владимир Евгеньевич (22 май 2012 йыл, № 692 —12 август 2016 йыл, № 407)
  • Китаев Владислав Николаевич (8 сентябрь 2016 йыл, № 463)

Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәкселәре урынбаҫарҙары үҙгәртергә

  • Меньшиков Виталий Витальевич, Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәксеһенең беренсе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Президентының Протокол идаралығы начальнигы (4 ноябрь 2002 йыл, № 1288 — 5 апрель 2004 йыл, № 478)
  • Марков Олег Александрович, Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәксеһенең беренсе урынбаҫары (9 апрель 2004 йыл, № 151-рп — 16 март 2007 йыл, № 111-рп)
  • Вайно Антон Эдуардович, Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәксеһенең беренсе урынбаҫары (26 апрель 2007 йыл, № 194-рп — 8 октябрь 2007 йыл, № 567-рп)
  • Смирнов Игорь Александрович, Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәксеһе урынбаҫары (14 май 2008 йыл, № 788 — 30 май 2012 йыл, № 756)
  • Казаринов Михаил Анатольевич, Рәсәй Федерацияһы Президенты протоколы етәксеһе урынбаҫары (2012 йылдың 25 июненән, № 883)

Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа Судында Рәсәй Федерацияһы Вәкиле үҙгәртергә

  • Лаптев Павел Александрович, Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа Судында Рәсәй Федерацияһы Вәкиле /Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа Судында Рәсәй Федерацияһы Вәкиле (29 ноябрь 1999 йыл, № 1585 — 8 февраль 2005 йыл, № 134; 8 февраль 2005 йыл, № 134 — 20 март 2007 йыл, № 369)

Рәсәй Федерацияһы Президентының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле үҙгәртергә

  • Головань Алексей Иванович (1 сентябрь 2009 йыл, № 987 — 26 декабрь 2009 йыл, № 1490)
  • Астахов Павел Алексеевич (30 декабрь 2009 йыл, № 1518 — 9 сентябрь 2016 йыл, № 465)
  • Анна Юрьевна Кузнецова (2016 йылдың 9 сентябренән, № 466)

Рәсәй Федерацияһы Президенты Канцелярияһы үҙгәртергә

  • Семенченко Валерий Павлович, Рәсәй Федерацияһы Президенты Канцелярияһы мөдире (8 май 1992 йыл, № 497 — 9 август 1996 йыл, № 1148), Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары — Рәсәй Федерацияһы Президенты Канцелярияһы мөдире (9 август 1996 йыл, № 1148 — 3 ғинуар 2000 йыл, № 3)
  • Константинов Николай Николаевич, етәксе (10 декабрь 2009 йыл, № 1416 — 7 май 2012 йыл, 9 июнь 2012 йыл, № 785 — 6 ноябрь 2012 йыл, № 1482)
  • Кобяков Антон Анатольевич (2012 йылдың 6 ноябренән, № 1483)

Секретариат үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең секретариаты

  • Орлов Валерий Федорович, етәксе (29 февраль 1992 йыл, № 94-рп — 18 ғинуар 1993 йыл, № 40-рп)
  • Прямухин Владимир Николаевич, етәксе (27 ғинуар 1993 йыл, № 66-рп — 26 июль 1994 йыл, № 407-рп)
  • Королько Петр Петрович, етәксе (26 июль 1994 йыл, № 407-рп — 1 сентябрь 1995 йыл, № 407-рп)
  • Румянцев Валентин Борисович, етәксе (18 ғинуар 1996 йыл, № 23-рп — 30 июль 1996 йыл, № 403-рп)
  • Волжин Сергей Николаевич, етәксе (1996—1997 йылдар)
  • Нагайцев Виктор Николаевич, етәксе (1997—2012 йылдар)
  • Чоботов Андрей Сергеевич, етәксе (2012 йылдан)

Башҡа подразделениелар үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең китапханаһы

РСФСР/Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең мәғлүмәт тәьминәте бюроһы

РСФСР/Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең дауалау-һауыҡтырыу берекмәһе

РСФСР/Рәсәй Федерацияһы Президентының Эксперттар төркөмө

Рәсәй Федерацияһы Президентының архивы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең «Юридическая литература» нәшриәте

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20161101214734/https://tass.ru/info/3532933
  2. Справка о численности и оплате труда гражданских служащих федеральных государственных органов (центральных аппаратов министерств и ведомств) в I полугодии 2012 года 2013 йыл 5 февраль архивланған.
  3. указом президента Российской Федерации от 12 мая 2008 г. № 743 назначен Министром связи и массовых коммуникаций Российской Федерации.

Һылтанмалар үҙгәртергә