Ростов өлкә һынлы сәнғәт музейы

Ростов өлкә һынлы сәнғәт музейы / РОМИЯ — Дондағы Ростов сәнғәт музейы. 1938 йылда нигеҙ һалына. Коллекцияһы 6 меңдән ашыу берәмекте тәшкил итә.

Ростов өлкә һынлы сәнғәт музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1938
Урынлашыуы Чехов проспекты, 60, 47°13′31″ с. ш. 39°43′24″ в. д.HGЯO
Пушкин урамы, 115 47°13′32″ с. ш. 39°42′56″ в. д.HGЯO
Дондағы Ростов, Рәсәй
Директор С. В. Крузе
Сайт Музейҙың рәсми сайты
Логотип Викисклада Ростов өлкә һынлы сәнғәт музейы Викимилектә

Музей тураһында үҙгәртергә

Ростов өлкәһе һынлы сәнғәт музейы 1938 йылдан[1] үҙ аллы учреждение булып эшләй башлай. Музейҙың тупланмаһына 6000 ашыу рәсем сәнғәте, графика, скульптура һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре йыйылған. Даими экспозицияға Рәсәйҙең XVIII — ХХ быуат башындағы боронғо рус сәнғәте, Көнбайыш Европа һәм көнсығыш илдәренең сәнғәте инә. XХ быуат сәнғәте коллекцияһын Борис Лавренко, Александр Лактионов, Мартирос Сарьян, Николай Тимков һәм Рәсәйҙең башҡа алдынғы оҫталарының эштәре тәшкил итә. Шулай уҡ Дон рәссамдарының эштәре ҡуйылған.

Экспозицион-күргәҙмә майҙаны 3938 m² ерҙе биләй. Ваҡытлы күргәҙмә 859 m² ерҙе алып тора. Фонд һаҡланмаһы майҙаны — 2245 m².

Музей хеҙмәткәрҙәренең һаны — 57. Шул иҫәптән 19 фәнни хеҙмәткәр булып тора. Музейҙың китапханаһы, реставрация оҫтаханаһы бар.

Тарихы үҙгәртергә

Музей 1938 йылда асыла, әммә уның нигеҙләнеү тарихы элегерәк башлана. Ә йыйынтыҡты туплау тарихы тағы ла боронғораҡ.

XХ быуат башында уҡ, Дондағы Ростов ҡалаһында Ростов-Нахичеван нәфис сәнғәт йәмғиәте ойошторола. Ул Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан рәссамдарҙың әҫәрҙәрен йыйып күргәҙмәләр ойоштора.

Аҙаҡ әҫәрҙәр урындағы меценаттарҙың шәхси коллекцияларына инә. Ә революциянан һуң улар музейға килеп эләгә.

1920 йылдың 1 майынан Дон өлкә сәнғәт һәм боронғо ҡомартҡылар музейы булып эш башлай. 1927 йылдан Төньяҡ Кавказ халыҡтарының тыуған яҡты өйрәнеү музейы составында була.

19341936 йылдарҙа эшләмәй тора. 1937 йылдан Ростов өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы хоҡуғын ала.

Музейға нигеҙ һалыуҙы башлап ебәреүселәр: рәссамдар М. С. Сарьян һәм А. Д. Силин[2], яҙыусы М. А. Шагинян. Музейҙы баштан уҡ экспонаттар менән тәьмин итеүселәр, тулыландырыусылар — илдең үҙәк музейҙары: Третьяков галереяһы, Эрмитаж, Рус музейы.

1942 йылдың ғинуарында коллекция Пятигорск ҡалаһына эвакуациялана. Унда немец ғәскәрҙәре тарафынан музей экспонаттары таланған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа музей яйлап ҡайһы бер юғалған картиналарҙы ҡайтарып ала. Ләкин тулыһынса тергеҙелә алмай.

1946 йылдың июнендә М. Б Греков исемендәге Ростов сәнғәт училищеһында музей яңынан ишектәрен аса.

1958 йылдан алып музей Дондағы Ростовтағы билдәле адвокат А. П. Петров йортон биләп тора. Йорт 1898 йылда архитектор Н. А. Дорошенко проекты буйынса төҙөлгән булған. Уны 1920 йылда[3] конфискациялағандар .

Төп экскурсия үҙгәртергә

Күсмә һәм алмашыу күргәҙмәләре үҙгәртергә

Музей директорҙары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ростовский музей изобразительных искусств. — Ростов-на-Дону: 1987.
  2. Силин Андрей Дмитриевич
  3. Еваулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону, 2002.

Һылтанмалар үҙгәртергә