Рудомино Маргарита Ивановна

Рудомино Маргарита Ивановна (20 июнь [3 июль1900 йыл, Белосток — 9 апрель 1990 йыл, Мәскәү) — СССР китапханасыһы һәм китапхана эше белгесе, сит ил әҙәбиәте китапханаһын нигеҙләүсе һәм 19221973 йылдарҙа уның директоры. Китапхана (1991 йылдан уның исемен йөрөтә.

Рудомино Маргарита Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 20 июнь (3 июль) 1900[1]
Тыуған урыны Белосток, Гродно губернаһы[d], Литовское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 апрель 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (89 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө китапханасы
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультеты[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

1901 йылдан Рудоминоның ғаиләһе Һарытау ҡалаһында йәшәй, унда 1918 йылда, Маргарита гимназияны тамамлай. Мәктәп китапханаһында эшләй. 1921 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә. 1921—1926 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультетында роман-герман бүлегендә уҡый.

1921 йылдың июлендә, уның инәһе Е. Я. Кестер нигеҙ һалған Неофилология институты янындағы яңы ойошторолған китапхананың мөдире итеп тәғәйенләнә. 1921 йылдың август айында институт бөтөрөлә, ә китапханаһы Рудомино инициативаһы һәм Халыҡ мәғариф комиссариаты рөхсәте менән үҙ аллы учреждениеға, неофилология китапханаһына үҙгәртелә (1924 йылдан — Дәүләт сит ил әҙәбиәте китапханаһы).

Шулай уҡ Рудомино совет сит телдәрҙе уҡытыу системаһының башында тора: 1926 йылда уның китапханаһы янында булдырылған Юғары сит ил телдәре курстары базаһында 1930 йылда Мәскәү яңы телдәр институты ойошторола.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң китапхана фонды ла тулылана, 1945 йылдың ярты йылы дауамында Германияла репарация иҫәбенән әҙәбиәт һайлау менән шөғөлләнә (был сәйәхәте өсөн уға подполковник хәрби дәрәжәһе бирелә).Күп йылдар дауамында сифатлы эшләргә мөмкинлек биргән китапхана бинаһы өсөн көрәшә, һәм ул 1967 йылда төҙөлә.

1964 йылдан китапханалар ассоциацияһының Халыҡ-ара федерацияһы (ИФЛА) ағзаһы, 1967—1973 йылдарҙа ИФЛА-ның беренсе вице-президенты, 1973 йылдан — ИФЛА-ның ғүмерлек хөрмәтле вице-президенты. «СССР—Дания» йәмғиәте рәйесе.

1973 йылда уның директоры вазифаһын Людмила Алексеевна Гвишиани алмаштыра[2].

Китапхана эше өлкәһендә 100-ҙән ашыу хеҙмәт авторы. Хәтирәләр китабы өҫтөндә эшләй.

Дон зыяратында ерләнгән[3].

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • Атаһы — Рудомино Иван Михайлович (18601916), агроном.
  • Әсәһе — Рудомино Элеонора Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы Кноте, 18771915), немец теле уҡытыусыһы.
  • Инәһе — Кестер Екатерина Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы Екатерина Эмма Яковлевна Кноте, 18831957), Сорбонна профессоры, Гийом Гюставтың ҡатыны.
  • Ире — Москаленко Василий Николаевич (1981 йылда вафат була), уҡытыусы, мөхәррир, Сергей Королевтың бабайы.
  • Улы — Рудомино Адриан Васильевич (19242017).
  • Ейәне — Рудомино Василий Адрианович (1969), юрист.
  • Ҡыҙы — Рудомино Марианна Васильевна (1936), химик.
  • Ейәне — Макарочкин Алексей Андреевич (1965), япон теле белгесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

- М. И. Рудомино исемендәге Бөтә Рәсәй сит ил әҙәбиәте дәүләт китапханаһы (Мәскәү)

- Рудомино китап үҙәге (нәшриәт, Мәскәү)

Библиография үҙгәртергә

  • М. И. Рудомино. Моя библиотека. — М.: «Рудомино», 2000. — 303 с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Рудомино А. В. Жизнь и судьба // Рудомино М .И. Книги моей судьбы. — М., 2005. — С. 12.
  3. Московские могилы. Рудомино М.И. moscow-tombs.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • М. И. Рудомино // Москва: Энциклопедия / гл. ред. С. О. Шмидт; сост.: М. И. Андреев, В. М. Карев. — М. : Большая российская энциклопедия, 1997. — 976 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-277-3.