Рудольф Майстер (слов. Rudolf Maister; 29 март 1874 йыл — 26 июль 1934 йыл) — словен генералы, шағир, Австрия республикаһына ҡаршы азатлыҡ көрәштә әүҙем ҡатнаша.

Рудольф Майстер
слов. Rudolf Maister
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Югославия короллеге
 Австро-Венгрия
Псевдоним Vojanov
Тыуған көнө 29 март 1874({{padleft:1874|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Камник[d], Словения
Вафат булған көнө 26 июль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Unec[d], Церкница[d], Словения[1]
Ерләнгән урыны Maribor Cemetery[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, рәссам
Хәрби звание дивизионный генерал[d] һәм генерал[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Вооружённые силы Австро-Венгрии[d] һәм Югославская королевская армия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Звезды Карагеоргия орден Белого орла орден Святого Саввы Военный крест
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Rudolf Maister
 Рудольф Майстер Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Үҫмер сағы һәм армиялағы карьераһы үҙгәртергә

Рудольф Майстер 1874 йылдың 29 мартында Камник ҡалаһында (Австро-Венгрия империяһы, Крайна герцоглығы) һәм Франьо һәм Франчишка (ҡыҙ фамилияһы Томшич[2].) Майстерҙар ғаиләһендә тыуған. Рудольфҡа 13 йәш булғанда, уның атаһы вафат бул. башта ул Менгешта башланғыс мәктәбенә йөрөй, артабан Кран ҡалаһындағы гимназияға уҡырға инә һәм уны отличие менән 1890 йылда тамамлай. Олатаһының кәңәше буйынса егет хәрби карьераны һайлай, кадет училищеһына уҡырға инә һәм уны тамамлағандан һуң Клагенфуртта пехота полкында хеҙмәт итә. 1895 йылда — поручик, 1907 йылда капитан званиеһына лайыҡ була.

Беренсе донъя һуғышы алдынан бер нисә йыл элек Майстер Австро-Венгрияның бер нисә ҡалаһында хеҙмәт итә: Любляна, Грац, Пшемысль, Брук-ан-дер-Лайта. 1911 йылда хәрби күнегеүҙәр ваҡытында ул туберкулез менән ҡаты ауырып китә; Майстер Далмацияла һәм Мысырҙа дауалана, һауыҡҡандан һуң уны ҡабаттан армияға алмайҙар[2]. 1914 йылдан алып 1918 йылға тиклем Майстер Мариборҙа һәм Грацта хеҙмәт итә, һуғыштың аҙағын ул император һәм король ландверының 26-сы полкында майор званиеһында ҡаршылай.

Австро-Венгрияның тарҡалыуы һәм Австро-словен ҡораллы конфликты[Комм 1] үҙгәртергә

1918 йылдың көҙөнә ҡарата Үҙәк державаларҙың еңелеү мөмкинлеге генә түгел, ә Австро-Венгрия империяһының тарҡалыуы күҙаллана. Антанта менән ваҡытлыса тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғанға тиклем (1918 йылдың 3 ноябрендә)Австро-Венгрияның тарҡалыуы башлана, сөнки де-факто ул берҙәм дәүләт булараҡ ғәмәлдә булмай. 17 октябрҙә Венгрия парламенты Австрия менән унияны юҡҡа сығара һәм илдең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. 28 октябрҙә Чехословакия барлыҡҡа килә, ә 6 ноябрҙә Краковта Польшаның тергеҙелеүе тураһында иғлан ителә. 29 октябрҙә элекке империяның көньяҡ славян вәкилдәре төбәктә бөтә власты үҙ ҡулдарына алыуы тураһында белдерә, шул уҡ көндө Словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләте (ГСХС) булдырыла. Яңы дәүләт башлыса славяндар йәшәгән территорияны биләй; төньяҡта улар Штирия һәм Каринтия райондарына дәғүә итәләр, был территорияларҙа словендар ҙа, шулай уҡ австрия немецтары ла йәшәй. нәҡ шунда Марибор урынлашҡан, элекке ваҡытта — Марбург-ан-дер-Драу.

