Рәйхана бинт Зәйед

Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе

Рәйхана бинт Зәйед, (ғәр. ريحانة بنت زيد‎) 631 йылда вафат була.  — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе. Кәнизәге булған тигән һүҙҙәр ҙә бар.

Рәйхана бинт Зәйед
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Тыуған көнө 590-сы
Тыуған урыны Хижәз
Вафат булған көнө 631
Вафат булған урыны Мәҙинә, Мәҙинә йәмәғәте
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Хәләл ефете Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Һөнәр төрө домохозяйка
Социаль синыф ҡол[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Рәйхана бинт Зәйед йәһүдтәрҙең Ҡурайза ырыуынан булған. Тәүге ире Хәкәм исемле булған. 626 йылда мосолмандарҙың Ҡурайза ҡәбиәләһенә ҡаршы яуында ул әсиргә төшкән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр өйөнә эләккән. Рәсүл уға Ислам ҡабул итергә тәҡдим иткән, әммә ҡатын баш тартҡан. Күпмелер ваҡыттан ул Ислам ҡабул итеүе тураһында иғлан иткән, ошонан һуң уны Пәйғәмбәр әсирлектән азат иткән. [2]. Икенсе бер фараз буйынса (Ибн Сад әл-Бағдади әйтеүенсә), Рәйхана мосолманлыҡ ҡабул итһә лә, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең кәнизәге булып ҡалған [3].

Рәйхана игелекле һәм тәҡүә ҡатын булған. Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең башҡа ҡатындарынан алда вафат булған.[2].

Рәйхана исеме үҙгәртергә

Рәйхана, Рәйхан исемдәре "рәхәтлек" тип тәржемә ителә. Еҫле гөл атамаһы ла бар. "Рәйхан" тип аталған халыҡ йыры ла бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #90057409 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Али-заде, А. А., 2007
  3. Ибн Хаджар аль-Аскаляни Аль-исаба фи тамйииз ас-сахаба. Бейрут, 1412 г.х. Т.7, с. 659.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Райхана (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.