1918 йылдың 30 октябрендә Марибор муниципаль советы, ҡала Австрия респулбликаһының бер өлөшө булыуы тураһында иғлан итә. Майстер әлеге бойороҡҡа буйһонорға теләмәй. Словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләте исеменән ул 4000 словен ирекмәндәренән бер нисә отряд булдыра. Уларҙы «Майстер яугирҙары». 23 ноябрҙең төнөндә Мастер үҙ һалдаттары ярҙамында Мариборҙа власты яулап ала һәм СХСД инеүе тураһында белдерә. Яуап итеп словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләте Майстерға генерал званиеһын бирә. Һуңғараҡ, СХСД Сербия менән ҡушылғандан һуң (1918 йылдың 1 декабрендә) генерал званиеһы Белградтағы хөкүмәт тә раҫлай.

 
Майстер яугирҙары словен әләме менән (1919)

23 ноябрҙә Майстер немецтарҙың үҙ обораналау отрядтарын ҡоралһыҙландыра һәм тарата (нем. Schutzwehr), уларҙы Австрия яҡлы бюрократияһы ловендарға ҡаршы ҡулланырға иҫәп тота. Мариборҙа нығына, ул төньяҡҡа һәм төньяҡүкөнбайыш йүнәлешендә һөжүмен башлай — Драва үҙәненә. 25 ноябрҙә Майстер Шпильфельдты баҫып ала, ә 27-ендә грац ҡалаһында Австрия командованиеһының вәкиле Рудольф Пасси менән килешеүгә ҡул ҡуя[2]. Килешеү шарттары буйынса Майстер яугирҙары бер ниндәй алышһыҙ Бад-Радкерсбург, Лойчах, Радле һәм Муту ҡалаларын яулап алалар. Поручик Франко Малгаҙың һалдаттары үҙ контроле аҫтына Фелькермаркт һәм Блайбургты алалар, һуңғараҡ Майстер үҙе Дравоград ҡалаһын баҫып ала. Майстер һәм Пассиның һөйләүеүүшеүҙәре Любляндағы Милли совет тарафынан да, Штирия һәм Каринтия хакимиәттәре тарафынан да санкцияланмай, әммә улар килеп тыуға хәл менән риза булырға мәжбүр ителәләр.

 
Майстер (һулдан) Марибор тимер юлы вокзалында һалдаттар алдында сығыш яһай (1919 йылдың 27 апреле)

1919 йылдың ғинуарында Каринтияла Кулидж миссияһы үҙ эшен башлай, миссияға АҠШ-тан офицерҙар һәм ғалимдар төркөмө инә, улар Австрия республикаһы менән солох килешеүе төҙөүҙә булышлыҡ итергә тейеш була. 27 ғинуарҙа Мариборға миссия делегаты булараҡ полковник Шерман Майлз килә. Немец теллеләр уның килеүен күмәк демонстрация менән ҡаршы алалар (яҡынса 10 000 кеше)[Комм 2], һәм дәүләт мәсьәләһе буйынса плебисцит ооштороуҙы талап итәләр. шундау уҡ плебисцит Каринтияла киләһе йылда үткәреләсәк. Митингыға йыйылыусыар төп ҡала майҙанына йыйылалар; ратушаны Майстерҙың яугирҙары һаҡ аҫтына алалар, генерал үҙе лә бында була. Ниндәйҙер бер мәлдә һалдаттар халыҡҡа ата башлайҙар, 13 кеше үлтерелә, 60 кеше яралана, ҡалғандары ҡасып бөтә. Австрия мәғлүмәттәренә ярашлы, майстер бер ниндәй сәбәпһеҙ тыныс демонстрацияға атырға ҡуша; словен шаһиттары раҫлауынса, халыҡ араһынан кемдер һалдаттарға ҡарай револьверҙан ут аса һәм һалдаттар яуап итеп ата башлайҙар[2]. Әлеге ваҡиғалар Марбургтағы ҡанлы йәкшәмбе исеме аҫтында билдәлелек ала. Австрия ғәскәрҙәре көньяҡҡа табан һөжүм башлайҙар һәм бер нисә ҡаланы яулайҙар, 13 февралдә ваҡытлыса килешеү төҙөлә[2].

Хәрби ғәмәлдәр июнгә тиклем барыуына ҡарамаҫтан Австрия һәм Антанта араһындағы Сен-Жермен килешеүе Австрия- Югославия сик буйын яҡынса февраль килешеүенә ярашлы билдәләй (австриялылар Дравоград үҙенә ҡайтарыуға өлгәшәләр, яуап һөжүмдә серб ғәскәрҙәре һәм Майстер яугирҙары Клагенфуртты яулайҙар). Марибор һәм башҡа Майстер тарафынан чуланған ҡалалар ҙың күпселеге плебисцит зонаһына инмәй ҡала һәм югославияға бирелә. Шул ваҡыттан алып Австрия һәм Югославия, шулай уҡ Австрия һәм Словения араһындағы сик буйы үҙгәртелмәй.

 
Рудольф Майстерҙы ерләү (1934 йылдың 28 июле)

Һуңғы йылдары үҙгәртергә

Һуғыштан һуң Майстер Мариборҙа Югославия ғәскәрҙәре менән етәкселек итә, 1921-23 ул силәү буйынса Италия- Югославия комиссияһында Югославия вәкиле була. 1923 йылда Майстер оставкаға китеүгә ғариза бирә. Хәҙер ваҡытын күберәк ғаиләһенә бүлә, Ракек ҡалаһына алыҫ түгел ерҙә үҙ йортонда йәшәй (Эске Крайна). Генерал 1934 йылдың 26 июлендә вафат булады, уны ерләү өсөн бөтә Словакиянан халыҡ йыйыла.

Хәрби хеҙмәттән тыш үҙгәртергә

 
«Poezije» йыйынтығының беренсе баҫмаһы (1904)

Словенияла Майстер офицер һәм сәйәси эшмәкәр булараҡ ҡына түгел. ә шағир һәм һәүәҫкәр рәссам булараҡ та билдәле. 1904 йылда Воянов (слов. Vojanov) псевдонимы аҫтында беренсе шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра («Poezije», словен телендә), ә икенсе китабы («Kitica mojih») 1929 йылда нәшер ителә, был ваҡытта генерал отставкала була. Әҙәбиәт менән ул үҫмер сағында уҡ мауыға башлай:1890-сы йылдарҙа Майстер «Содружество» словен шиғри берекмәгә инә, унда ул модернист-шағиҙар менән таныша (Иван Цанкар, Драготин Кетт, Йосип Мурн һәм Оттон Жупанчич).

Бынан тыш, бөтә ғүмере дауамында Майстер Рудольф библиофил була, уның шәхси китапханаһы Словенияла иң китапха булып һанала (6000-дән ашыу том[2]), [3].

Ғаиләһе һәм балалары үҙгәртергә

 
Изге петр приход сиркәүе 1918 йылда

1905 йылда Рудольф Майстер хәрби табиптың ҡыҙы Мария Стергарға (18851938) өйләнә. Уларҙың туйҙары Изге петр приход сиркәүендә 14 мартта үтә[4]. Уларҙың ике улы тыуа: Хрвое (19051982) һәм Борут (19081984), һуңынан улар икеһе лә югослав армияһы офицерҙары булалар. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында улар немец концлагерҙары тотҡондары булалар, четниктар менән бәйләнештә булған Хрвоены гестапо ҡулға ала һәм Бухенвальдҡа оҙата[5][6]. Германияның капитуляцияһынан һуң Борут Мариборға ҡайта, ә өлкән ағаһы булған оҙайлы ваҡыт Австрияла һәм Францияла йәшәй.

Хәтер үҙгәртергә

 
Словения Оборона министры Андреа Катич[sl] Рудольф Майстерҙың хәтер көнөндә (2016)

Словенияның күп кенә ҡалаларында (Любляна, Марибор, Крань, Целе) Рудольф Майстер исемендәге урамдар һәм майҙандар бар. күп кенә ҡалаларҙа уның һәйкәлдәре һәм бюстары ҡуйылған. Люблянда Р. Майстерҙың ике атлы статуяһы бар[7]. 1997 йылда Люблянала генерал Майстер йәмғиәте барлыҡҡа килә, артабан бөтә ил буйынса оҡшаш тағы бер нисә ойошма барлыҡҡа килә, уларҙың эшен координациялау маҡсатында 2005 йылда ассоциация ойошторола, ул 20-нән ашыу ағзаны берләштерә[8]. 2007 йылда Любно-об-Савини ҡалаһында генерал Майстерҙың мемориаль паркы булдырыла[9].

2005 йылда Словения хөкүмәте яңы милли байрам — рудольф майстер көнөн раҫлай, ул йыл һайын 23 ноябрҙә билдәләнә. Нәҡ ошо көндә майстер һәм уның яугирҙары Мариборҙы азат итәләр һәм уны австрия республикаһына ҡушылдырмайҙар. Шулай итеп, Рудольф Майстер бойондороҡһоҙ Словенияла уның хөрмәтенә дәүләт байрамы булдырылған өс словендың (шағир Франц Прешерн һәм гуманист Примож Трубар) береһе булып тора.

Бөгөн беҙ тарихтағы бөйөк словендарҙың береһе булған Рудольф Майстер көнөн билдәләйбеҙ. Майстер һәм уның эшмәкәрлегенән тыш Словенияның тарихы бөтөнләй башҡаса булыр ине… Мариборҙы, Штирияның словен өлөшөн, Прекмурье һәм Каринтияның словен сиктәрендәге өлөшөн алып ҡалған өсөн генерал Майстер ихтирамға һәм ҙурлауға лайыҡ… Словен милли армияһы менән етәкселек итеү арҡаһында Австро-Венгрия империяһы тарҡалғандан һуң һәм төньяҡ сик буйы өсөн көрәше өсөн уны милләтебеҙҙең XX быуаттағы иң бөйөк батырҙарының береһе булараҡ хәтерләйәсәктәр һәм баһалаясаҡтар.

— Словения премьер-министры Аленка Братушек 2013—2014 йылдарҙағы Рудольф Майстерҙың көнөнә сәләмләү адресы (2013)[10]



Галерея үҙгәртергә

Комментарийҙар үҙгәртергә

  1. В Словении этот конфликт известен как Война за северную границу (слов. Boj za severno mejo), в Австрии — как Каринтийская оборона (нем. Kärntner Abwehrkampf).
  2. Во времена Австро-Венгрии Марибор был преимущественно немецким городом. Согласно переписи 1910 года, немцы составляли примерно 80% жителей, словенцы — 20%. В то же время население прилегающих деревень и городов помельче было почти полностью словенским.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. словенская Википедия (словен.) — 2002.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Lojze Ude. Boj za Maribor in štajersko Podravje leta 1918/19 (словен.). Zgodovinski Časopis (1961).
  3. Kulturno ministrstvo: Maistrova knjižnica je kulturni spomenik po zakonu brez posebnega postopka razglasitve (словен.). RTV Slovenija (23 апрель 2018).
  4. Alenka Šelih, Milica Antić Gaber. Pozabljena polovica: portreti žensk 19. in 20. stoletja na Slovenskem (словен.)
  5. Marijan F. Kranjc. Sinova generala Maistra — Hrvoj in Borut v primežu tujih obveščevalnih služb in slovenske udbe (словен.)
  6. Gregor Joseph Kranjc. To Walk with the Devil: Slovene Collaboration and Axis Occupation, 1941—1945 (инг.)
  7. Rudolf Maister day (ингл.). Ljubljana.si (23 ноябрь 2011).
  8. Rudolf Maister’s life 2014 йыл 2 июнь архивланған. (инг.)
  9. General Maister Park (Bruto Landscape Architecture) (ингл.). Landezine.com (17 май 2010).
  10. Address by the Prime Minister of the Republic of Slovenia, Alenka Bratušek at the Rudolf Maister Day (ингл.). Nekdanji-pv.gov.si (23 ноябрь 2013).

Һылтанмалар үҙгәртергә